+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
28 Декабрь 2021, 10:51

Республиканың «Юлдаш Плюс» йәштәр интернет радиоһы быйыл икенсе тапҡыр үҙенең премияһын тапшырҙы.

«Йыл асышы» тип танылған егет менән таныштырабыҙ һеҙҙе, дуҫтар.

Республиканың «Юлдаш Плюс» йәштәр интернет радиоһы быйыл икенсе тапҡыр үҙенең премияһын тапшырҙы.
Республиканың «Юлдаш Плюс» йәштәр интернет радиоһы быйыл икенсе тапҡыр үҙенең премияһын тапшырҙы.

– Илнар, тауышың матур, йырлауың да оҡшаны. Үҙең менән таныштырып үт әле. Һин ҡайһы яҡтан, әле уҡып йөрөйһөңмө, эшләйһеңме?
– Мин Белорет ҡалаһынанмын. Әлеге мәлдә Башҡорт дәүләт университетының физика-техник институтында геофизик һөнәренә уҡып йөрөйөм.
– Бына бит нисек, үҙең физик та, лирик та икәнһең.
– Тормош юлым сәнғәт менән бәйле буласағын асыҡ күрә инем. Ләкин донъя хәлен белеп булмай, шуға күрә яратҡан фәнемдән дә айырылмаҫҡа уйланым. Физика менән сәнғәтте бергә алып барыуы еңелдән түгел, әлбиттә. Йырға күберәк ваҡыт бүлге килә, ләкин мин үҙем бындай юлды һайлағас, бер ҙә үкенмәйем.
– Мәктәп менән өс йыл элек кенә һаубуллашҡанһың, ә ниндәй уҡыусы булдың?
– Мин ике мәктәптә уҡыным. Беренсе синыфтан етенсегә тиклем – Белорет ҡалаһында Яныбай Хамматов исемендәге баш­ҡорт гимназияһында, унан һуң Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында белем алдым. Гел яҡшы билдәләргә өл­гәштем. Мәктәп йылдары төрлө саралар, олимпиадаларға бай булды. Күп кенә республика бәйгеләрендә ҡатнаштым. Порт­фолиола 100-ҙән артыҡ төрлө- төрлө диплом, грамоталарым йыйылып киткән. I синыфта уҡығанда Яңы йыл тема­һына һүрәттәр конкурсында республика буйынса I урын ал­ғайным, шул хәтеремә ныҡ уйылып ҡалған. Тәүге ҙур еңеүем булғанғалыр инде. Һуңынан төрлө саралар, еңеүҙәр күп булды, Алла бирһә, тағы ла булыр, тип ышанам. Өфөлә уҡы­ғанда бер йылға президент итеп һайланылар. Был вазифалағы кеше уҡыусылар менән уҡытыусылар араһындағы күпер булып тора. Улар араһындағы мөнәсәбәттәр өсөн яуаплы, уҡыу­сыларҙың теләктәрен һәм һорауҙарын гимназия етәкселегенә еткерә. Үҙебеҙҙең аранан актив йыйып, гимназия буйлап төрлө эштәр башҡара инек. Мәҫәлән, линейкала аҙна барышында булған төрлө кисәләр, концерт, байрамдарға йомғаҡ яһай торғайныҡ. Күп сараларҙы үҙебеҙ ойоштора инек. Гимназия эсендәге тәртип, берәү ҙә дәрескә һуңламаһын, таҙалыҡ булһын өсөн яуап бирҙек. Төрлө ерҙәр­ҙән делегацияларҙы ҡаршы ала торғайныҡ. Гимназия тураһында яҙа башлаһаң, китап сығарырлыҡ. Ғөмүмән, президент итеп һайланыуым миңә яуаплы булырға, үҙемде кеше алдында тота белергә, кешеләр менән эшләргә, ваҡытты дөрөҫ бүлергә һәм башҡа күп нәмәгә өйрәтте.
– Сәнғәткә килгәндә, тәүге өйрәнгән йырың ниндәй ине?
– Тәүге йырлаған йырым «Любезники-любизар» булды. Уны миңә атайым өйрәткәйне. Шул йыр менән дүрт йәшемдә тәүге тапҡыр ҙур сәхнәлә – Белорет ҡала мәҙәниәт йортонда атайымдың концертында сы­ғыш яһаным.
– Тимәк, һин музыкаль ғаиләнән?
– Эйе, атайым – йырсы Динар Ғәниев, әсәйем дә йырлай, ә ҡустым бейей. Атайым яғынан да, әсәйем яғынан да туғандарым бөтәһе лә тиерлек бик матур йырлай. Улар икеһе лә музыкаль училищены бөткәндәр.
– Ҙур сәхнәгә ҡасан сыҡтың?
– 2013 йылдар тирәһендә гитарала уйнарға өйрәнә башланым. Бының өсөн ағайыма рәхмәт. Ул миңә тәүге аккордтарҙы күрһәтеп бирҙе. Тап шул ваҡыттан башланып китте инде минең ижад юлым. 2017 йылда «Ҡош юлы» бард фестивалендә ҡатнаштым (ололар араһында, ул ваҡытта «Ҡош юлы» – балалар» юҡ ине). Үҙемдең йырҙарым менән сығыш яһап, II урын алдым. Теүәл бер йыл үткәс, икенсе тапҡыр ҡатнашып, еңеүсе булдым. 2019 йылда шулай уҡ республика кимәлендә үткән «Йәшлек-шоу» конкурсында I урын бирҙеләр. Унда ла үҙем яҙған «Төштәремдә бөгөн һине күрҙем» тигән йыр менән сығыш яһағайным. Был еңеүҙән һуң төрлө ҙур концерт-дискотекаларға саҡыра башланылар.
– Йыр нисек яҙыла ул? Әле нисә йырың бар? Уларҙы ҡайҙа тыңларға мөмкин?
– Йыр яҙғанда иң беренсе күңелдә көй тыуа, һуңынан шуға ятышлы һүҙҙәр яҙам. Әлегә йырҙарымды «Бәйләнештә» селтәрендә тыңларға була, оҙаҡламай төрлө музыкаль майҙансыҡтарға һалынасаҡ. Интернетта 20-ләп йырым бар, сығарылмағандары ла күп әле. Беренсеһен 2015 йылда яҙҙым. Аллаға шөкөр, илһамым шул ваҡыттан эргәмдән китмәй.
– Йырҙарыңды үҙең генә баш­ҡараһыңмы?
– Башҡалар ҙа. Бына әле «Юлдаш Плюс» концертында Алтынай Вәлитов менән Алһыу Вәлитова башҡарған «Һин йылмайһаң» тигән йыр «Йыл дуэты» тигән номинацияла еңде. Был йырҙың һүҙҙәре лә, көйө лә минеке. Йәш йырсы ҡыҙҙар һәм егеттәр теләп башҡара. Баш­ҡорт-татар эстрадаһының танылған йырсылары Илшат Яппаров, Илнур Рамаҙанов һәм башҡаларға йыр яҙғаным бар.
– Һине күберәк кемдәр тыңлай? Араларында өлкәндәр бармы? Боронғо йырҙарҙы беләһеңме?
– Йырҙарымды кескәйҙәр ҙә, ололар ҙа тыңлай. Быға мин бик шатмын. Халыҡ йырҙарынан «Азамат», «Уралым», «Сыңрау торна»ны башҡарам, ретро йырҙарҙы күп беләм. Уларға яңы һулыш өрөп яҙҙырырға ла теләгем бар.
– «Юлдаш Плюс» тураһында әйтеп үт әле, йәштәр араһында популярмы ул?
– «Юлдаш Плюс» интернет радиоһы – йәштәр өсөн һәм улар өсөн әлеге ваҡытта иң шәп һәм популяр майҙансыҡ. Баш­ҡорт медиа киңлеге заман менән бергә атлауы ныҡ ҡыуандыра. «Юлдаш Плюс» яңы таланттар, йырсылар, улар­ға мөмкинлектәр аса. Бының өсөн бик ҙур рәхмәтемде белдерәм. Радио ойошторған сараларҙа ҡатнашып, ҡунаҡҡа саҡырғанда барырға тырышып торам.
– Сәнғәт һинең өсөн нимә ул?
– Минең өсөн сәнғәт – иң тәүҙә һәр кешенең күңел төбөндә ятҡан хистәрен, уйҙарын, теләктәрен башҡа кешеләргә төрлө жанрҙар аша еткереү ысулы. Күңел яраларын дауалаусы ул. Минеңсә, был донъяла бул­ған иң мөһим нәмәләрҙе тулыһынса аңлайышлы итеп сән­ғәт кенә еткерә ала.
– Уҡыусыларға ниндәй теләктәрең булыр?
– Тормош ниндәй генә һынауҙар ебәрмәһен, гел көслө, ныҡ булып ҡалығыҙ. Һәр ваҡыт үҙегеҙҙең ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешегеҙ. Тырышлыҡ һәм ҙур теләк кенә уңыш килтерә.
– Рәхмәт, Илнар! Һиңә уҡыуыңда һәм ижад өлкәһендә уңыштар теләйбеҙ.

         Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА

Автор:
Читайте нас: