+18 °С
Дождь
Һәләтле йәштәр
2 Сентября 2023, 16:44

Башҡортомдоң аҫыл ҡыҙы

-

Сабып барған атты туҡтатырлыҡ, янып торған өйгә инерлек ҡатын-ҡыҙҙар бар ул, бар! Шундайҙарҙың береһе тураһында әйтер һүҙем. Күҙҙәре янып торған, сағыу яғымлы тауышлы, һомғол буйлы был сибәр ханым бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. Үҙ юлында осраған кәртәләрҙе емереп үтергә көс табып, дауылдарға эйелмәй, ауырлыҡтарға бирешмәй, рух ныҡлығын юғалтмай йәшәй белә ул. Өҫтәүенә, юлында осраған һәр кешегә яҡты йөҙө, йылы һүҙе табыла. Алсаҡ, ихлас, көләс, ярҙамсыл, изгелекле булыуы менән арбаһа, көтөлмәгән ҡыйыу ҡарарҙар ҡабул итә алыуы, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе еңел генә хәл итеүе һоҡландыра. Аллаһы Тәғәлә үҙенең яратҡан бәндәһенә таланттарҙы өйөп-өйөп бирәлер инде, тип уйланым мин уның менән танышҡас. Һынауҙарҙы ла шуға өҫтәп-өҫтәп бирәлер, күрәһең, тип ҡарар иттем яҡынданыраҡ белгәс. Күтәрә алмаҫтай йөктө Аллаһы Тәғәлә бирмәй, тиҙәр бит. Ә ул... юлындағы бөтә кәртәләрҙе тапап-емереп алға, тик алға ынтыла! Әйтер һүҙем, әлбиттә, Светлана Насырова тураһында.

Әгәр интернет булмаһа, тормошом элеккесә шым, тыныс ҡына барыр ине, моғайын. Шиғырҙарымды ла бер кем дә белмәҫ, ғөмүмән, Фирүзә Абдуллина тигән шағирә булмаҫ ине. Ошо интернет мине күпме шәп кешеләр менән таныштырҙы. Берәүҙәре менән ихлас ҡатнашам, һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәй. Икенселәрен ситтән генә күҙәтеп өлгө алам, һоҡланам. Өсөнсөләре өсөн борсолам, шатлыҡтарына шатланам, ҡайғыларына көйөнәм. Ә Светлана өсөн мин бөтә ғәмәлдәремде лә бер юлы эшләйем: кинәнеп һөйләшәм, эштәренә һоҡланам, уңыштарына шатланам, уның менән ғорурланам, ҡайғыларына бергә ҡайғырам, арып киткән саҡтарында иңемде терәргә әҙер генә торам. Ни өсөнмө? Мин уны асыҡ-ярыҡ, ихлас, ҡыйыу булғаны өсөн хөрмәт итәм. Битараф булмағаны өсөн яратам. Тормоштағы һәр күренешкә, ваҡиғаға ҡарата үҙ фекере булғанына һоҡланам. Ул миңә үҙ ҡыҙым кеүек. Шундай ҡыҙ үҫтергән әсәһенә афарин тиергә генә ҡала. Ул минән күпкә йәшерәк булһа ла, уртаҡ темаларыбыҙ, уртаҡ фекерҙәребеҙ бар. Интернет селтәре таныштырҙы беҙҙе, дуҫлаштырҙы. Уның киңлектәрендә ҡыйыуһыҙ ғына тәүге аҙымдарымды яһаған сағымда ярҙам ҡулын һуҙҙы ул миңә. Ә мин изгелекте бер ҡасан да онотмайым. Хәйер, изгелекте генә түгел дә ул...

Уны күптәр телерадио алып барыусыһы итеп белә. Автор-башҡарыусы булараҡ та танылыу алды Светлана. Ул ижад иткән йырҙар юғары ҡиммәттәр тураһында: иң ҡәҙерле кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр, ғаилә ҡиммәттәре, туғанлыҡ ҡәҙере. Үҙенең башҡарыуында бигерәк тә күңелгә ята уның йырҙары. Бер үк ваҡытта ябай ҙа, яғымлы ла, моңло ла. Тамада булараҡ та үҙ эшенең оҫтаһы ул! Юҡҡамы ни беҙ тик уға ҡыҙыбыҙ Гөлнар менән кейәүебеҙ Вадимдың туйын үткәреүҙе ышанып тапшырҙыҡ?! Бөтә башҡорт халҡының туй йолаларын ҡулланып, йәштәрҙең ғүмерҙәренә етерлек хәтирә булырлыҡ матур тантана ойошторҙо ул. Туй ҡаршылау, килен төшөрөү, килен һөйөү, көрәгә асыу, һандыҡ һатыу, һыу юлы күрһәтеү, һ.б. туй йолалары әҙәпле, күңелле, күркәм тамаша булды, ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде. Һәр кем әйтер һүҙен әйтеп, күрһәтергә теләгән һөнәрен күрһәтә алды. Юғиһә ҡайһы бер тамадалар ҡунаҡтарға ғына түгел, хужаларға ла әйтер һүҙен дә әйтергә бирмәй, үҙҙәрен генә күрһәтеп ваҡыт үткәрә. Ә Светлана һәр нәмәнең самаһын яҡшы белә, һәр кешегә ихтирам менән ҡарай, ул алып барған мәжлестә тупаҫ, оятһыҙ шаяртыуҙар йәки уйындарға урын юҡ. Ғөмүмән, шәп тамада! Йырлай ҙа, йырлата ла, бейей ҙә, бейетә лә!

Өс бала әсәһе лә ул Светлана. Мортаза, Нурсолтан, Мәҙинә исемле аҫыл башҡорт балаларының әсәһе. Ҡала мөхитендә мөмкин булған тиклем милли рухта тәрбиәләргә тырыша ул үҙенең һөйөү былбылдарын. Хеҙмәткә, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа өйрәтә. Уларға мохтажлыҡ күрһәтмәҫ өсөн яңы һөнәр ҙә үҙләштерә Светлана: риелтор булып китә. Күпмелер ваҡыт эшләп, тәжрибә туплап алғас, үҙ компанияһын асып ебәрә, команда йыя. Ихлас күңелдән үҙебеҙҙең халыҡҡа ярҙам итәйем тип, тырышып эшләй ул. Ғәҙел, талапсан, намыҫлы, үҙ һүҙендә тороусы етәксе булараҡ ҡул аҫтында эшләүселәрҙең ихтирамын яулай. Тамада булараҡ хеҙмәтләндергән клиенттары риелтор булараҡ та Светлананы һайлайҙар, сөнки уның үҙ эшенә бик яуаплы ҡарауын яҡшы беләләр. Ниндәй яңы программалар бар, йәш ғаиләләргә хөкүмәттән ниндәй ярҙам күрһәтелергә мөмкин – бөтәһе тураһында ла аңлатып, мөмкин тиклем отошло шарттарҙа үткәрә ул фатир һатыу-алыу ғәмәлен. Үҙенең бихисап мәшәҡәттәре араһында Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының магистратураһын уңышлы тамамлауға ла ирешә. Үҙе еңел автомобилдә балаларын мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына, түңәрәк-секцияларға йөрөтә. Каникулдарҙа балалары менән тәбиғәт ҡосағына, сәйәхәттәргә юллана. Диңгеҙҙә ял итһендәрме, Ағиҙелдә ағып төшһөндәрме, йылға буйында һыу инһендәрме –ул бөтәһенә лә өлгөрөргә тырыша. Уның балалары бер нимәнән дә мәхрүм булмаһындар, мөмкин тиклем донъя күрһендәр өсөн әсәй кеше ҡулынан килгәндең бөтәһен дә эшләй. Ысын әсәй ул!

Яңынан-яңы хыялдар, пландар тыуып ҡына тора Светлананың ижади күңелендә. Ул ойошторған «Ретро-ритайым» проекты июль башынан донъя күрҙе. Ағиҙел ярындағы «Йәшлек» кафеһында шәмбе-йәкшәмбе төнөндә үткәрелгән был сара 80-90 йылдарҙағы йыр-моңдарға ҡоролған, рәхәтләнеп бейергә лә, йырларға ла була. Көйҙәр шул тиклем уңышлы һайлап алынған, аяҡтар үҙҙәре үк бейергә генә тора! Күңелле уйындар, йыр-бейеү менән ваҡыт үткәне һиҙелмәй ҙә. Беҙҙең йәштәгеләр өсөн ойошторолған милли сараға барығыҙ, һис үкенмәҫһегеҙ!

Замана ҡатын-ҡыҙы тап Светлана кеүек булырға тейештер ул. Тимер атты эйәрләп алған да тормош ҡатмарлыҡтарына бирешмәй, алға елә ул. Балаларыңдың уңыштарына һөйөнөп, маҡсаттарыңа ирешеп, именлек-һаулыҡта яңы үрҙәр яуларға яҙһын һиңә, башҡортомдоң аҫыл ҡыҙы!

Фирүзә АБДУЛЛИНА

Башҡортомдоң аҫыл ҡыҙы
Башҡортомдоң аҫыл ҡыҙы
Автор:
Читайте нас