+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
22 Август 2023, 10:03

«20 йыл бергә!»

тип исемләнгән юбилей туры менән Илгиз Абдрахманов Республика ҡалалары һәм район үҙәктәре буйлап ҙур гастролдәргә сыға.

Илгиз Абдрахмановтың «Кия-кия», «Ғәфү ит мине, һылыу», «Һин йылмаяһың», «Алтын малай», «Ауыл малайы» тигән бейеү хиттарынан торған «Алтын малай» тип исемләнгән беренсе аудиоальбомы 2005 йылда донъя күрә һәм республика йәштәре араһында тиҙ арала киң популярлыҡ яулай. Был йырҙар ауыл дискотекаларында таңға хәтлем яңғырар ине.
2006 йылда «Ҡайҙа һин?» тип исемләнгән икенсе аудиоальбомын йәштәр шулай уҡ йылы ҡабул итте.

Бер нисә йылға ижадын паузаға ҡуйғандан һуң 2014-тә «Ай ли Гөлкәем», «Йөрәгем тибә», «Һине белә» тигән сағыу йырҙары менән башҡорт эстрадаһына йәшен тиҙлегендәй ул ҡабат килеп инә.

2023 йылда «Ша-ля-ля», «Һине һағына», «Юк, кәрәкмәй», «Йәшермә», «Ә хәҙер ул», «Һағынам», «Әсе елдәр», «Тау башында» тигән йырҙарҙан торған яңы альбомы донъя күрҙе һәм йәнә танылыу яуланы.

8 сентябрҙә Илгиз Абдрахманов ижадын һөйөүселәрҙе баш ҡалабыҙ Өфөлә Тинькофф Холлдың «Колизео» залында үтәсәк «20 йыл бергә!» тип исемләнгән ҙур юбилей концертына саҡыра. Байрамда йырсының ижадташ дуҫтары ла сығыш яһаясаҡ.
– «Тамаша» журналын уҡыусыларҙы ла концертымда көтөп ҡалам, – ти йәш, талантлы, популяр йырсы Илгиз Абдрахманов.

«20 йыл бергә!»
«20 йыл бергә!»
Автор:
Читайте нас: