+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
27 Июнь 2022, 10:00

27 ИЮНЬ - ЙӘШТӘР КӨНӨ

Ҡәҙерле егеттәр һәм ҡыҙҙар! Йәштәр көнөндә һеҙгә киләсәгегеҙ бәхетле һәм ижади, изге уйҙар һәм ҡыҙыҡлы эштәр менән тулы булыуын теләйбеҙ. Ныҡлы һаулыҡ һәм именлек, ижади үҫеш, бөтмәҫ дәрт һәм рух күтәренкелеге юлдаш булһын. Һеҙҙең иғтибарға М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының йәш актрисаһы Айым Сөләймәнова менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ:

27 ИЮНЬ - ЙӘШТӘР КӨНӨ
27 ИЮНЬ - ЙӘШТӘР КӨНӨ

Тулы исеме: Сөләймәнова Айым Зиннур ҡыҙы

Тыуған көнө: 9 май 1999 йыл

Тыуған ере: Баймаҡ ҡалаһы

Айым, үҙең менән әҙерәк яҡындан таныштырып үт әле. Һөйләшеүҙе нәҫел-нәсәбеңдән, тамырҙарыңдан башлайыҡ. Ниндәй ғаиләлә үҫтең, театр йүнәлешен һайлауға кем булышлыҡ итте?

– Беҙҙең ғаиләлә күбеһе ижад кешеләре. Шуға мин бала саҡтан театр һәм музыка сәнғәтен үҙ итеп үҫтем. Ҡартатайым Сөләймәнов Әһлей Фазлый улы ҙур музыкант ине. Иҫке Сибай ауылындағы музыка мәктәбенә нигеҙ һалыусы, уның беренсе директоры. Хәҙер ул мәктәп ҡартатайым исемен йөрөтә. Ниндәй генә инструменттарҙа уйнаманы ул: ҡурай, думбыра, мандолина... Скрипканы иһә ҡулынан төшөрмәй ине. Шул скрипкаһын ул аҙаҡ: «Үҫкәс, уйнарһың», – тип миңә бүләк итте. Әммә атай менән әсәй мине скрипкаға бирмәне. Ул ваҡытта (5–6 йәштә инем, шикелле) илай-илай бейеүгә йөрөй торғайным, шуға ла бала йонсомаһын тип, мине скрипка дәрестәренә яҙҙырырға ҡыймағандарҙыр. Һуңынан, туғыҙ йәшемдә музыка мәктәбенә алып барҙылар, әммә «скрипкаға һуң, флейтаға ғына уҡырға була» тинеләр. Шулай итеп 7 йыл флейта класында уҡып сыҡтым. Ә театр... Мин бит театрҙа үҫтем. Бәләкәй саҡта атайым Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында актер булып эшләне, беҙ әсәйем менән гел генә спектаклдәргә йөрөнөк. Йыш ҡына атайыма эйәреп, эшкә лә бара инем. Балалар өсөн уйын бүлмәһенән ҡасып сығып, театр бинаһына үҙ аллы сәйәхәт ҡылғаным әле лә хәтерҙә. Сит кешегә инергә ярамаған урындарға, хатта сәхнәнең аҫтына юл табып, бөтә нәмәне күҙҙән уҙғарып, тикшереп сыға инем. Бер көндө ҡартәсәйем миңә: «Айым Зиннуровна, бәлки, һин врач булырһың?» – ти, ә мин: «Юҡ, мин «пистәкелдәргә» йөрөйөм, сәскә бирәм», – тинем. Шулай килеп сыҡты ла. Сәнғәт институтын тамалап, театрға эшкә урынлашҡан ғына мәлдә төрлө сараларҙа сәскә сығарып йөрөүсө ҡыҙ булдым (көлә).

Сәнғәт институтын тамамланың, тинең. Студент йылдарың тураһында ла һөйләп кит әле. Уҡыуы ауыр булманымы?

– Эйе, мин Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында белем алдым. Уҡыуҙың үҙ ҡыйынлыҡтары булды, әлбиттә. Театр факультетына барып эләккән һәр бер кеше ҙур сәхнә хаҡында хыяллана. Беҙ ҙә, сәнғәт институтына ингәс тә, матур-матур спектаклдәрҙә ролдәр башҡарырбыҙ, тип уйлағайныҡ. Ә ысынында, башта ултырғыс булып та уйнайһың, аҙаҡ хайуандар донъяһын гиҙәһең. Мәҫәлән, беренсе курста мин көнгөрә булдым. Шул хайуандың ҡылыҡтарын өйрәнеп, сәхнәлә һынландырҙым. Һуңынан беҙ йәнһеҙ әйберҙәрҙе һөйләштерергә өйрәндек. Мәҫәлән, мин иҫке күҙлек ти, һәм уның монологын һөйләргә тейешмен. Һөнәрҙең нескәлектәренә төшөнөү ҡатмарлы ла, шул уҡ ваҡытта ныҡ ҡыҙыҡ та ине. Ысынында, мин бөтә күңелемде биреп шөғөлләндем. Уҡыуҙы ташларға тигән уйым бер ҡасан да булманы. Әйткәндәй, мәктәп йылдарында үтә оялсан инем. Шуға әсәйемдәр гел генә мине һатыусынан ниндәй ҙә булһа әйберҙең күпме тороуын һорарға ҡушалар ине. «Һин актриса булам тиһең бит, оялма», тип үҙҙәренсә «тренинг» үткәргәндәр. Ә бына сәнғәт институтына килеү менән, мин беренсе көндә үк асылып киттем, үҙемде башҡа кеше кеүек тойҙом. Оялсанлығым, әлбиттә, бер ҡайҙа ла китмәне, үҙемдә ҡалды, әммә актриса һөнәре «минеке» икәнен тойҙом.

Йыш ҡына хәҙерге йәштәр һайлаған һөнәрҙәре буйынса эшләмәй. Һинең театрға эшкә барамаясаҡмын, тип уйлаған саҡтарың булдымы?

– Хыялым – актриса булыу ине. Шулай ҙа өйҙәгеләр мине был уйымдан дүндеререгә тырышып ҡараны. Мәҫәлән, Чехияла уҡыу тураһында презентацияға алып барҙылар, йәнәһе лә, мин инглиз телен яҡшы белгәс, шунда барһам яҡшы буласаҡ. Төрлө йүнәлештәрҙе тәҡдим иттеләр. Әммә мин үҙ һүҙемдә ныҡлы торҙом. Һәм улар минең теләгемә ҡаршы килмәнеләр, шуға ла атайым һәм әсәйемә сикһеҙ рәхмәтлемен. Минең иң ҙур терәгем улар.

Бөгөн һин данлыҡлы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы. Нисек ҡабул иттеләр һине унда, эшең үҙеңә оҡшаймы?

– Бик яҡшы ҡабул иттеләр. Театрҙағы тәүге ижад миҙгелем бик тә уңышлы үтте – 4 мартта ҙур сәхнәлә дебютым, тәүге премьерам уҙҙы. Шатлығымдың сиге юҡ. Үҙемде бик бәхетле тоям.

Хеҙмәт юлыңдың башында уҡ төп ролгә тәғәйенләндең. Ризаитдин Фәхретдиновтың әҫәре буйынса ҡуйылған «Әсмә» спектаклендә Әсмә образын тыуҙырҙың. Быны үҙең нисек ҡабул иттең? Ҡурҡытманымы?

– Башта, әлбиттә, хафаға ҡалдым: йырып сығырмынмы, был образды тыуҙыра алырмынмы, тигән һорауҙар борсоно. Сөнки Әсмәнең яҙмышы шул тиклем аяныслы, төрлө һынауҙар аша үтә ул. Ләкин образ өҫтөндә эш башлағас, ҡурҡыуҙар сигенде. Беҙ Сабина менән (Сабина Кирәйева, Әсмә образын башҡарыусы икенсе актриса – авт.) беренсе көндән үк илһамланып эшкә сумдыҡ. Ғөмүмән, шундай ҙур шәхестәр менән бер сәхнәлә уйнау – минең өсөн ҙур бәхет. Өлкән коллегаларыма ысын күңелдән, рәхмәтемде еткергем килә. Гел ярҙам итеп, кәңәш биреп торҙолар. Уларҙың роль өҫтөндә тырышып эшләгәндәрен күреү – минең өсөн үҙе бер мәктәп ине. Премьера алдынан, әлбиттә, иңдәремдә ни тиклем ҙур яуаплылыҡ ятҡанлығын тойҙом һәм бик ныҡ тулҡынландым. Ләкин маҡсатҡа ынтылышым көслөрәк ине. Ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмаған, ныҡыш холоҡло, тәрбиәле ҡыйыу ҡатын-ҡыҙ образын сағылдыра алдым тип иҫәпләйем.

– «Әсмә» спектаклендәге героиняңдың ниндәй һыҙаттарын яратаһың?

– Уның кешеләргә ышанысы, һәр кемдең күңелендә йәшеренгән ыңғай һыҙаттарҙы күрә белеүе оҡшай. Әсмәнең ҡыйыулығы, атаһының вәғәздәренә тоғро булыуы... Беҙ гел генә уның күргән ғазаптарын үткәне, шундай шарттарҙа ла кеше булып ҡалыуы тураһында һөйләйбеҙ, ә мине иң хайран ҡалдырғаны ул – Әсмәнең шәфҡәтлеге. Башта аптырай торғайным: ҡыҙҙы фәхешханала эшләһен өсөн ҡамсылайҙар, ә ул бер генә һөйләм әйтә: «Мин һеҙҙе ғәфү итәм». Нисек?! Героинямдың холоҡ-фиғелен, уның тәбиғәтен ныҡлап өйрәнгәс, мин аңланым, ул – ысын милләт әсәһе.

Спектакль тамамланғас, һин тулыһынса ролдән сығаһыңмы, әллә героиня һинең менән йәшәүен дауам итәме?

– Әлбиттә һәр бер роль минең йөрәгемдә ҡала. Ул бит һинең менән йәшәй. Һин уны үҙ балаң кеүек репетицияларҙа тыуҙырып, үҫтергәнһең. Әммә спектаклдән сыҡкас, мин – Айым. Эйе, ул хис-тойғоларҙан ҡапыл ғына арынып та булмай, һин ниндәйҙер ваҡыт шул мөхиттә, шул донъяла йәшәйһең. Тик сәхнәне тормоштан айыра белергә кәрәк, был бик мөһим нәмә. Сөнки һинең уйнаған геройҙарыңдың ғәҙәттәре ҡәҙимге тормошҡа күсһә... Ярай ул Әсмә кеүек героиня булһа, ә әгәр ҙә һин Ричард III, йә булмаһа Гитлерҙы уйнаһаң, Аллаһ һаҡлаһын (көлә)... Шулай ҙа һәр спектаклдән һуң ниндәйҙер яҡты һағыш тороп ҡала. Үтте-бөттө тигән кеүек... Мәҫәлән, тыуған көндө көтәһең-көтәһең дә, әҙерләнәһең-әҙерләнәһең дә һәм ул үтә лә китә, шуның һымағыраҡ бушлыҡ тойғоһо...

Ниндәй һүҙҙе һин йышыраҡ ҡулланаһың?

– Әлләсе, белмәйем, иғтибар иткәнем юҡ...

Тормошта нимәнән ҡурҡаһың? Иң ҙур өмөтөң, хыялың ниндәй?

– Донъяла кешеләр нимәнән ҡурҡһа, мин дә шуларҙан ҡурҡам: яратҡандарымды юғалтыуҙан. Бына шулай... Ә хыялдарға килгәндә... Улар күп: бәләкәйҙәре лә, тормошҡа ашмаҫтай бөйөктәре лә... Ер йөҙөнөң һәр бер мөйөшөн күргем килә! Һәр илде, ҡаланы, ауылды. Космосҡа осорға, океандар гиҙергә, Атлантиданы табырға, акулалар менән йөҙөргә. Шул тиклем тормошто яратам мин! Көлкө, әлбиттә, әммә бына шундай хыялдар йәшәй миндә... Ә бөгөнгө төп маҡсатым – һөнәремде камиллаштырыу, образдарҙы тәрәнерәк сағылдырырға өйрәнергә, үҙ эшемдең оҫтаһы булырға.

Ял көндәрен нисек уҙғараһың? Ундай мәлдәрҙә  эш тураһында уйламау мөмкинме?

– Эш тураһында уйламау мөмкин түгел ул. Беҙҙең ял көнө берәү генә – дүшәмбе, һәм шул бер көн эсендә театрҙан, ролдәреңдән ситкә китеү мөмкин түгел. Ә инде берәй яңы роль өҫтөндә эшләгәндә, һин уның тураһында көнө-төнө уйлайһың: өйҙә лә, репетицияла ла... Ул образ менән йәшәргә тейешһең. Әсмә образы өҫтөндә эшләгәндә йоҡларға ятҡанда ла героинямды уйлай инем. Көндөҙ ундай уйҙар ныҡ ҡамасауламай, ә бына йоҡлар алдынан, донъя һиллеккә сумғас та баштан сыҡмаһа ауырыраҡ инде...

Бер мәлде репетицияла уйланып, хисләнеп йөрөйөм. Ҡапыл күҙем сәхнә иҙәнендә ятҡан ҡаурыйға төштө. Шуны ҡулыма алдым да, үҙем спектакль тураһында уйлайым, үҙем теге ҡаурыйға өрәм, ә ул шулай матур ғына итеп, әйләнеп-әйләнеп иҙәнгә төшә. Тегене тағы эйелеп алам, тағы ла өрәм һәм тағы ла шул ғәжәйеп ҡаурый бейеүенә иҫем китеп ҡарап торам. Шунан бер заман артыма боролоп ҡараһам, Илдар ағай Ғүмәров (Башҡортостандың халыҡ артисы – авт.) менән Фәнис ағай Рәхмәтов (Ш.Бабич исемендәге Репсублика Йәштәр дәүләт премияһы лауреаты – авт.) миңә ҡарап көлөп торалар: «Айым, бөтәһе лә яҡшымы, балаҡай?» – тиҙәр. Ә мин оялып: «Ой, һеҙ быны күрергә тейеш түгел инегеҙ!» – тинем (көлә). Ошондай хәлдәр ҙә булғылай...

Айым, әйт әле, спектакль мәлендә һине ҡарап ултырған тамашасылар көс бирәме, әллә, киреһенсә энергияңды һурып аламы? Сәхнәлә саҡта тамашасыларҙың йөҙҙәрен күрәһеңме?

– Ҡыҙыҡ, әммә тамаша залындағыларҙы бөтөнләй һиҙмәйем. Институтта ла шулай була торғайны. Миңә «ана шул килде, был ултыра ине» тип әйтәләр. «Ә? Ысынмы?» тим. Эйе, әлбиттә, залда тамашасы барлығын беләһең. Әммә йөҙҙәрен күрмәйем... Сәхнәлә үҙ-үҙемде онотам, шул тиклем бирелеп уйнайым, ә тамашасылар, әлбиттә, эшләргә көс бирә. Театр – ул бер-береңә энергия, көс бүләк итеү. Беҙ тамашасыға, тамашасы – беҙгә. Тик ҡайһы берҙә залда ултырыусыларҙан алама энергия ла килгән төҫлө була, уларҙың һалҡынлығы, иғтибарһыҙлығы тип әйтәйемме... Ә ҡайһы саҡ шундай йылы атмосфера барлыҡҡа килә, тамашасы менән матур диалог ойоша. Сәхнәлә торған актер быны йәне-тәне, һәр бер күҙәнәге менән тоя. Шуның өсөн генә лә сәхнәгә сыҡҡы килә.

Кәйефең насар булғанда, үҙеңде яҡшы хис итер өсөн нимәләр эшләйһең? Журнал уҡыусыларға ошо йәһәттән кәңәштәр биреп кит әле.

– Дуҫтар менән күрешәм, яҡындарым менән аралашам. Кешегә кеше кәрәк, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит. Ғүмер буйы беҙ кешеләргә ынтылабыҙ, яңғыҙлыҡтан ҡасабыҙ. Тағы ла китап уҡыу ярҙам итә! Тынысландыра, уйҙарҙы рәткә килтерә. Бер бәләкәй генә сер сисәйем, миңә ныҡ ҡыйын булған саҡта, әкиәттәр тыңлайым. Уҡымайым, ә бына тыңлайым. Унда бит шундай донъя, гел яҡшылыҡ яманлыҡты еңеп сыға, унда һөйөү һәм дуҫлыҡ хөкөм һөрә.

Иң яратып уҡыған китабың ниндәй?

– Джон Р.Р.Толкиндың «Хоббит, или Туда и обратно» китабын яратып уҡығаным хәтерҙә. Элек атай беҙгә шуны уҡый торғайны. Һуңынан үҫә төшкәс үҙем ҡыҙыҡһынып ул китапты уҡыным. Һәм тағы Клайв Стейплз Льюистың «Хроники Нарнии»һы, мин уның барлыҡ әҫәрҙәрен дә уҡыным. Әлеге мәлдә Мариам Петросяндың «Дом, в котором…» романын яратып уҡыйым.

Айым, үҙеңдең холҡоңдағы ниндәй сифаттарың оҡшай? Ә ниндәйҙеренән ҡотолорға теләр инең?

– Характермы? Әллә инде... Буш һүҙ һөйләргә яратмайым. Әйткән һүҙең өсөн яуап бирергә кәрәклеген бала саҡтан уҡ өйрәттеләр. Әйтәм икән, эшләйем. Бәлки, шул яғым оҡшайҙыр. Шунан тағы ла бер хәтирә иҫкә төштө. Миңә һигеҙ йәш тирәһе булғанда Стәрлетамаҡ театрында «Һөйәһеңме – һөймәйһеңме» спектаклендә уйнарға алдылар. Спектаклдең режиссеры Азат Йыһаншин: «Премьерла икенсе актриса уйнар, ә һуңынан, Айым, һин уйнарһың», – тине. Бала ғына булғас, эшләп өлгөрмәҫ, тип ҡурҡҡандыр инде. Шунда репетицияларҙа тамаша залында ҡартатай менән ултырғанда уға: «Ҡартатай, мин эшләй алам, мин беләм, мин булдырырмын», – тинем. Һәм, ысынлап та, премьераны үҙем уйнаным. Ҡартатай һуңынан: «Айым, мин ышанам, моратыңа ирешерһең», – тине. Яуҡындарыма миңә ышаныуҙары өсөн рәхмәтлемен. Улар – минең төп терәгем.

Тышта яҙ. Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы. Егеттәр һиңә һөйөүҙәрен йыш белдерәме? Үҙең йыш ғашиҡ булаһыңмы?

– Һәр яҙ һайын тормошҡа өр-яңынан ғашиҡ булам. Яҙ айының еле, ҡоштарҙың һайрауы, хатта яңы баш ҡалҡытҡан үләнде күреп, ифрат шатланам. Шунда уҡ кәйефем күтәрелеп китә. Үҙем дә яҙҙа тыуғанғалыр, был миҙгел миңә бик яҡшы тәьҫир итә, тәбиғәт уяныу менән мин дә «терелеп» китәм.

Айым, әйт әле, һинең яратҡан, өлгө булырҙай актерың бармы?

– Бар. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова. Бер тапҡыр кемдер «тауышың Гөлли Мөбәрәкованыҡына оҡшаған» тине. Мин аптырап киттем, бөйөк актрисаның яҙмаларын ҡабат-ҡабат тыңланым, оҡшамаған кеүек. Уныһы ярай... Мин бит башта М.С.Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһына уҡырға инергә теләнем. Әммә түләүле урынға ғына алабыҙ, тинеләр. Шуға бында, Өфөлә ҡалдым. Һайлап алыу турында Гөлли Арыҫлан ҡыҙы бар ине. Һәм беренсе көндә ул миңә: «Ҡыҙыҡай, шул тиклем матур һөйләнең, афарин», – тине. Һуңынан Гөлли Арыҫлан ҡыҙы мине күрҙе лә: «Һин Мәскәүҙән ҡайттыңмы ни?» – тип һораны. «Юҡ, мин бит бында уҡып йөрөйөм», – тигәс, «Бәй, һине алманылармы ни?» – тип аптыраны. Шунан мин ниндәйҙер ғорурлыҡ хисе тойған кеүек булдым – данлыҡлы актрисаның ошо һүҙҙәре минең актерлыҡ юлына фатиха кеүек булды.

Ниндәй музыка тыңларға яратаһың?

– Мин, ғөмүмән, музыкаға ғашиҡ кеше. Минең өсөн моң һәм һүҙҙәр генә түгел ул. Мәрхүм Илшат ағай Яхин «Ҡара йөҙҙәр» спектакле өсөн яҙған композицияны тыңлап, күңелем тулып, аҙ иламаным. Людовико Эйнаудиҙың композицияларын яратам. Хәҙерге заман көйҙәрен дә ихлас тыңлайым.

Ниндәй героиняны уйнарға хыялланаһың?

– Икенсе курстан алып мин бер яуапты ҡабатлайым: Антон Чеховтың «Три сестры» пьесаһындағы Ирина Прозорованы.

Ни өсөн?

– Икенсе курста уҡығанда шул пьесанан бер өҙөктө сәхнәләштерҙек. Башта Иринаны уйнарға икенсе ҡыҙға әйткәйнеләр ине. Ә миңә башҡа роль бирҙеләр. Әммә пьесаны уҡығас та Ирина Прозорова «минең» героиня икәнде аңланым. Уҡытыусыбыҙ профессор Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичеванан Иринаны миңә биреүен һораным. Ул иһә: «Ярай, студент теләгенә ҡаршы бармайым, эшләп ҡара», – тине. Һуңынан ул: «Ысынлап та, был образ «һинеке», – тине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул өҙөктө сәхнәгә сығарманыҡ. Хыял булып ҡына ҡалды. Мин Тимофей Кулябиндың «Три сестры» спектаклен ҡараным. Унда улар һөйләшмәйҙәр, ым менән генә уйнайҙар. Дүрт сәғәтлек спектакль. Ләкин бер тынала ҡарала. Ул да миңә ныҡ тәьҫир итте.

Айым, матур йәнле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Киләсәктә һине Чехов пьесаларында ла, башҡа матур сәхнә әҫәрҙәрендә лә күрербеҙ, тип ышанам! Сағыу ролдәр, илһамлы тормош теләйем!

 

Ангелина Һағынбаева

27 ИЮНЬ - ЙӘШТӘР КӨНӨ
27 ИЮНЬ - ЙӘШТӘР КӨНӨ
27 ИЮНЬ - ЙӘШТӘР КӨНӨ
Автор:
Читайте нас: