+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
22 Февраль 2022, 22:00

«Үҙ көсөңә ышаныу – бәхеттер...»

Әдилә Һунарғолова: "Тормоштағы иң төп мистика минең өсөн шул – нимә эшләһәң дә ул һиңә ҡасан да булһа кире әйләнеп ҡайта. Ҡылған изгелегең дә, яуызлығың да, хатта яңылыш яһаған хаталарың да эҙһеҙ үтмәй. Үкенескә күрә, бөгөн шундай осорҙа йәшәйбеҙ. Ҡайһы бер төшөнсәләр үҙ ҡиммәтен юғалта. Бәғзеләр ниндәйҙер дөрөҫ блумаған принциптарҙы алға һөрә. Кешенең аңын бутау кеүек күренештәр бар. Әйтәйек, халыҡта «наглость – второе счастье» тигән төшөнсә йәшәй. Наглость һүҙен башҡорт теленә оятһыҙлыҡ, тупаҫлыҡ тип тәржемә итергә мөмкин. Һәм бындай сифаттарҙың бәхет төшөнсәһенә бер ниндәй ҙә ҡатнашлығы юҡ. Ә бына ҡыйыулыҡ, үҙ көсөңә ышаныу – ул, ысынлап та, бәхеттер... Беҙгә, балалар өсөн, һүҙ менән эшләгән кешеләргә, айырыуса итибарлы булыу фарыз. Сөнки тәүмаҡсатыбыҙ ‒ зыян итмәү. Һәм бала күңеленә кешене кеше, шәхес иткән ысын ҡиммәттәр хаҡында орлоҡтар һалыу..."

«Үҙ көсөңә ышаныу – бәхеттер...»

Элек-электән тәрән мәғәнәле, фәһемле, үҙенсәлекле тапшырыуҙарға бай булды «Тамыр». Нисәмә баланың күңел донъяһына асҡыстар яратып, һәләтен асып, оло тормош юлына алып сығырҙай һуҡмаҡтар күрһәтеүгә өлгәште икән үҙ эшмәкәрлеген ҡасындыр редакция, студия, бөгөн иһә айырым телеканал булараҡ алып барған ижади коллектив! Һуңғы йылдарҙа үҫмерҙәр өсөн төшөрөлгән «Бирешмә!» сериалы «Тамыр»ҙа хеҙмәт итеүселәрҙең һөнәри кимәленең юғарылығын йәнә берҙе иҫбат итте. Күптән түгел улар тағы ла ҙур проектты тормошҡа ашырҙы – тамашасыларын ете сериянан торған хәтәр шәп өр-яңы сериал менән ҡыуандырҙы. Үҫмерҙәргә тәғәйенләнһә лә унда күтәрелгән рухи ҡиммәттәр, кисерештәр тәрәнлеге өлкәндәр өсөн дә актуаль булып ҡала. Һүҙ, әлбиттә, Яңы йыл каникулдары осоронда Башҡортостан Юлдаш каналында күрһәтелеп, тамашасы һөйөүен яуларға өлгөргән «Ышан» тип исемләнгән мистик сериал хаҡында.

«Ышан» сериалының ҡуйыусы режисеры Әдилә Һунарғолова менән әңгәмәлә һүҙ, нигеҙҙә, ошо проекттың төп идеяһы, уны төшөрөү барышы, ғөмүмән, балалар өсөн тапшырыуҙар ижад итеү нескәлектәре хаҡында булыр.

‒ Әдилә, әңгәмәне шундай һорауҙан башлайыҡ: яҙмыш һине нисек телевидениеға алып килде?

‒ БДУ-ның химия факультетында уҡып йөрөгән сағым ине, беренсе курсты тамамлағас, аҙмы-күпме аҡса булһын тип, эш эҙләй башланым. Шунда таныштарым телевидениеға барып ҡарарға тәҡдим итте. Бындағы эш юлым байтаҡ йылдар элек Рита Өмөтбаева әҙерләп, алып барған «Аҡ тирәк-күк тирәк» тапшырыуынан башланды. Студент йылдарында унда модератор булараҡ эшләнем. Һуңынан «Сәләм» тапшырыуында тура эфир режиссеры сифатында тәжрибә тупланым. Шул йылдарҙа Мәскәүҙә телевидение тапшырыуҙары режиссураһы йүнәлешендә белем алып, квалификациямды үҙгәрттем. 2011 йылда иһә «Тамыр» телеканалы етәксеһе Гөлназ Фәрит ҡыҙы Ҡолһарина үҙҙәренә саҡырҙы. Шулай итеп, бындағы эшмәкәрлегем ун йылдан ашыу элек «Тау-тау хәбәр» тапшырыуын эфирға сығарыуҙан башланды.

‒ Тәүге һөнәрең буйынса бөтөнләй эшләмәнең килеп сыға инде? Ә ни өсөн химия факультетын һайлағайның?

‒ Бала саҡтан уҡ төрлө өлкә менән ҡыҙыҡһындым. Үҙ итмәгән, яратмаған фәнем булмағандыр. Башланғыс кластарҙа үҙем тыуып үҫкән Учалы районы Көсөк ауылы мәктәбендә белем алдым, һуңынан бер ни тиклем ваҡыт күрше ауыл Сораманда уҡыным һәм яҙмыш Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназияһына алып килде. Унда инде оҡшаған дәрестәр тағы лы артты – береһенән-береһе даһи, бөйөк, көслө уҡытыусылар белем донъяһына мауыҡтырҙы, әммә медицина йүнәлешендә уҡығас, химия дәресе уҡытыусыһы Ишемғолова Миңлегөл Тимерйәр ҡыҙы беҙҙең класты нығыраҡ арбағандыр, күбебеҙ ошо йүнәлештә юғары уҡыу йортона инде. Студент йылдарында уҡ буласаҡ һөнәрем буйынса эш башлаған булһам, бәлки, шул йүнәлештә ҡалыр ҙа инем. Уҡыуы бик үк еңелдән булмаһа ла, оҡшай ине ул өлкә. Лаборатор тәжрибәләр үткәреү айырыуса мауыҡтырҙы. Антиоксиданттар хаҡында фәнни эш тә башҡарғайным. Ул тема ла күңелемә яҡын булды. Ғөмүмән, мин бөгөн дә фәнни-популяр лекциялар тыңларға, мәҡәләләр уҡырға әүәҫмен.

Әммә шулай уҡ, химия факультетында белем алыуыма ҡарамаҫтан, студент йылдарында классик әҙәбиәт уҡыу менән мауыҡтым. Ғәҙәти көндәрҙә китап уҡырға ваҡыт булмай торғайны. Сөнки, әйтеп үтеүемсә, уҡыуҙы ла, эште лә бер юлы алып барырға тура килде. Ә сессия мәлендә отпуск ала һәм һәр имтихандан һуң бер-ике көнөмдө махсус рәүештә әҙәби китаптар уҡыуға бүлә инем...

‒ Ә телевидение нимәһе менән арбаны һине?

‒ Бындағы эш шул тиклем мауыҡтырҙы. Байтаҡ йылдар телевидение тапшырыуҙары режиссеры булараҡ эшләйем. Әммә шул уҡ ваҡытта режиссер һөнәре нескәлектәрен тулыһынса беләм тип әйтеү мөмкин түгел. Сөнки ул шул тиклем күп яҡлы өлкә, бында яйға һалып алынған бер генә алым менән эшләп булмай: режиссер һөнәре һәр ваҡыт эҙләнеүҙе, уйланыуҙы, үҫешеүҙе, ниндәйҙер яңылыҡ индереүҙе талап итә. Һәр тапшырыуҙың, һәр проекттың үҙ нескәлектәре. Бына яңы ғына сериал төшөрҙөк. Был ‒ минең тәүге тәжрибәм. Һәм, ғөмүмән, сериалдар төшөрөү менән телевидение тапшырыуҙары төшөрөү икеһе ике төрлө өлкә. Хатта, ниндәйҙер кимәлдә, үҙемде яңы һөнәрҙә һынап ҡараным тип әйтергә лә мөмкиндер...

‒ Ә бына ниндәйҙер проектҡа тотонор алдынан килтереп сығара алырмынмы икән тигән икеләнеүҙәр буламы?

Икеләнеүҙәр, әлбиттә, була. Әммә беҙҙә шундай ижади, берҙәм коллектив тупланған. Бер-беребеҙгә һәр йәһәттән ярҙам итәбеҙ. Етәксебеҙ Гөлназ Фәрит ҡыҙы үҙ хеҙмәткәрҙәрен, ғөмүмән, кешеләрҙе бик яҡшы тоя, йәғни кемдең нимәгә һәләтле икәнлеген аңлай һәм дөрөҫ йүнәлеш бирә белә. Бәлки, уның беҙгә ҡарата булған ышанысы ла ярҙам итәлер, Аллаға шөкөр, барыһы ла ҡулдан килгән төҫлө. Ғөмүмән, «Тамыр»ҙа универсаль режиссерҙар, редакторҙар эшләй, миңә ҡалһа. Төрлө темаға ҡағылышлы тапшырыуҙар булһынмы, уйынмы, әкиәтме, документаль фильмдармы йә иһә сериалдар төшөрөүме – барыһын да булдырабыҙ, тип әйтә алам.

‒ Балалар менән эшләү үҙенсәлектәре хаҡында ни әйтерһең?

‒ Балалар менән эшләүе, берҙән, шул тиклем еңел дә, мауыҡтырғыс та. Балалар булған ерҙә ғәйбәт юҡ тип әйтәләр бит. Улар һәр ваҡыт ихлас, ыңғай энергия менән бүлешәләр, үҙҙәренең ихласлығы, эскерһеҙлеге менән арбай. Шуға ла балалар менән эшләүе ҡыҙыҡ. Малайҙар-ҡыҙҙар йүгереп йөрөгәндә арыу-талыу хаҡында уйламайһың да. Улар үҙҙәре арыған саҡта ла әүәлге хәлдәренә тиҙ ҡайталар. Һәләттәре ғаиләлә асылмаған икән, беҙгә, сит кешеләргә, уларҙың күңеленә асҡыс яратыуы анһаттан түгел, ләкин әгәр беҙ уларҙы үҙ-үҙенә ышандыра, аса алһаҡ – улар инде «Тамыр балалары»на әйләнә, улар өсөн бөтмәҫ ижади донъя ишектәрен аса.

‒ «Ышан» митстик сериалы – ул кемдең идеяһы ине?

‒ Идея – Гөлназ Фәрит ҡыҙыныҡы. Сценарийҙы Дамир Йосопов яҙҙы. Сериалдағы ваҡиғалар бөгөнгө тормошто һүрәтләй. Әммә улар мистикаға ҡоролған. Фильмда билдәле башҡорт легендаһындағы ете ҡыҙ ергә төшөп, ете үҫмергә сетерекле хәлдәрҙе сисергә һәм үҙ көстәренә ышанырға ярҙам итә. Ни өсөн мистика тиһәгеҙ, ул әкиәткә тартым. Ә үҫмерҙәр – кисәге балалар. Мистика, тимәк, әкиәт уларға яҡыныраҡ.

‒ Әммә сериалды һис тә әкиәт тип ҡабул итеү мөмкин түгел... Өлкәндәр өсөн дә фәһем бирерлек үтә етди мәсьәләләр күтәрелгән унда...

‒ Эйе, сериал, ысынлап та, олоһонда ла, кесеһендә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Тамашасыларҙан бик күп хәбәрҙәр алабыҙ. Аңлауыбыҙса, ул балаларҙың ғына түгел, өлкәндәрҙең күңеленә лә хуш килгән. Күптәрҙе уйландырған. Сөнки унда һәр кеше өсөн мөһим булған тәүҡиммәттәр, кешене кеше иткән сифаттар хаҡында һүҙ бара: яҡшы менән яманды, алдаҡ менән ялғанды айыра беләһеңме? Нимә ул нәфсе, тәккәберлек, мәрхәмәтлелек һ.б? Бәлки, ҡайһы бер төшөнсәләрҙе, уларға һалынған тәрән мәғәнәне үҫмерҙәрҙең барыһы ла аңлап та бөтмәҫ. Әммә бала күңеленә үҙ мәлендә дөрөҫ орлоҡтар һала белеү, уларҙы уйланырға саҡырыу һәм, иң мөһиме, үҙ көсөңә ышаныуҙан да ҙурыраҡ көс юҡ икәнлеген аңлатыу зарур. Сөнки үҙ-үҙеңә ышанмаһаң, башҡаларҙың ышаныуы һиңә ярҙам итмәүе лә ихтимал. Ошо ете сериянан торған фильмға бик тәрән мәғәнә һалынған. Һәм күпселек үҫмерҙәр уны аңлар, яҙмыштарының, нигеҙҙә, үҙ ҡулдарында булыуына төшөнөр тигән өмөттәбеҙ...

‒ Сериал төшөрөү – бик оҙайлы, ауыр хеҙмәттер ул?.. Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн күпме ваҡыт талап ителде?

‒ Был сериал өҫтөндә туғыҙ ай алһыҙ-ялһыҙ эшләнек тип әйтергә лә мөмкин. Рәсәй, донъя кимәлендәге төрлө ҙур конкурстарҙа ҡатнашҡанда ярайһы ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән режиссерҙар менән аралашыу бәхете тейгәне бар. Ғәҙәттә, ниндәйҙер ҙур проектҡа тотонаһың икән, күпмелер ваҡытҡа, йәғни шул эште атҡарып сыҡҡанға тиклем үҙ тормошоң хаҡында оноторға кәрәк, тиҙәр. Ысынлап та шулай икән. Туғыҙ ай дауамында сериал төшөрҙөк һәм шул осорҙа үҙебеҙҙең шәхси тормошто ситкә ҡуйып торорға тура килде. Хатта кастинг ойоштороп, балаларҙы һайлап алғанда уларҙан да, әгәр ҙә беҙ һине фильмда төшөрөгә саҡырһаҡ, аҙаҡҡа тиклем сыҙарһыңмы, ялҡып ҡул һелтәп ҡуймаҫһыңмы тип алдарында үтә лә етди эш торғанлығын аңғарттыҡ. Шөкөр, бер кем дә һынатманы, барыһы ла ышанысты аҡланы. Өфөлә йәшәүсе туған телдәрендә саф, таҙа һөйләшкән һәләтле башҡорт ҡыҙҙары һәм малайҙары тупланды. Әйткәндәй, фильмда һәр кем үҙенә хас диалектта һөйләште һәм был сериалды халыҡсаныраҡ, йәнлерәк итте шикелле. Был сериал күп малай-ҡыҙҙарҙың дебюты булды. Ижади төркөмгә ҙур рәхмәт! Бер кем дә ваҡыт менән иҫәпләшеп торманы, барыһы ла күңел һалып, намыҫ менән эшләне. Сериалды төшөргән ижади төркөмдә лә ете кеше булдыҡ: ҡуйыусы оператор Руслан Бикбаев, уның ярҙамсыһы, оператор Шамил Кәримов, башҡарыусы продюсер Гөлшат Ғәлиуллина, тауыш операторы Айҙар Ғәйнетдинов, администратор Диләрә Сөләймәнова, режиссер ярҙамсыһы Юлияна Әмирйәнова. Ә инде төшөргән эште туплауҙа командаға ҡораусы режиссер Дамир Сәлимов, графика оҫтаһы Шамил Хәмитов, композиторҙар Фәтих Ҡолһарин һәм Айҙар Хәмзин ҡушылды. Ижади команда исеменән беҙҙе яңы башланғыстарға илһамландырған директорыбыҙ Гөлназ Фәрит ҡыҙы Ҡолһаринаға һәм финанс йәһәттән ярҙам күрһәтеүе өсөн Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы етәксеһе Рөстәм Ришат улы Зарафутдиновҡа оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

‒ Был эш үҙе бер мәктәп булғандыр һинең өсөн?..

‒ Һис шикһеҙ. Күп нәмәләргә өйрәндем, бер башҡа үҫтем, тип әйтә алам. Мәҫәлән, ныҡ күп ҡарарҙар ҡабул итергә тура килде. Мин, ғөмүмән, икеләнеүсән кеше, шуның өсөн дә был йәһәттән үҙ өҫтөмдә эшләргә кәрәк булды. Икеләнеүҙе командаға күрһәтмәй, ышаныслы ҡиәфәт менән эш башҡарыу, аҙаҡтан төндәр буйы: «Дөрөҫ эшләнемме икән? Кәрәк мизансцена төҙөнөммө икән? Ролгә тура килгән кешене һайланыммы икән?» һәм башҡа һорауҙар өҫтөндә уйланыуҙар күп булды. Әле лә бар.

‒ Балалар үҙ-ара дуҫлашырға өлгөрҙөмө?

‒ Ете ҡыҙ үҙ – ара дуҫлашып өлгөрҙө. Сөнки улар съемкалар мәлендә һәр саҡ бергә булды. Ә бына ете үҫмер айырым-айырым төштө. Бер-береһе менән тап килгән саҡтары һирәк ине. Әммә уларҙың дөйөм чаттары бар. Унда бик ихлас аралышыу бара. Фильмдың һәр серияһынан һуң бер-береһе өсөн ҡыуанып, ҡеүәтләүҙәрен белдерҙеләр. Хатта күңелдәре тулып илашып та алдылар. Уларҙы хәҙер тиҫтерҙәре социаль селтәрҙәр аша эҙләп табып, дуҫлыҡ тәҡдим итә. Шулай итеп беҙҙең егеттәр-ҡыҙҙар үҫмерҙәр араһында бик популяр булып китте. Был, миңә ҡалһа, бик ыңғай күренеш.

‒ Үҙең мистикаға ышанаһыңмы?Тормошта мистикаға урын бармы?

‒ Тормоштағы иң төп мистика минең өсөн шул – нимә эшләһәң дә ул һиңә ҡасан да булһа кире әйләнеп ҡайта. Ҡылған изгелегең дә, яуызлығың да, хатта яңылыш яһаған хаталарың да эҙһеҙ үтмәй. Үкенескә күрә, бөгөн шундай осорҙа йәшәйбеҙ. Ҡайһы бер төшөнсәләр үҙ ҡиммәтен юғалта. Бәғзеләр ниндәйҙер дөрөҫ блумаған принциптарҙы алға һөрә. Кешенең аңын бутау кеүек күренештәр бар. Әйтәйек, халыҡта «наглость – второе счастье» тигән төшөнсә йәшәй. Наглость һүҙен башҡорт теленә оятһыҙлыҡ, тупаҫлыҡ тип тәржемә итергә мөмкин. Һәм бындай сифаттарҙың бәхет төшөнсәһенә бер ниндәй ҙә ҡатнашлығы юҡ. Ә бына ҡыйыулыҡ, үҙ көсөңә ышаныу – ул, ысынлап та, бәхеттер... Беҙгә, балалар өсөн, һүҙ менән эшләгән кешеләргә, айырыуса итибарлы булыу фарыз. Сөнки тәүмаҡсатыбыҙ ‒ зыян итмәү. Һәм бала күңеленә кешене кеше, шәхес иткән ысын ҡиммәттәр хаҡында орлоҡтар һалыу.

‒ Ихлас әңгәмәң өсөн рәхмәт, Әдилә! «Тамыр» телеканалы алып барған хеҙмәт, һис шикһеҙ, оло ихтирамға лайыҡ. Киләсәктә лә матур-матур проекттар менән ҡыуандырыуығыҙҙы теләйбеҙ!

 

«Үҙ көсөңә ышаныу – бәхеттер...»
«Үҙ көсөңә ышаныу – бәхеттер...»
«Үҙ көсөңә ышаныу – бәхеттер...»
«Үҙ көсөңә ышаныу – бәхеттер...»
«Үҙ көсөңә ышаныу – бәхеттер...»
Автор:Гульшат Кагарманова
Читайте нас: