+2 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
20 Ноябрь 2022, 14:00

Ете егет

-

Башҡорт телен һаҡлау, пропагандалау, халыҡ кәсептәрен популярлаштырыу, йәштәрҙең һѳнәри булдыҡлылығын һынау йәһәтенән Башҡортостан юлдаш телевидениеһында билдәле журналист, бихисап музыкаль проекттар авторы Рита Ѳмѳтбаева тәҡдиме менән ғәмәлләшкән “Ете егет” проекты, телешоу тәүге сығарылыштан уҡ халыҡ һѳйѳүен яуланы.

18-28 йәшлек егеттәр ѳсѳн тәғәйен проекттың маҡсаты - тѳрлѳ ғәҙәти булмаған хәлдәр, яңы һѳнәрҙәр арҡылы ҡатнашыусыларҙы сабырлыҡта, зирәклектә, маһирлыҡта һынау, етәү араһынан иң-иңде билдәләү.
Эйе, халыҡ аҡылы, егет кешегә етмеш тѳрлѳ һѳнәр ҙә аҙ, ти. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, тимерселек, ҡортсолоҡ, һунарсылыҡ кеүек ир-егеттәргә генә хас кәсептәрҙе замана йәштәренең күбеһе тик ишетеп кенә белә. Реалити-шоуҙа иһә йәш кешеләр тап ошоноң кеүек һѳнәрҙәрҙе үҙләштереп, үҙ эшенең һѳҙѳмтәһен оҫта хѳкѳмѳнә сығара.
Телешоуҙың тѳп ѳлѳшѳ йәйгеһен Башҡортостандың халыҡ кәсептәре үҫешкән иң йәмле тѳбәктәрендә, тәбиғәт ҡосағында тѳшѳрѳлә. Проект барышында егеттәр оло тормош һынауын үтә, уларға бығаса уйлап та ҡарамаған, таныш булмаған һөнәрҙәрҙе өйрәнергә, үҙләштерергә тура килә. Тырыш, маҡсатлы, һәләтле ете егеткә уңыштар теләйбеҙ! 
Ете егет
Ете егет
Автор:
Читайте нас: