+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
16 Сентябрь 2023, 21:07

Салауат Шәйәхмәтовтың йөрәк һүҙе...

«Йөрәк һүҙе» шиғриәт бәйгеһендә Миәкә районының Нарыҫтау ауылы егете 3-сө урын яуланы.

Салауат Шәйәхмәтов үҙе яҙған шиғыр менән сығыш яһаны. Баһалама ағзалары һәм тамашасылар Салауаттың сығыштарын юғары баһаланы.

- Исемеңә есемең тура килеп тора, Салауат туғанҡайым! Һин - милләт йырсыһы булып танылдың, һин төплө лә , көслө лә Шағир булып майҙан тоттоң, һине күреп, ишетеп тамашасыбыҙ ҡыуанды һәм тиҙ арала халҡыбыҙға һинең исемеңде өмөт елдәренә ҡушып таратты. "Йөрәк һүҙе" менән бергә булыуыңа һиңә ҙур рәхмәт! Уңыштар, уңыштар һәм уңыштар һиңә, Салауат! - тип белдерҙе проект авторы Наилә Сәфәрғолова.

Инсаф Хужабирганов.

https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-09-12/salauat-sh-y-hm-tovty-y-r-k-e-3430790?ysclid=lmm7zcf9cb397925840

 

Салауат Шәйәхмәтовтың йөрәк һүҙе...
Салауат Шәйәхмәтовтың йөрәк һүҙе...
Автор:
Читайте нас: