+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
25 Декабрь 2021, 10:00

Ҡотлайбыҙ!

Башҡорт халҡының мәҙәни, рухи мираҫын үҫтереүгә һәм һаҡлауға ҙур көс һалған, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле ҡурайсы – уҡытыусы Әҙеһәм Динислам улы Исҡужиндың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында VI Асыҡ ҡала бәйгеһе үтте. Был мәртәбәле бәйгенең  I дәрәжә дипломына һәм лауреат исеменә йәш йырсы Рифат ЙӘМЛИХИН  лайыҡ булды. “Музыкаль арсенал” магазины еңеүсегә 30 меңгә сертификат бүләк итте.  “Һәнәк” журналының бүлек мөхәррире , коллегабыҙ Рифатты ҡотлайбыҙ. Артабан да уға ижади ҡаҙаныштар, моң шишмәһенең һайыҡмауын теләйбеҙ! Рифат Йәмлихин менән яҡынданыраҡ танышырға теләгәндәр, рәхим итегеҙ сайтыбыҙға  -

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Рифат Йәмлихин 1988 йылдың 26 июнендә Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында донъяға килгән. Тәүҙә Яйыҡбай мәктәбендә белем ала, аҙаҡ 7-се синыфтан уҡыуын Сибай гимназия-интернатында уҡыуын дауам итә. Сибай сәнғәт колледжын, Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлай.
 
- Ни тиклем сәйер тойолмаһын, минең барлыҡ туғандарым, ата-әсәйем дә бер ҡасан да йырламаны. Һәр хәлдә, мин үҙем иҫләмәйем. Атайымдың һөйләүе буйынса, атайым яғынан Сабит оло ҡартатайым ҡурайҙа уйнаған.
     Атайым үҙе ғүмере буйы урмансы булып эшләне, әсәйем – хужабикә. Ғаиләлә беҙ өсәү үҫтек. Ағайым – уҡытыусылыҡты, ә һеңлем медицинаны һайланы. Бер мин генә сәхнәгә ылыҡтым.
Тәпәй баҫҡандан алдараҡ йырлай башлағам, иҫ белгән мәлдә мин рәхәтләнеп йырлай инем. Балалар баҡсаһында ла, мәктәптә уҡыған саҡта хорҙа, яңғыҙым да тамашасы алдында сығыш яһаным. Бәләкәй саҡта иң яратып башҡарған йыр ул – “Батырҙар йыры”. “Эйәрле ат беҙ менгәндәр, һау булығыҙ, йән һөйгәндәр” – тип балалар баҡсаһында күмәкләп йырлай торғайныҡ.
3-сө синыфта уҡығанда ҡурай түңәрәге етәксеһе, минең остазым Рәил Хәсәнов ҡурайҙа уйнау серҙәренә төшөндөрҙө. Ә гитарала уйнарға Сибай ҡалаһының гимназия-интернатында уҡыған саҡта, 7-се синыфта өйрәндем. Минән ике синыфҡа өлкәнерәк Тимур Вәлитов (Zindan) өйрәтте миңә. Ул ваҡытта ни, танауға яңы еҫ инә башлаған ваҡыт, беҙ – Тимур, Илгиз Абдрахманов һәм мин – гитара ҡылдарын сиртеп, мөхәббәт тураһында йырҙар уйлап сығарып, йырлай торғайныҡ.
     Бәләкәй саҡтан уҡ шиғырҙар ҙа яҙа торғайным. Тора-бара көйҙәр ижад итә башланым. Йырҙарым күбеһенсә мөхәббәт тураһында, ретро стилендә. Был стиль күңелемә яҡын, сөнки ундай йырҙарҙа мәғәнә бар, һәр һүҙенә тәрән фекер һалына. Заманса стилдәрҙе өнәмәйем. Уларҙа 75 һүҙҙә бер фекер.
Автор:
Читайте нас: