-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
15 Март 2022, 16:00

Йәмил Баймырҙиндың «Ябай малай» псевдонимы нимәне аңлата һуң ул? Ни өсөн ул был исемде күңеленә яҡын итте икән?

- Был исемгә өс мәғәнә һалынған, - ти Хәйбулла районының Байғусҡар ауылында тыуып-үҫеп, әлеге көндә ышаныслы аҙымдар менән сәнғәт үрҙәрен яулаусы, һәр яҡлап һәләтле егет – Йәмил Рәмил улы Баймырҙин. – 

Ябайлыҡта бөйөклөк икәнде күптән төшөнгән малай

 Ябай малайҙың заманса биҙәлешле дәртле һәм моңло йырҙарын да, өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнауын да яратып тыңлайбыҙ. Үҙенән бөркөлөп торған ихласлыҡ, тәбиғи һылыулыҡ, ир-егеттәргә хас тыйнаҡлыҡ һәм йәштәргә генә хас ыңғай энергия вулканы, күңел көрлөгө менән ул сәхнә күрке булып йәштәрҙе лә, ололарҙы ла дәртләндерә, «тоҡандыра» белә. Алыҫ Хәйбулланың төпкөл ауылынан оло сәхнәләргә һуҡмаҡ һалып сығыу ғына түгел, үҙ образың менән тамашасыны рухи һәм кәйеф күтәренкелегенә әйҙәү өсөн бик үк ябай ҙа булып булмай бит.

Йәмил Баймырҙиндың «Ябай малай» псевдонимы нимәне аңлата һуң ул? Ни өсөн ул был исемде күңеленә яҡын итте икән?

- Был исемгә өс мәғәнә һалынған, -ти Хәйбулла районының Байғусҡар ауылында тыуып-үҫеп, әлеге көндә ышаныслы аҙымдар менән сәнғәт үрҙәрен яулаусы, һәр яҡлап һәләтле егет – Йәмил Рәмил улы Баймырҙин. –Беренсеһе: ул исемем һәм фамилиямдың ҡушылмаһы – Я. (Ямиль) + Бай. (Баймырҙин)

Икенсеһе: мин ябай ауыл малайы, бөтә кешеләрҙе лә нисек бар, шулай яратам, ихлас, алсаҡмын, һәм ошо сифаттар һәр саҡ кешеләр күңеленә юл яра ала икәненә төшөнгәнмен. Ябайлыҡта – бөйөклөк, тигән әйтем йәшәй халҡыбыҙҙа, ул юҡтан ғына бар булмаған бит инде.

Өсөнсөһө: «Я+ бай» – тимәк мин һәр йәһәттән дә, күңел байлығы, хистәр байлығы, рухи байлыҡ кеүек ҡиммәттәргә бай.

- Йәмил йырсы булып тыуҙы бит ул, – тип һөйләй Ябай малайҙың әсәһе Резеда ханым. - Илаған сағында ла уның тауышы шул тиклем көслө булды, мин ҡаушауымдан йүргәкте лә төрә алмай китер инем. Хәл белешергә, бәпәй күрергә ингән ололар бер тауыштан «Йырсы булыр был малай!» –тип нарыҡларҙар ине. Ике йәшендә, һөйләшмәҫтән дә алда, бейей башланы. Тәпәй баҫып атлап киткәс, күҙ менән ҡаш араһында юҡ була, эҙләп сыҡһаң, гелән күрше бабай менән әбей эргәһендә, тегеләрҙең бейеп күңелен асып, ике бөртөк кенә тешен ыржайтып үҙе лә шат көлөп торор ине. Аяҡһыҙ бабай менән таҡмаҡҡа шәп әбей Йәмилде бейетеп үҙҙәренә оло байрам яһарҙар ине. Бер туйҙа ике сәғәт туҡтамаҫтан бейегән сабыйға ҡунаҡтар иҫ-аҡылдары ҡороп ғәжәпләнә. Балалар баҡсаһына йөрөй башлағас, «Күбәләгем-түңәрәгем»де йырлап теле асыла Йәмилдең. Хәйбулла районы Байғусҡар ауылы мәктәбенә беренсе класҡа барыу менән уҡытыусылар көнөнә әҙерләнгән байрамда ҡотлап йырлаған малайға һоҡланған уҡытыусылар Йәмилде эләктереп алып, «Сулпылар» бәйгеһенә әҙерләй башлайҙар. Һәләтле малай шунда уҡ беренсе урынды алып та ҡайта. Мәктәптә эшләгән ҡурай түңәрәге етәксеһен беренсе класта уҡып йөрөгән малай үҙе эҙләп бара. «Эй, балаҡай, һуң һинең бит әле ҡурайға буйың да етмәй!» – ти етәксе Рөстәм Насырйән улы. Ул 4-се кластан башлап ҡына малайҙарҙы йыйып өйрәтә икән.

Икенсе класта уҡығанда Йәмил тағы ла килә түңәрәккә: «Рөстәм ағай, минең ҡурайға буйым етә башланы!» – ти икән был. Булдыра алмай, Рөстәм Дәүләтбирҙин төркөмгә ала инде был баланы, һәм үкенмәй, иң тырыш, иң оҫта ҡурайсыһына әйләнә Йәмил.

Мәктәпкә уҡырға бармаҫ һәм ҡурай түңәрәгенә йөрөмәҫ борон уҡ, эсенә өрөп һыҙғырырға мөмкин булған бөтә көпшә үләндәрҙе өйөнә ташып, эреле-ваҡлы ҡурай эшләп маташа Йәмил. Ә бер көндө, йылға буйындағы бейек таш-ҡаяға баҫып, көпшә үлән ҡырҡып алып, үҙ белдеге менән ҡурай әтмәләп, ҡәҙимге көй сығарып уйнағанын күреп, олатаһы хайран була. «Салауат рухлы бала үҫеп килә бит», – ти ул шатланып. Уҡыусы ғына сағында уҡ бер йылда 4 тапҡыр республика ҡурайсылар конкурсында еңә һәләтле бала. Белекле малай, бәйгегә барыр булһа, мәсеткә барып, мулланан һыу өшкөртөп ала икән. Шунан, бер бәйгенән төшөнкөлөккә бирелеп ҡайта: «Ҡурайҙа уйнарға сығырға йөрөгәндә һыуымды эсәйем тиһәм, малайҙар эсеп бөткән дә ҡуйған, шуға бына еңеп тә булманы...» – ти икән.

4-се класта уҡыған сағында «Шау-шоу» төркөмөнөң «Башҡортостан йәштәре» йырын бик оҡшата моңло күңелле Йәмил. Оҙаҡ та уйлап тормай, Вәғиз һәм Фәнүр исемле иптәш малайҙарын туплап, ошо йырҙы өйрәнеп, район үҙәгендә республика көнөнә арнап уҙғарылған бер ҙур концертҡа бара улар. Оло ҡунаҡтар, район администрацияһы вәкилдәре шул тиклем оҡшата был номерҙы! Оҡшатмайса ла мөмкин түгел шул: матур итеп кейенгәндәр, дәртле итеп йырлайҙар һәм куплеттар араһында өҙҙөрә баҫып бейеп тә китәләр бит! Бына ошо көндән, малайҙарҙың «йондоҙло гастролдәре» башлана ла инде, райондағы бөтә ҙур концерттарҙың иң көтөп алынған номерына әйләнә уларҙың был сығышы.

Алда әйтеп уҙғанымса, әле бөтөнләй бала ғына ҡурайсы Байғусҡар мәктәбенең 5 класс уҡыусыһы Йәмил Баймырҙин бер йылда 4 тапҡыр республика кимәлендәге ҡурайсылар бәйгеһендә еңеүсе була. Йомабай Иҫәнбаев йыйыны кеүек мәртәбәле бәйгелә, «Ашҡаҙар таңдары» бәйгеһендә еңеүсе исеме менән бергә, ун мең һумлыҡ үҙенең тәүге премияһын да алып ҡайта ул. Райондан Мәскәү Кремле шыршыһына тәҡдим ителгән һигеҙ бала араһынан район мәғариф бүлеге етәксеһе Юлай Дидар улы Сиражетдинов нәҡ Йәмилгә туҡтала: – Бына ошо егет лайыҡ был бүләккә, сөнки ул беҙҙең районды 4 тапҡыр республика кимәлендә күтәрҙе һәм танытты, дан алып ҡайтты! – ти. –Уҡыуы бик шәптән түгел бит әле, – тип әйтә икән кемдер. – Булмаһын, артист кешенең уҡырға ваҡыты булмай инде уның, – тип яуаплай йор һүҙле етәксе.

Эшҡыуар булып, һәр саҡ тауар артынан юлда йөрөүсе ата-әсәйҙең уң ҡулы, ике һеңлеһенә бик ышаныслы ярҙамсы, таяныс та була ғаиләләге баш бала Йәмил. Ағайҙарса шелтәләп алғылаһа ла, бер ваҡытта ла ҡыйырһытмай ул һылыуҙарын. Шул тиклем үҙаллы булып үҫә. Хужалыҡ эштәрен теүәлләп ҡуйыу менән бергә, атай-әсәй арып-талып юлдан ҡайтып инеүгә, өйҙәге өҫтәлдә район һәм республика кимәлендәге йыр-моң бәйгеләренән алып ҡайтҡан «Гран-при» дипломдары менән бергә саң һурҙырғыс, аҡсалы бүләккә сертификат, сәй сервизы һәм башҡа һөйөнөстәр көтә. «Балама маҡтау һүҙҙәремде әйтеп ҡаршы алалмай ҙа ҡалам бит», – тип шатлыҡтан да, һағыштан да күңеле тулып илап ала әсәй кеше.

Бына шулай уңыш артынан уңыш яулап сыныҡҡан тырыш малай 9-сы класты тамамлағас, бер икеләнеүһеҙ сәнғәт училищеһына барырға теләген белдерә. Һәләтле егеткә уҡыу бер ҡыйынлыҡ та тыуҙырмай. Училищела уҡығанда «Йәшлек-Шоу» бәйгеһендә ҡатнаша Йәмил. «Өмөт» номинацияһын яулаған егет үҙенә һәм ғаләмгә өндәшә: Ә мин бит өмөттәрҙе аҡлаясаҡмын! Шулай булып сыға ла! Ҡайҙа ғына сығыш яһаһа ла, тамашасылар Йәмил башҡарған йырҙарҙы яратып ҡабул итә. Һәләтле егетте баш ҡаланың абруйлы төркөмдәре, билдәле сәхнә йондоҙҙары үҙҙәре менән бергә эшләргә саҡыра башлай. Тиҙҙән Земфира Байбулдина «Гәлсәр һандуғас» телевизион эстрада йыр конкурсында ҡатнашырға тәҡдим итә. Был бәйге ҙур уңыш килтерә, Йәмил Гран-при яулай.

Сәнғәт училищеһын тамамлаған саҡта класс етәксеһе Салауат Кирәйев һәм уҡытыусыһы Ришат Рәхимов Йәмилдең һәләтенә баһа биреп, йондоҙло киләсәк юрап, ҡанат ҡуйып сығаралар. Унан һуң сәнғәт академияһында белем ала Ябай малай. Йыр буйынса уҡытыусыһы Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Ғәлиә Солтановаға бик рәхмәтле ул. Әлеге көндә лә мөмкинлеге булған һайын, барып дәрестәр һәм кәңәш алып йөрөй. Ҡурай буйынса уҡытыусыһы Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов Йәмилде ошондай һүҙҙәр менән юғары уҡыу йорто тупһаһынан оҙата: – Һиндә сәхнәне яулар өсөн бөтә нимә лә бар – талант та, матур йөҙ һәм буй-һын да, тырышлыҡ та. Сәхнәне йәшлек биҙәй, әйҙә, егет, алға һәм алға!

Бәйгеләрҙә ҡатнашыр өсөн бик матур кейемдәр ҙә кәрәк. Был йүнәлештә Йәмилгә кәңәшсе булып әсәһе – Резеда Әсмәндиәр ҡыҙы Баймырҙина тора. Башҡорт дәүләт аграр университетының иҡтисад факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған, сәнғәтте яратҡан, мәҙәниәтле, киң даирәле, ҙур аҡыллы, көслө рухлы ҡатын-ҡыҙ булараҡ, ул тамашасылар зауығына тап килерлек стилле кейемдәр һайлай һәм тәҡдим итә.

Һуңғы ваҡытта Ябай малай билдәле сәхнә йондоҙо Элвин Грей төркөмөндә йырлай. Талант талантты тартып, матурлыҡ-матурлыҡҡа ынтылғандай, һәләтле, моңло Йәмил Баймырҙин һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, республика Башлығының мәҙәниәтте һәм йәштәр сәйәсәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Радик Юлъяҡшин араһында нисек итеп дуҫлыҡ күпере һалына?

Бер көндө Йәмилдең бәйләнештә селтәрендәге сәхифәһенә хәбәр килә: – Ҡустым, миңә телефон номерыңды бир әле. Элвин Грей аккаунтынан килгән хәбәргә бер аҙ шикләнеп һәм ғәжәпләнеп, тикшереп ҡарай Ябай малай, юҡ, ысынлап та, Радик Юлъяҡшин яҙа. Телефон номерҙарын яҙып ебәргәс тә шылтырата: «Әйҙә әле, ҡустым, иртәгә осрашып бер кафела һөйләшеп алайыҡ, һиңә тәҡдимдәрем бар», – ти ул. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, оло эштәр башҡарыусы яҡты сәхнә йондоҙоноң алыҫ Хәйбулла тарафтарында тыуып-үҫкән ябай ғына йырсы кешеһенә шулай дуҫтарса өндәшеүенә хайран була Ябай малай.

Иртәгеһенә осрашып һөйләшкән саҡта Элвин Грей Йәмилдең ижадын күҙәтеп барыуын, тырыш, ныҡышмал егет булыуын хуплауын һәм Аллаһы Тәғәлә биргән талантын үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлектәр булыуын, үҙенең төркөмөнә саҡырырға теләүен бәйән итә. Башҡортостан һәм Татарстан халҡын таң ҡалдырып, ике республика араһында дуҫлыҡ, берҙәмлек күпере булдырып бик күп матур концерттар бирә улар. «Татар йыры – 2021» фестивалендә еңеүе Йәмил Баймырҙин башҡарған башҡорт йырҙарының моңо бер кемде лә битараф ҡалдырмауын тағы ла бер тапҡыр иҫбатлай. «Татар-башҡорт йырҙарын донъяуи кимәлдә үҫтереү маҡсатында, Себер тарафтарында күпселекте тәшкил иткән башҡорттар өсөн дә, 8 миллиондан ашыуыраҡ халыҡ булып илдең күп төбәктәренә таралған татарҙар өсөн дә йырлайбыҙ. Ике халыҡ та йыр-моңдо берҙәй ярата. Бик тә кешелекле, кеселекле һәм үтә ныҡ тырыш Радик Юлъяҡшин сәнғәт донъяһында бик аҡыллы эш алып бара. Бысраҡ уйлы ҡайһы бер сәйәсмәндәр ике халыҡ араһында дошманлыҡ усағы тоҡандырырға теләп аҫтыртын һәм күрәләтә яман эштәр алып барған саҡта, беҙ туғандаш халыҡтарҙың йыр сәнғәтен донъяуи кимәлгә күтәреп, йәш быуында туған моңдарға һөйөү һәм хөрмәт уятыу өсөн заманса яңғырашлы итеп башҡарып, мәҙәниәт өлкәһендә бик мөһим эш алып барабыҙ», – тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Ябай малай.

Ҙур сәхнәләрҙе тултырып тамашасы йыйнап, аншлаг менән уҙған концерттар тәьҫиренән башы әйләнмәй Ябай малайҙың. Үр менән үр араһында тыуған яҡтарына, тыуған ауылына ҡайтып, концерттар ойоштороп, йыр-моңға һыуһаған ауыл халҡын ҡыуандырып китә өлгөлө матур ғаиләлә үҫкән йырсы. Әсәһе Резеда һәм атаһы Рәмил Баймырҙин бик ихлас, алсаҡ, киң күңелле кешеләр. Ябайлыҡты нәҡ уларҙан һеңдергәндер ул Ябай малай. Ауылдың абруйлы кешеләре, һәр төрлө мәҙәни сараларҙың спонсоры ла улар. Өс балаға ла юғары белем биреп, тормошто яратып, ҡайнап йәшәй Баймырҙиндар. Ябайлыҡта – бөйөклөк. Меңәрләгән сағыу сәхнә йондоҙҙары араһында үҙ нуры менән күңелдәрҙе яҡтыртып балҡыған Ябай малай йондоҙо ла булыуы менән бәхетле башҡорт сәхнәһе.

       Миләүшә ҠЫҘРАСОВА

       Мәҡәлә "Тамаша" журналында донъя күрҙе.

Йәмил Баймырҙиндың «Ябай малай» псевдонимы нимәне аңлата һуң ул? Ни өсөн ул был исемде күңеленә яҡын итте икән?
Йәмил Баймырҙиндың «Ябай малай» псевдонимы нимәне аңлата һуң ул? Ни өсөн ул был исемде күңеленә яҡын итте икән?
Автор:
Читайте нас: