+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
7 Август 2021, 16:00

Етәр, Фидан шаярып йөрөргә. Етди эшкә күс -

-

– Етәр, Фидан шаярып йөрөргә. Етди эшкә күс, тип әйткәндәре бармы?

– Йыш булмаһа ла, әйтеп ҡуялар. Тураһын әйткәндә, уны үҙем дә аңлайым. Хәҙер миңә 31 йәш. Олоғая башланым шикелле, тормош ҡиммәттәре үҙгәрә. Һынылыш осоро кисерәм шикелле: йыш ҡына депрессияға бирелеп алам. Кеше иғтибарынан ҡасҡы, билдәле булмаған кеше булғы килә. Интернет булмаған ергә барһам, күңелем ял итә. Быйыл Яңы йыл байрамында ике аҙна буйы инстаграммға инмәнем. Шул тиклем рәхәт булды. Өс көн интернет булмаһа, донъяның матурлығын күрә башлайһың.

Ҡыҫҡаһы, аҙыраҡ булһа ла етдиерәк булырға кәрәк. Шуғалыр, минең вайндарҙа фәлсәфәүи уйҙары менән, тормошта күп ауырлыҡтар күргән Раисапа персонажы барлыҡҡа килде.

 

Был юмористы олоһо ла, кесеһе лә яҡшы белә. Стендап форматындағы концерттар ҙа ҡуйҙы, телевидение журналисы булараҡ та һынатмай. Шулай уҡ уның эшмәкәрлеге менән интернет селтәрендә, бигерәк тә Instagram сайтында танышырға була. Ижад юлын КВН уйындарынан башлаған Фидан ҠОЛМӨХӘМӘТОВТЫ беҙ «Кәкере сүкеш» исеме менән дә таныйбыҙ. Шаян артистың тормошо һәм ижады тураһында Гөлнур Ҡыуатованың ҙур, ҡыҙыҡ мәҡәләһен "Тамаша" журналының август һанында уҡырһығыҙ, дуҫтар.

Етәр, Фидан шаярып йөрөргә. Етди эшкә күс -
Етәр, Фидан шаярып йөрөргә. Етди эшкә күс -
Автор:
Читайте нас: