+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
28 Август 2023, 11:58

Ғәзиз Әбделмәнов шиғырҙары

-

Бар ғәйебем – көндөң бер көнөндә

Ахырына етеп сәмемдең,

Һинең барлығыңда... шикләндем

 

***
 
Мин ғәйепле ғаләм алдында,
 
Ярлыҡауға өмөт итмәҫлек
 
Был ғәйебем эҙәрлекләр төҫлө
 
Һуңғы көнгә ҡәҙәр,
 
Эҙгә – эҙҙәр,
 
Ҡанһыҙ йыртҡыс кеүек артымдан...
 
Мин ғәйепле ғаләм алдында.
 
 
 
Утлы тамға кеүек был ғәйеп,
 
Бөртөк кенә хата мөһөрө
 
Хилафлыҡтың һаҡлар хәтерен,
 
Шомло ғәрлек булып,
 
Ҡотом убып.
 
Булмаҫ кеүек уға күнегеп,
 
Утлы тамға кеүек был ғәйеп.
 
 
 
Бар ғәйебем – көндөң бер көнөндә
 
Ахырына етеп сәмемдең,
 
Һинең барлығыңда... шикләндем.
 
Аңлап шул ваҡытта
 
Оло хатам,
 
Шикләнеүҙе ҡыуҙым күңелдән,
 
Көндәремдең тик бер көнөндә.
 
 
 
Әллә юрый, һиңә табан юлдың
 
Иң урауын һәм иң оҙонон,
 
Урман-ҡаялыһын һайланым.
 
Ул юлдарҙа, йәнем,
 
Бөгөлмәнем,
 
Берсә янып бештем, бер туңдым,
 
Иң ауырын һайлап юлымдың.
 
 
 
Белһәм әгәр һинең исемде,
 
Хатта уның тик бер хәрефен,
 
Доғаларҙың да иң шәрифе
 
Булыр ине ул өн
 
Һәм һәр бер көн
 
Мин ҡабатлар инем, көсөмдө
 
Һаҡлар өсөн, һинең исемде.
 
 
 
***
 
Күҙҙәремдең булған нурын
 
Түгеп, әрәм итеп ҡағыҙ,
 
Дөрөҫ итәм микән?
 
Күңелемдә китек урын
 
Эҙләүсегә ихтыярһыҙ
 
Сәбәп бирәм микән?
 
 
 
Артыҡ әҫәрләнеүемә
 
Егет башым менән тағы
 
Эстәр ҡатмаҫ тимә.
 
Йөрәк, иҫәр, әрнеүенән
 
Йәнә табаҡ-табаҡ ҡағыҙ
 
Тәләф ҡылмаҫ тимә.
 
 
 
Хаҡлымынмы, йоҙағымдың
 
Асҡыстарын тотторғанда,
 
Күңелемде биреп,
 
Яңғыҙ ғына ыңғай ымды
 
Йәшермәгән һәр бер һынға,
 
Һорамайса кире?
 
 
 
Кемдәр маҡтар бер ҡатлыны?
 
Ә ихласты кемдәр әрләр?
 
Һәм сиктәре ҡайҙа?
 
Бер асылып, бер ҡапланып,
 
Берсә даһи, берсә йүләр
 
Булып, үтер айҙар.
 
 
 
Дөрөҫ итәмме мин, әгәр
 
Бер хисемде йәшермәйем,
 
Йырға һалам икән?
 
Йөрәгемде, ярһыу иҫәр,
 
Һаҡлап рәнйемәгән көйө
 
Ҡала алам микән?
 
 
 
Күҙҙәремдең булған нурын
 
Түгеп, әрәм итеп ҡағыҙ,
 
Дөрөҫ итәм микән?
 
Күңелемдә китек урын
 
Эҙләүсегә ихтыярһыҙ
 
Сәбәп бирәм микән?
 
 
 
Ҡарағусҡыл айҙы күҙәткәс
 
 
 
Айға ауырҙыр ул.
 
Меңләп йылдар,
 
Бормай ерҙән яҡты сырайын,
 
Бер ҡайғыһыҙ булыу,
 
Һәм йыһандан,
 
Табып юлдаш, уға төн һайын
 
Булған ғына нурын ҡойоуы.
 
 
 
Айға рәхәттер ул.
 
Меңләп йылдар
 
Әйләнергә көстәр биреүсе,
 
Барлыҡ терәк тә ул,
 
Сәм дә булған,
 
Нурҙарыңды ҡабул итеүсе,
 
Бары һинең есемең булыуы.
 
 
 
Ул көлә
 
 
 
Бер һорау, үтә буш һәм ябай:
 
"Донъяның хикмәте нимәлә?"-
 
Һыҙғырып башыңды быраулай.
 
Ул көлә.
 
 
 
Был ябай яуапты тарихта
 
Эҙләгәндер тәүге ҡәбилә,
 
Һәм эҙләр уны һинең вариҫтар.
 
Ул көлә.
 
 
 
Әй, көлһөн дә! Көйөр ине йән,
 
Вайымһыҙ баштары ни белә?
 
Ул заттар көлөргә күнеккән -
 
Ул көлә!
 
 
 
Һин эҙләйһең тормош хикмәтен,
 
Был эшкә сәмдәрең бөтһә лә,
 
Ул: "Тапҡас, һуң уны нишләрһең?"-
 
Тип көлә.
 
 
 
Был серҙең суйын йоҙаҡтарын
 
Шаҡараһың көнөн, төнөн дә,
 
Шар асыҡ ишектәр ҡалдырып.
 
Ул - көлә.
 
 
 
Фәлсәфә өҫтөнә фәлсәфә,
 
Мәғәнә эсендә мәғәнә,
 
Ғәрәфә артынан - Ғәрәфә...
 
Ул көлә...
 
 
 
Һәм бына ул - һуңғы ишегең.
 
Асмаһаң, үҙеңә үпкәлә.
 
Ярһытып шомло зиһен шиген,
 
Ул! Көлә!
 
 
 
Донъяның хикмәте ҡаршыңда,
 
Бар диҡҡәт тап шунда йүнәлә,
 
Күтәрәһең күҙең, ә унда...
 
... ул көлә
 
 
 
 
Төштәр
 
 
Ярлыларҙың төштәренә байлыҡ керә,
 
Етем төштә күрә әсәһен,
 
Аҡ һарайҙар күрә төштә түрә,
 
Тик һин генә төштәр күрмәйһең...
 
 
 
Әллә һинең хаҡың юҡ төштәргә,
 
Әллә юҡтыр һинең теләгең,
 
Әллә төшһөҙ ғазап кисерергә
 
Күнеккәндер һинең йөрәгең?
 
 
 
Юҡ, аңланым, һиңә төштәр күреү
 
Кәрәк булыр ине, тормошоң
 
Үҙе яҡты бер төш булмағанда,
 
Мөхәббәтһеҙ булһа булмышын.
 
 
 
Осһон әйҙә төштә башҡалары,
 
Бутап ҡайсаҡ көнөн, төнөн дә,
 
Осорһоң һин бер мәл, мин ышанам,
 
Төштәреңдә түгел, өнөңдә...
 
 
 
 
***
 
Тик түҙ, яраймы? Бул сабыр,
 
Ярһыу йөрәк, ҡоро елдәр
 
Ҡуша һытһа күҙҙәреңде.
 
Битең тырнар ҙа ел тымыр,
 
Һирәгерәк ҡаның гөрләр,
 
Йырып сыҡһаң был бәйгеңде.
 
 
 
Был сабыштың бар аҙағы,
 
Тик түҙ генә һәм туҡтама,
 
Юлдан тайпылма, абынма.
 
Ажғырышып, ҡойроҡ ҡағып,
 
Күмә-күмә туҙанына,
 
Өйөр атылһа алдыңа,
 
 
 
Юлдың саңлы дегәнәге
 
Һырылһа ла аяғыңа,
 
Ҡәһәр һуҡҡыр, бимазалап,
 
Ысыҡ тулы үләндәре
 
Ҡотортһа ла: "Туҡтауыңа
 
Һуңғы тапҡыр бит ни заман!"
 
 
 
Юғарынан сикһеҙ бер көс
 
Тартып ҡуйһа ауыҙлыҡты,
 
Йырта яҙып сикәләрең,
 
Бер урында, аңғармай һис,
 
Урау яһап сапҡаныңды
 
Аңлап бөтһә аҡыл-иҫең,
 
 
 
Башҡа ҡорал табалмаҫтай
 
Был ярышты туҡтатырға,
 
Башҡа мөртәт килде ниһә,
 
Һәм юрамал, гүйә йәш тай,
 
Имеш, һушһыҙ йығылырға,
 
Тигән ниәт бөрөләнһә,
 
 
 
Һин түҙ, сабыр бул, был юлдар
 
Илтер һине көткәнеңә.
 
Һин тиҙерәк сабып ҡара.
 
Юлдар сығырмы ахырҙа
 
Һинең сикһеҙ бәхетеңә,
 
Бары һинән генә тора.
 
 
 
 
* * *
 
Нас с тобой не свели гороскопы,
В небесах не сошлись наши тропы,
Нас судьба развела, как микробов
В непохожих, стерильных колбах.
 
Не кусали друг друга за уши,
Друг для друга не созданы души,
Между нами не пропасть, а хуже.
Между нами вселенская пуща.
 
Как корабль Одиссея от дома,
Ты и я, были так далеко мы.
Мои песни с тобой не знакомы,
Обо мне твой стих несочиненный.
 
Не клялись на крови мы на вечность,
Не ходили на первые встречи,
Мне не падали томно на плечи
Твои руки в памятный вечер.
 
Но на это плевать, если честно.
Пополам ведь планета не треснет,
Не взойдет солнце с запада, если
Мы пойдем вопреки судьбе. Вместе.
 
 
* * *
 
Мы с тобой еще до Вавилона
Говорим на разных языках.
Я тебя встречаю с галеона,
А потом учу курить табак,
Под покровом первобытной ночи
Вырезаю весь твой экипаж.
Надо мною, лик уставший скорчив,
Ты ведешь «Энолу» на вираж,
У тебя есть на борту подарок,
В брюхе у тебя лежит «Малыш».
Твой напалм отчаяния жарок,
Ты леса надежды мне спалишь.
Я тебя лишаю господина,
Проще говоря, всего, что есть,
Ты же, не желая стать ронином,
Губишь нашу жизнь в обмен на честь.
Ты красивей, ты умней, ты лучше,
Музыку твою поют века,
Был я в твоем храме – его тушат,
Ныне сыплю зависть в твой бокал.
Мы с тобой еще одна задача,
Мы – несчастий миллионов часть.
Я не свят, ты не свята тем паче,
Но война нам забавляет страсть,
Я твои суда и батальоны
Греческим огнем сжигаю в прах.
Мы с тобой еще до Вавилона
Говорим на разных языках.
Ғәзиз Әбделмәнов шиғырҙары
Ғәзиз Әбделмәнов шиғырҙары
Автор:
Читайте нас: