+15 °С
Ясно
Һәләтле йәштәр
11 Августа 2023, 11:40

Зөлхизә Илбәкова: «Хыялһыҙ йәшәү мөмкин түгел»

Эстрада йырсыһы һәм актриса Зөлхизә Илбәкова бөгөн Истанбулда йәшәй. Күптәр Зөлхизәнең Башҡортостан телевидениеһында һәм радиоһында балалар өсөн тапшырыуҙар алып барыуын, ә биш йәшендә «Сулпылар» республика конкурсында гран-при яулауын хәтерләй. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған мәлдә Зөлхизә Илбәкованың ике соло йыр альбомы һәм ике соло концерты була.

Зөлхизә, һине төрөк сериалында күреп, аптыраным. Төркиәнең фильм төшөрөү майҙансығына нисек барып сыҡтың?

– Дуҫтарым мине күптән инде Истанбулға ҡунаҡҡа саҡыра. 4 ғинуарҙа Истанбулға килдем. Тәүҙә ял иттем, ҡарап йөрөнөм, күренештәрҙән ләззәт алдым. Һуңынан сәйәхәт оҙаҡҡа һуҙылды һәм тороп ҡалдым. Мөмкинлегемде һынап ҡарарға тигән ниәт менән бер нисә кастинг агентлығына үҙем тураһында мәғлүмәт бирҙем. «Бәлки, бәхет йылмайыр?» – тип уйланым. Мин бит театр һәм кино актрисаһы, бөтә дипломдарымды ла күрһәттем, һәм мине алдылар. Тәүҙә проекттарға айына 1-2 тапҡыр ғына саҡыралар ине, ә хәҙер көн һайын тиерлек эшләйем.

Ниндәй фильмдарҙа һәм сериалдарҙа төштөң?

– Диалоглы ролдәр булған «Sokagin Çocuklari – Урам балалары» сериалында мафиозиҙарҙың береһенең ҡатыны, рус ҡыҙы ролен башҡарҙым. «Al Sancak – Ҡыҙыл байраҡ» фильмында төрмәлә рус телендә һөйләшкән ҡарауылсы ролен уйнаным, «Yargi – Хөкөм» фильмында — ҡулға алынғандарҙың береһенең ярҙамсыһы, «Taçsiz Prenses – Тажһыҙ принцесса» фильмында хеҙмәтсе ҡатын-ҡыҙ ролен башҡарҙым. Унда төрөк телендә тәүге диалогым булды, был минең өсөн бик мөһим ине. Мин yabancı – сит ил кешеһе булғанлыҡтан, фильмда бик һирәк төрөк ролен алырға мөмкин. Әле акцентһыҙ һөйләшеү өҫтөндә эшләүемде дауам итәм. Был сериалдарҙың барыһы ла төркиә телевидениеһында күрһәтелә һәм, минеңсә, Рәсәйҙә лә күрһәтелде.

Төркиәлә кино төшөрөү процесы нисек бара, уның үҙенсәлектәре бармы?

– Мин «Тамыр»ҙа, телевидение майҙансығында үҫтем, әсәйем режиссер, шуға күрә миңә барыһы ла таныш ине. Әммә Төркиәлә, әлбиттә, профессионализм кимәле айырыуса юғары. Уларҙың шул тиклем ентекле һәм тиҙ эшләүе мине һоҡландыра. Әлбиттә, ҡайһы бер осраҡтарҙа, мәҫәлән, төп актер һуңлай, әммә барыһы ла мөмкин тиклем яҡшы мөнәсәбәттә, ихтирамлы була белә. Әгәр режиссер нимәлер ҡушһа, уға шунда уҡ ярҙамсылары килә, пиетет (ихтирам) менән һөйләшәләр. Барыһы ла үҙ эшен бик профессиональ башҡара, төшөрөү процесы актерҙар, ҡорамалдар һайлап алыу йәһәтенән бик сифатлы ойошторолған. Иҫ киткес!

Бөгөн ниндәй проекттарҙа ҡатнашаһың?

– Төркиәлә сериалдар йыл әйләнәһенә төшөрөлә, ә йәйгеһен улар ял итә. Йәйгеһен башлыса кино һәм реклама төшөрәләр. Хатта бәләкәй ролдәргә лә режиссер бик ентекле һайлай. Һиңә роль тәҡдим иткәндә һәм раҫлағанда, үҙ репликаларыңды камераға яҙып, агентҡа ебәрергә кәрәк, ул режиссерға ебәрә. Ҡайһы берҙә фотоларыңды – яңы селфиҙарыңды ебәреүҙе һорайҙар, тап ошо мәлдә нисек күренгәнеңде белер өсөн. Айырыуса реклама өсөн был бик мөһим. Проекттар күп, әммә төрөк ҡатын-ҡыҙҙары ролдәрен уйнар өсөн, миңә төрөк телен өйрәнергә кәрәк. Был еңел түгел, сөнки мин телде ярты йыл элек кенә, бында күсеп килгәс кенә өйрәнә башланым. Әле Сәғүд Ғәрәбстаны сериалында төшәм, улар ҙа Төркиәлә фильм төшөрә.

Үҙ Телеграмм-каналым бар, унда минең ижадымды күҙәтергә мөмкин.

Был илгә күсеүегеҙ нисек булды? Ни өсөн Төркиә?

Автор: Ләйлә Аралбаева

Мәҡәләне тулы килеш "Тамаша"ның 4-се һанында уҡығыҙ.

Зөлхизә Илбәкова: «Хыялһыҙ йәшәү мөмкин түгел»
Зөлхизә Илбәкова: «Хыялһыҙ йәшәү мөмкин түгел»
Автор:
Читайте нас