+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
12 Март 2023, 15:24

КҮҢЕЛ ӨСӨН ВАҠЫТ ТАБАЙЫҠ

-

🎵 Һеҙ ҙә минең ҡыҙым Гәлсәрҙең концертына килергә ваҡыт табығыҙ. Үҙенә гел артыҡ талапсан Гәлсәр. Һәр йырын йөрәгенән үткәреп, ете ҡат үлсәп сығара ул. Әле лә беренсе концертын шул тиклем тулҡынланып, бар көсөн һалып әҙерләй. Музыканттары менән һәр йырын энә күҙенән үткәрә. Биш-алты уйын ҡоралынан торған төркөм, уларса әйткәндә - бэнд, әле үк хәтәр яңғырай. Музыканттар йәш, ихлас,  камиллыҡҡа ынтыла торғандарҙан. Ә Гәлсәрҙең йырҙары, үҙегеҙ беләһегеҙ — моңло ла, йөкмәткеле лә.

🕖 Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, халыҡ, 27 март кисен барығыҙҙы ла Гәлсәр Байғусҡарованың беренсе акустика концертына саҡырам. "КҮҢЕЛ" тип аталған кисә һәр кемдең күңеленә үтеп инер, йәненә шифа булыр.

❤️Ваҡыт табығыҙ!)

Билеттар УфаКонцерт.ру сайтында https://ufakoncert.ru/event/solnyj-koncert-galsar-baj..

Гөлназ Ҡолһарина сәхифәһенән - https://vk.com/id364944202?w=wall364944202_1963%2Fall

 

Дуҫтар, йәш таланттарға беҙҙең, халыҡтың иғтибары мөһим - таланттарыбыҙҙы бергә үҫтерәйек!

КҮҢЕЛ ӨСӨН ВАҠЫТ ТАБАЙЫҠ
КҮҢЕЛ ӨСӨН ВАҠЫТ ТАБАЙЫҠ
Автор:
Читайте нас: