+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
25 Август 2023, 13:57

ШУЛАЙ ТЕЙЕШ

-

Әҙәм балаһының күңелендә ялҡын булһа, уның өсөн бөтөнләй мөмкин булмаған нәмә юҡ, тиҙәр. Ул ялҡынды актер Вадим Ҡылысов китап аша алған. Алып ҡына ҡалмаған, тормошонда рәхәтләнеп ҡулланыу оҫталығына эйә шәхес ул. Тәүҙә, әле уҡый белмәгәнендә, атаһынан уҡытып, артабан үҙе ейгән китаптарҙан ниндәй сихри көс таралғанын яҡшы аңлай ул. Зәйнәб Биишеваның «Кәмһетелгәндәр»ендә тыйнаҡ Хаммат, киң тәбиғәтле ир азаматы; уның геройы үҙ һүҙҙәрен саҡ ҡына йылмайып, уларҙы һәлмәк хәрәкәттәр менән оҙата белеүе, ни өсөндөр ерҙә тартылыу көсөнән мәхрүм кеүек тойолоп та ҡуя. Уны ентекле һәм ауыр ҡараш билдәләй. Әммә, их тигән мөхәббәтте, ана шулай тейеш ине лә һуң, тип тамашасы бер ҡарағандан тынғылыҡ тапмай, һаман-һаман тик уны күреү, ҡабат шул тойғоларға әсир булып алыу өсөн генә йәнә килә лә килә шикелле:

«– Килен! Килен, тим! Мин бит һине яратам. Билләһи-валлаһи, яратам. Үлеп яратам!.. Күптән бирле яратам!..

Сәлимә бер үк ваҡытта иҫ киткес һөйөү, һөйөлөүҙе лә, ҡото алынып ҡурҡыуҙы ла аңлатҡан ҡараш менән уға күтәрелеп ҡараны ла, аяҡ быуындары йомшарып, кәбәнгә һөйәлде. Уның ҡапыл төҫө ҡасып киткән ирендәре, ирекһеҙҙән:

– Мин дә... Йә хоҙай, мин дә, – тип ҡабатлай ине...»

Ә «Мөхәббәт һәм нәфрәт»тә һуң? Уның «ҡоҙғон» Аҙнағоло Зөлхизәгә ҡарата саманан тыш йомшаҡ һәм мыҫҡыллыраҡ та күренә түгелме?! Уйынының ҡоро, ирониялы алымы һәм бер үк ваҡытта, актерҙың сәхнәләге иреклеге ғәҙәти булмаған образ тыуҙырырға мөмкинлек бирә. Быларҙың барыһы ла Вадимса ғына күҙ ҡарашы менән йөпләнеп ҡуя:

«...– Диңгеҙгә ҡара, Зөлхизә, ул да минең өсөн зәңгәр тынлыҡҡа сумған. Еләҫ талғын ел дә минең елкәндәремде тирбәтер өсөн йәшәй бөгөн. Был донъяла хәҙер минең өсөн йәшәмәгән бер генә матурлыҡ та, бер генә байлыҡ, муллыҡ та юҡ... Тоям, ул һәр саҡ шулай булыр... Бәхет, шатлыҡ, байлыҡ, матурлыҡ тигәндең бөтәһе лә минең ғүмерлек юлдашым булыр... Сөнки минең янымда ерҙең иң һылыу ҡыҙы – Зөлхизәм, һин бар...

– Һөйлә, бер туҡтамай һөйлә, Аҙнағол, – ти Зөлхизә, бәхеттән шашып. – Аңлайһыңмы, йәнем, минең йөрәгем хәҙер тылсымлы скрипка кеүек, һинең һәр бер һүҙең уның иң нескә, иң нәфис ҡылдарына сиртеп тирбәлтә. Һинең тауышыңдан мин үҙем дә тотош бер моңға, сихри бер моңға әйләнәм һымаҡ... Аңлайһыңмы, беләһеңме һин был моңдоң исемен?..»

Был сәхнәләрҙе тамашасы күңел күҙе, йөрәк ҡылдары аша үткәрә лә геройҙар менән бергә әҫәргә инеп китә, улар тойғоһона бирелә. Ә актерҙар? Улар спектакль ҡуйылған һайын йөрәктәре талпынып, яңынан хискә бирелмәйме?! Ана бит, күҙҙәре нисегерәк булып нур сәсә?! Тап автор һүрәтләгәнсә! Актерҙар оҫталығына шулайыраҡ итеп хайран ҡалабыҙ. 

Ҡайһылыр спектаклде беҙ түгел, ә ул беҙҙе һайлағанын белә инегеҙме? Эйе-эйе, тамашасыны! Күренештәр оҙон, күңелһеҙ, аңлашылмаһа ла... йәки аңлашылып та, үҙенә тартып тормаһа ла. «Калигула» – ана шундайҙарҙың береһе. Ерҙә лә, күктә лә үҙ өҫтөнән хакимлыҡ булмауын иҫбатларға теләгән герой һаман әҙәбиәттә, кинола һәм сәхнәлә быуаттан быуатҡа күсеп йәшәй бирә. Режиссер нилектән был әҫәргә тотоналыр, һәр кемдең үҙ яуабы. Ни тиһәң дә, художестволы аң сикләнмәгән власть менән йәнәш булғанда ҙур афәт башланыуына шаһит ҡалабыҙ. Әммә тамашасы төп образды аса алған актер оҫталығын был спектаклдә бик асыҡ күрә. Тәүҙә Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт театрында, теүәл биш йылдан һуң Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ошо геройҙы сағылдырыусы актерҙың һәләтен һәм көсөн күрһәтә алыусы актер Вадим Ҡылысов үҙен айырым ролдең сифаты ғына итеп түгел, ә ҙур маҡсатлы кеше булараҡ таныта алыуы менән ҡәҙерле.

Вадим Ҡылысов... Был исем бөгөн үҙе өсөн үҙе һөйләр һәләткә эйә. С.Суринаның «Заятүләк менән Һыуһылыу» әкиәтендә – Күлзаман(Ҡолзаман), А.Вампиловтың «Өлкән ул» комедияһында – Кудимов, В.Распутиндың «Йәшә һәм онотма» әҫәре буйынса Мәскәү режиссеры Татьяна Воронина сәхнәләштергән спектаклдә Андрей Гуськов, Н.Ғәйетбайҙың «Күңелле йәшәйбеҙ» комедияһында – бесән сабыусы, А.Камюҙың «Калигула»һында Калигула һәм тағы бик күп ролдәре менән 2007–2014 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт театрында үҙ исемен ҡалдырҙы. Артабан 2014–2016 йылдарҙа Салауат дәүләт башҡорт театрында И.Абдуллиндың «Эх, Өфө ҡыҙҙары!» музыкаль комедияһында – Жарыҡбай, З.Бураҡаеваның «Ҡорҡот атаның һуңғы йыры» спектаклендә – Бәйрәк, Д.Йосоповтың «Ҡырмыҫҡа иләүе» лирик комедияһында – Руслан ролдәре менән тамашасы күңелен яуланы.

2016 йылдан алып бөгөнгәсә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ҡырҡҡа яҡын образ өҫтөндә эшләп өлгөрҙө. Уның сәхнә образдарының төрлөлөгө тураһында бик оҙаҡ һөйләргә мөмкин, бер-береһен ҡабатлап торған шаблоны юҡ. Һәр ваҡыт сағыу, хисле, дәртле, әммә осошта онотолоп китә торған яғы ла һиҙелә, бар көсөн шунда бирә. Сөнки геройҙарҙың портреттары үҙ холҡонан һәм һәләтенән әүәләнә.

Уҡыған – уңыр, тиҙәр. Үҙен белә-белгәндән китап донъяһында йәшәүсе егет театр, сәхнә хаҡында бала саҡта уйлап та биргәнем булманы тиһә лә, тыйнаҡлығына баш биреп шундай яуап менән хушһыналыр, тим. Китаптағы әҫәрҙәр геройҙары итеп үҙен әллә күпме күреп, әллә нисә ҡат геройҙары менән бәхәскә лә кергәндер әле. Тыуған Йылайыр районы Сиҙер ауылында башланғыс мәктәпте, унан Сибай гимназия-интернатында уҡығанында ла даими эҙләнеп, тырышып уҡый Вадим. Урта мәктәпте тамамлағас, сәнғәт институтына барып ҡына ҡарайым, әгәр килеп сыҡмаһа, уҡытыусы булам, тип баш ҡалаға килә ул. Шул ваҡытта ла, ауыр һынауҙарҙы үткәндә, уға, баяғы үрҙәге әйтелгән ялҡын ярҙамға килгәндер, ул мәлдәрҙәге уҡырға ингәндәге ауыр конкурстарҙа шунһыҙ булмай ине: профессор, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ҡасимова Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы курсында белем ала.

Әле театрҙың ике труппаһы спектаклдәрендә лә, жанр төрлөлөгөнә ҡарамай бөтә ихласлығы менән берҙәй ҡатнашып йәшәй актер. Ул һәр саҡ сәхнәлә, хатта ҙур булмаған ролдәрҙә лә күренә, әммә һәр образын үҫтереүгә өлгәшә: А.Цагарелиҙың «Ханума»һында – Коте, М.Кәримдең «Тылсымлы тирмән»ендә – Көсөк, У.Шекспирҙың «Ромео һәм Джульетта»һында – Бальтазар, А.Чеховтың «Три сестры»һында – Соленый Василий Васильевич, М.Ладоның «Йәшәгән, ти...» драмедиһында – Алексей, М.Буранғоловтоң «Башҡорт туйы»нда – Тураҡай, М.Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» спектаклендә – ауыл советы председателе, С.Айытматовтың «Ал яулыҡлы тирәккәйем»ендә – Ильяс, Г.Белых, Л.Пантелеев әҫәре буйынса сыҡҡан «Республика ШКИД» спектаклендә – Японец, Н.Хикмәттең «Мөхәббәт тураһында легенда»һында – Фәрхәд һәм тағы бик күп лирик геройҙы ла, драматик, трагик ролдәрҙе лә, комик персонаждарҙы ла төрлө жанрҙарҙа бөтә ихласлығы менән уйнай оҫта артист. Уның мөмкинлектәре икһеҙ-сикһеҙ киң ҡоласлы икәнлеге бәхәсһеҙ.

Театрҙан тыш, кинофильмдарҙа төшөүен, юғары дәүләт кимәлендә уҙған сараларҙа ла ҡатнашыуын, радио эфиры өсөн әҙәби әҫәрҙәр уҡыуын бер ҙә рекламалап бармай баҫалҡы актер. Эйе, күңелендә ялҡын бар, уны эскерһеҙ илһам нуры итеп яҡындарына, коллегаларына, тамашасыһына өләшә белә Вадим Ҡылысов.

 

Рәзилә Ырыҫҡужина

ШУЛАЙ ТЕЙЕШ
ШУЛАЙ ТЕЙЕШ
Автор:
Читайте нас: