+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
14 Май 2023, 09:29

Моңло тауышлы Йәнбикә Хәсәнова менән Илшат Сәмиғуллин

-

Моңло тауышлы Йәнбикә Хәсәнова менән Илшат Сәмиғуллин йырҙары  тиҙ арала интернет киңлектәрен яулап, социаль төркөмдәрҙә яратып ҡабул ителгән видеояҙмаларға әйләнде.

Улар менән әле лә таныш булмаһағыҙ әгәр:

Татарҙар башҡортса йырламай, тип ҡырталашҡандарға... Йырлайсы! Бына бит, ниндәй матур итеп йырлап тора!

“Татарса, урыҫса һәм башҡортса йырҙарҙы ла ҙур теләк менән башҡарам”, - ти Илшат.

Татар егете Илшат Сәмиғуллин  Татарстандың Балтач районы, Балтач ауылында тыуып үҫкән. Уның матур ғаиләһе бар. Ике ул атаһы. Мәктәптә уҡыған саҡтан алып йырлаған һәм гитарала уйнаған һәләтле егет. Һәр төрлө стилдәге йырҙарҙы тыңларға ла, йырларға ла ярата Илшаттың моң һөйгән күңеле.

Йәнбикә Хәсәнова исемле моңло тауышлы мөләйем башҡорт ҡыҙы менән дә бөтә интернет ҡыҙыҡһынды. Ниңә ул тыуған яҡтарынан ситтә? Ғаиләһе бармы? Һ.б. һ.б.

Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылында, күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә Йәнбикә.
- Бала саҡтан йырларға яратам. Күпме үҙемде хәтерләйем, гел генә йырлап йөрөнөм. Йырға һөйөү ҡайҙан килә, тигән һорауға ошондай яуап бирер инем: ата-әсәле булып үҫкән, ғаиләлә аңлау, шатлыҡ, бәхет һәм мөхәббәт булғанда кеше, әлбиттә, бәхеттән, ҡыуаныстан йырлай.

Бала саҡтарын йыш һағынып хәтерләй Йәнбикә. Ғаиләлә өсөнсө бала булып тыуа ул. Ауыл ерендә бөтә эш ҡул көсө менән башҡарылғас, ҡыҙыҡай хеҙмәттә сынығып үҫә. Һарай тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡарарға, атай-әсәйгә ярҙам итеү, ашарға бешереү, мейес яғыу - барыһы ла балалар елкәһенә лә бүлеп һалына (әлеге кеүек өйгә һыу килеп тормай, газ менән йылытылмай әле өйҙәр)
- Элегерәк ихатаны, өйҙө ҡыйығына тиклем ҡар ҡаплай торғайны, мейестең торбаһы ғына күренә. Шулай ҙа беҙгә, балаларға, ҡыуанысҡа булды, рәхәтләнеп сана шыуа инек.
Анауынса эш булыуына ҡарамай, атайым һәм әсәйем, йырлап, гөрләп йәшәнеләр. Киноға бергә йөрөй инек, ул ваҡытта Һиндостан киноларына халыҡ дәррәү йөрөнө. Әсәй кинонан хисләнеп илап ҡайтһа, мин үҙемсә "һинд" телендә йырлай-йырлай ҡайта инем.
Атайым менән әсәйем гармун моңдарына ҡушылып, башҡорт халыҡ йырҙарын матур, моңло итеп йырлауҙары күңелемдә һаҡлана. Ана шулай, һөйөүгә һәм моңға сорналып үҫтек беҙ 5 бала.
Мәктәпте тамамлағас, Аҡъяр ауылының 110-сы һөнәрселек училищеһына уҡырға индем. Унда өс йыл уҡып, Йылайыр совхоз-техникумында белем алдым. Буласаҡ тормош иптәшемде лә шунда осраттым. Кейәүгә сығып, улыбыҙ тыуғас, Яҡут Республикаһы яҡтарына сығып киттек. Унда ун йылдан ашыу йәшәү дәүерендә Иркутск дәүләт университетын тамамланым.
Хәҙер Төмән өлкәһенең Тобольск ҡалаһында йәшәйбеҙ. Мин Рәсәй тимер юлдары компанияһында эшләйем. Улым әрме сафында, хәрби диңгеҙ флоты ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайтты, эшләп йөрөй.
Тыуған яҡ һәр саҡ үҙенә тарта. Атай - әсәйҙән алыҫта йәшәү, һирәк күрешеү бик ҡыйын, һағындыра... Ошо хис-тойғоларым моңло йыр булып урғыла ла инде.
Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, йырҙы ташламайым. Төрлө репертуарҙағы йырҙар башҡарам, әммә лирик һәм халыҡ йырҙары күңелемә яҡын. Хәҙер интернет заманы, өйҙә гегә йырлап та бөтә илгә тапшырырға, үҙеңде танытырға була. Бер - ике йырымды үҙемдең интернет селтәрендәге сәхифәмә ҡуйғайным, таралды ла китте. Миңә күптәр яҙа башланылар, ҡотлауҙарға һәм изге теләктәргә күмелдем. Улар араһында Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, популяр йырҙар авторы, йырсы-композитор Флүрә Үҙәнбаева ла бар ине. Уның менән яҙышып, унан шылтыратышып аралаштыҡ. Мине лә үҙенең ижады менән таныштырҙы һәм уның "Яралар" тигән йырын йырларға һөйләштек.
Сит тарафтарҙа йәшәһәм дә, башҡорт йырҙарын таратырға, халыҡҡа ишеттерергә тырышам. Тыуған яғымды онотмайым, атай-әсәйем янына ашҡынып ҡайтам. Ә унда һаман да матур бала сағымдағы кеүек. Атайым гармунда өҙҙөрөп уйнай, әсәйем моңло итеп йырлай. Нәҡ бала саҡтағы кеүек танһыҡ тәмле ауыл икмәге еҫе өйгә тарала. Илһам алыр тыуған яғым, яҡын кешеләрем булғанға ҡанатланып йәшәйем.

Миләүшә Ҡыҙрасова

Моңло тауышлы Йәнбикә Хәсәнова менән Илшат Сәмиғуллин
Моңло тауышлы Йәнбикә Хәсәнова менән Илшат Сәмиғуллин
Автор:
Читайте нас: