+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
25 Ғинуар 2022, 15:09

25 ғинуар - Рәсәй студенттары көнө

Шуныһы ҡыуаныслы: һәләтле, алдарына ҙур маҡсат ҡуйып,  юғары уҡыу йоттарында тырышып  уҡыған  йәштәребеҙ бихисап. Рәсәй студенттары көнө уңайы менән талантлы, рухлы, әүҙем, матур  егет менән таныштырабыҙ.

25 ғинуар - Рәсәй студенттары көнө
25 ғинуар - Рәсәй студенттары көнө

Динислам Сафин - З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты.  Театр факультетында уҡый. Сибай сәнғәт колледжын ҡурай  класы буйынса тамамлап Өфөгә белем алырға килгән егет  алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәй, бер сәғәтен, көнөн бушҡа үткәрмәй.

– Театр артисы һөнәре тырыштарҙы, егәрлеләрҙе, белемлеләрҙе яратҡанын мин яҡшы беләм, шуға ла үҙемде был һөнәргә күптән әҙерләйем. Әгәр ҙә мин башҡорт театрында Салауатты башҡарам икән, аңымда халҡымдың үткәне, күңелемдә Салауат шиғырҙары, ҡулымда ҡурай булырға тейеш, – ти Динислам.

24 кенә йәш булыуға ҡарамаҫтан, егет ғаилә ҡороп та өлгөргән. Йәш кеше өсөн, әлбиттә, был бик етди, ҙур яуаплылыҡ талап иткән  аҙым.

- Мин һынауҙарҙан ҡурҡмайым, улар мине сыныҡтыра, яҡшыны ямандан, дуҫты дошмандан айырырға өйрәтә, – ти буласаҡ актер.

Динислам башҡорт  халыҡ  йырҙарына ғашиҡ. Башҡорт эстрадаһын да үҙ итә. Күп кенә йырҙар яҙҙырған. Динисламдың ҡаҙаныштарына күҙ һалайыҡ. Институттың 1-се курсында башҡорт эпосы “Аҡбуҙат”та Аҡбуҙат ролен башҡарһа, 2 курста Мостай Кәрим пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә Салауат Юлаев ролен уға ышанып тапшыралар.  Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” спектаклендә Аҡъегет ролен, диплом эше - «Ауаз булып ҡайтыр һөйөүем..» видеофильмында Ғөбәй Дәүләтшин ролен уңышлы башҡара. Т. Уильямстың «Стеклянный зверинец» спектаклендә  Джим ролендә лә егет үҙен күрһәтә ала.  Динислам байтаҡ ҡына Бөтә Рәсәй конкурстарының лауреаты, халыҡ-ара “Арҡаҙаш-2020” фестиваль-конкурсының 1-се дәрәжә лауреаты. 

Д.Сафин – бик әүҙем студент. Дөрөҫөн әйткәндә, ниндәй сараларҙа ҡатнашыуын һанап та бөтөрөрлөк түгелдер. Телем, халҡым, тип янып йөрөүсөләрҙән беҙҙең ҙур булмаған мәҡәлә геройы. Шундай йәштәребеҙ барҙа, киләсәгебеҙ ҙә өмөтлө, аллаға шөкөр. 

Быйыл Динислам сәнғәт институтын тамамлай. Уның хыялы - башҡорт театрына хеҙмәт итеү.

Уңыштар юлдаш булһын һиңә, Динислам!

Автор:
Читайте нас: