+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
12 Июль 2021, 14:05

Бөтәһенә лә ярҙам итеүсе

"Тамаша" журналының 3-сө һанында сыҡҡан мәҡәләне тулы килеш сайтыбыҙҙа уҡый алаһығыҙ -

Башҡортостан сәнғәте – йондоҙло көмбәҙ кеүек ул, береһенән-береһе яҡтыраҡ, сағыуыраҡ янған йондоҙҙар ҡалҡып ҡына тора. Күптән түгел генә ҡабынған, тырышлығы, таланты, аҡылы, һөйкөмлөлөгө менән күңелдәрҙе биләгән, заманса йырҙарҙы ла, халҡыбыҙҙың оҙон көйҙәрен дә берҙәй матур башҡарған йырсы булыуҙан тыш, үҙен «Юлдаш плюс» йәштәр интернет радиоһы етәксеһе итеп тә танытырға өлгөргән йәш, өмөтлө йондоҙҙарыбыҙҙың береһе – Илнур Рамаҙанов.

 

«Тамаша» журналы өсөн әңгәмә ваҡытында Илнурға «Үҙеңде ике һүҙ менән генә нисек тасуирлар инең?» тигән һорауға «Бөтәһенә лә ярҙам итеүсе» тине. Ысынлап та, Илнурҙың ярҙамын күп өлкәлә, күптәр үҙ иңендә тоя. Ололарға ла, йәштәргә лә бирер кәңәше, өйрәтер эш алымдары етерлек булдыҡлы егеттең.

Сәнғәткә илткән юлдар һәр саҡ тыуған йорт тупһаһынан, тыуған ауыл ҡапҡаһынан башлана. Мәҙәниәт өлкәһендә ҡайнап йәшәгән әсәһе Йәмилә Сабир ҡыҙы Илнурҙа йыр-моң донъяһына сабый саҡтан уҡ һөйөү уята. Бәләкәйҙән төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнаша йырларға яратҡан малай. Туғандар бергә йыйылышҡан саҡтарҙа ҡалаҡты микрофон итеп йырлап, ҡунаҡтарҙың күңелен аса, хатта йырҙың һүҙҙәрен белмәүенә лә аптырап тормай ул. Тыңлап ултырыусыларҙың хуплап, мәрәкәләп көлөүе лә ҡамасау булмай.

Балалар баҡсаһына йөрөгән саҡта, дүрт йәштәр тирәһендә, Күмертау ҡалаһында тәүге тапҡыр ҙур сәхнәгә сыға. Артабан әсәһе етәкселегендәге «Аҡбуҙат» фольклор коллективына йөрөй башлай. Башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен, халыҡ йырҙарын, йырҙың мәғәнәһен, моң ҡиммәтен бәләкәй саҡтан күңеленә һеңдереп үҫә.

Үҙе тыуып үҫкән Көйөргәҙе районында биш-алты йәштән сығыш яһай башлаһа ла, Илнурға призлы урындар эләгеп бармай. «Тыуған ер иң һуңғы булып таный», тигән әйтем үҙ көсөндә инде ул. 2003 йылда «Тамыр» ойошторған бәйгелә беренсе урынға лайыҡ булған саҡта Илнурға ете йәш кенә була. Ә инде республика кимәлендәге «Яҙғы тамсылар» йыр конкурсына сығыу менән беренсе урынды яулай.

2011 йылда үҙ көсөн һынап ҡарарға уйлай һәм Бөтә Рәсәй йыр конкурсында ҡатнашырға ҡарар итә. Һөҙөмтәлә – Гран-при яулағас, үҙенә-үҙе ышанмай тора хатта.

Артабан, был конкурста еңгәнгә күрә, Илнурҙы Сочиға Халыҡ-ара йыр конкурсына ебәрәләр. Бында ла һынатмай егет, «Халыҡ вокалы» номинацияһында ун йырсы араһында Гран-при яулай! 2014 йылда «Йәшлек-шоу»ҙа ҡатнашып, өсөнсө урынға лайыҡ булыуы егеттә үҙ-үҙенә ышаныс уятып, үҙен «йондоҙ» итеп тойорға ярҙам итә.

Башҡорт эстрадаһына 2015 йылда, йәғни 19 йәшендә аяҡ баҫа.

Баян, ҡурай моңо оҙатыуындағы йырҙарҙы ла ярата Илнур. «Йәштәрҙең интернет радиоһы етәксеһе булһам да, заманса йырҙарҙы тыңлауы ҡыйын, – ти Илнур. – Йәштәр йырлай белмәй, каверҙар күбәйҙе, аранжировкалар ҙа маҡтанырлыҡ түгел, сөнки былар барыһы ла ҙур сығымдар талап итә».

Талантлы егеттең үҙенең йырҙары ла бик күп. Биш йыл эсендә илленән ашыу йыр ижад итә ул. Уларҙың утыҙы диск булып баҫылып сыҡҡан. Репертуары күп төрлө: заманса, эстрада, ретро, халыҡ йырҙары ла бар. Ул үҙ ижадында төрлө йүнәлештәрҙе туплаған.

Йырҙарының көйҙәрен башлыса үҙе яҙа. Йыл һайын «Сулпылар»ҙа ҡатнашҡан кескәйҙәргә йырҙар яҙып бирә. Балалар өсөн ижад иткән композиторҙар һанаулы ғына тип, ошо өлкәлә эшләргә маҡсат ҡуйған һәләтле егет.

Сәнғәт – Илнурҙың күңеленә ятҡан донъя. Башҡорт дәүләт университетының геология факультетында уҡып йөрөһә лә, бала саҡтан төрлө телебәйгеләрҙә ҡатнашып аралашҡас, йырлап йөрөү менән генә сикләнмәй, үҙен төрлө йәһәттән күрһәтә, үҫтерә алырлыҡ мөхиткә – телеүҙәккә тартыла егеттең күңеле. Мәҙәни тормош оҡшай ҙа, килем дә килтерә. Тик бына һуңғы арала эстрада тормошонан бер аҙ ситкәрәк китә йырсы, сөнки радиола тынғыһыҙ эш, ипотека...

2019 йылдан алып Илнур республикалағы «Юлдаш плюс» йәштәр интернет радиоһында етәкләй. Унан тыш, «Юлдаш» радиоһында ла социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәре өсөн яуап бирә. «Юлдаш плюс» – республикала берҙән-бер, хатта Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы холдингында берҙән-бер йәштәр проекты ул. Командала 12 кеше. Күп нәмәне йәштәр үҙ көстәре менән башҡара.

Радио бик популяр, киске тура эфирҙар ваҡытында бер үк ваҡытта «Юлдаш плюс»ты 21 меңдән ашыу кеше тыңлаған саҡтар була.

«Юлдаш плюс» тулҡындарына килеп эләгеү өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырылған, үҙҙәренең рәсми сайты бар, телефонға радио ҡушымталарын күсереп алырға мөмкин, хатта хәҙерге «Яндекс. Станция» колонкаларында ла тотоп була был радионы. Радиола, әлбиттә, заманса һулыш ярылып ята. Шулай

ҙа элекке йырҙарға ла иғтибар бүленә, сөнки хәҙерге йәштәр ундайҙарҙы ла ярата.

Радиоға күптән түгел ете йәш тулды. Ул былтыр Рәсәй буйынса «Милли-поп йырҙар жанрында тыңлау» номинацияһында беренсе урынға лайыҡ булды. Интернет-радиоларҙы тыңлау буйынса «Юлдаш плюс» Рәсәйҙә беренсе урында.

Башҡортостанда башлыса «Юлдаш» радиоһын тыңлайҙар, сөнки республикала ФМ станциялары тота, ә «Юлдаш плюс»ты Башҡортостандан ситтә ихлас тыңлайҙар, уны интернет аша тапшырыу уңайлы. Рейтингта Ханты-Манси автономиялы округы, хатта беренсе урындарҙы биләй. Мәскәү, Ленинград, Амур өлкәләре һәм башҡалар ҙа тыңлай.

«Юлдаш плюс» йәштәр интернет радио етәксеһе, «Юлдаш» радиоһының үҫеш бүлеге белгесе булыу менән бер рәттән Илнурҙың тағы ла бер ҙур яуаплы вазифаһы бар, ул – «Яңы моң» музыкаль конкурсын алып барыусыларының береһе.

«Беренсе май байрамдарында традиция буйынса ауылға ҡайтып эшен дә эшләп, ял да итеп килә инек. Быйыл ҡайтып та булманы инде, «Яңы моң»доң съемкалары, финал тура эфирҙа барҙы. Был бик яуаплы һәм мәшәҡәтле, аҙ ғына ваҡыт эсендә күпкә өлгөрөүҙе, күп көс һалыуҙы талап иткән сара булды», – тип кисерештәре менән уртаҡлашты Илнур.

Ул ошондай проекттың килеп сығыуына ҡыуанып бөтә алмай. Сөнки был сара башҡорт йырының бәҫен, кимәлен күтәрә, сит ил башҡарыусылары башҡортса йырлаһа, башҡорт йырында бөтөнләй яңы йүнәлешкә юл асыла. Конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәре өйрәнгән башҡорт йырҙарын һәр ерҙә лә башҡорт данын таратып, йырлап йөрөйәсәк. Проектта һәр ҡатнашыусы менән дуҫлаштыҡ, матур мөхит хөкөм һөрҙө. «Яңы моң» проекты туҡтап ҡалмаясаҡ, үҙ эшен дауам итәсәк. Киләһе миҙгелдең ҡасан асылыры тиҙҙән билдәләнер», – ти Илнур Рамазанов.

Ылыҡтырғыс һөйкөмлөлөгө менән арбап торған егеттән үҙенән-үҙе: «Кәләш алырға йыйынмайһыңмы әле?» – тип һорағы килә.

«Эштән бушамағас, ҡыҙҙар күҙләргә ваҡыт юҡ, шуға йөрәгем дә буш әлегә», – тип, һылыу ҡыҙҙарға өмөт осҡоно тоҡандырҙы Илнур. Июль айында, ял ваҡытында, бәлки, ғашиҡ та булып ҡуйыр әле ул! Ә егеттең буласаҡ кәләшенә талаптары бик дөрөҫ: тәү сиратта ҡыҙҙың күңекле матур, рухы бай булһын. «Тәмәке тартыу, эсеү кеүек насар ғәҙәттәр менән рухи йәһәттәр өлгөрөп етмәгән кеше генә мауыға. Ҡыҙ кеше үҙ баһаһын белә, үҙен ипле тота, матур кейенә, тәмле бешерә, һөйгән йәренә ҡарата ихтирамлы, элекке милли йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, ҡатын-ҡыҙ ҡиммәттәрен ихтирам итә икән, кәләш булырға лайыҡ тип иҫәпләйем», – ти Илнур.

Бына шундай матур ниәттәр менән йәшәй, эшләй, ижад итә йәш егет. Тормошта ул күп һынауҙарҙы һыҡранмай ғына үтеп сынығырға ла өлгөргән. Атаһы үлеп ҡалғас, әсәһе менән ҡустыһының иң ҙур таянысы булып, бик ауыр осорҙарҙы үткәрергә тура килә. Илнурҙың тормош девизы «Аҙ һөйлә, күп эшлә». Оло маҡсаттарын, ниәттәрен нәҡ ошо девиз тормошҡа ашырасағына ышана ул.

Миләүшә ҠЫҘРАСОВА

Бөтәһенә лә ярҙам итеүсе
Бөтәһенә лә ярҙам итеүсе
Автор:
Читайте нас: