-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
24 Июнь 2021, 18:00

«Ҡорос» беҙҙе сыныҡтырҙы!

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы, «Ҡорос» халыҡ театры коллективы тураһында түбәндәге ссылка аша инеп уҡый алаһығыҙ

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы, «Ҡорос» халыҡ театры – үҙенсәлекле йәштәр театры. Уҡыуҙан буш ваҡытты файҙалы үткәреү сараһы ғына түгел ул, актер оҫталығы серҙәренә төшөнөү, өҫтәмә һөнәр алып сығыу мөмкинлеге, шәхес булараҡ үҫешеү мәктәбе лә, ижад лабораторияһы ла. Тиҫтә йылдан ашыу инде улар быны үҙ миҫалында күрһәтә һәм ошо йәһәттән башҡаларға үрнәк тә булып тора. Был яҙмала һүҙ «Ҡорос» театры, уларҙың эш үҙенсәлектәре хаҡында барасаҡ. Һүҙҙе уларҙың үҙҙәренә бирәйек:

Илнур Лоҡманов – «Ҡорос» халыҡ театрының етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған актеры, Мостай Кәрим исемендәге Йәштәр театры актеры, билдәле йырсы Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге «Ялҡын» өлгөлө коллективы етәксеһе:

– «Ҡорос» халыҡ тетарына осраҡлы ғына барып юлыҡтым тип әйтһәм дә һис хата булмаҫ. Әммә ул тормошомдағы бәхетле осраҡ булды. 2009 йылда Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты бинаһы янынан үтеп барғанда бер төркөм студенттар йыйылып, нимәлер хаҡында һөйләшеүҙәренә шаһит булдым. Берәй мөһим сараға әҙерләнәләрҙер былар тип уйлап та өлгөрмәнем, бер мөләйем генә ханым: «Ҡайһылай ваҡытлы килеп сыҡтығыҙ, Илнур туғаным, беҙгә бер аҙ ярҙам итеп кенә китегеҙ әле», – тип мөрәжәғәт итте. Ул, баҡһаң, тел белгесе, филология фәндәре докторы, профессор Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситова булған икән. Тотош ил күләмендәге «Аҡмулла көндәре»нә әҙерләнгән сағы ине юғары уҡыу йортоноң. Күмәкләшеп сценарий өҫтөндә эшләйҙәр. Аҡмулланың күңел кисерештәрен, холоҡ һыҙаттарын күрһәтеп, башҡорт йолаларын да сағылдырып, бик матур һәм йөкмәткеле әйбер килтереп сығарҙыҡ. Сара бик юғары кимәлдә үтте тинеләр һәм унда театр түңәрәге ойошторорға тәҡдим иттеләр. Шуға ла БДПУ-ла йәштәр театрына нигеҙ һалыуым ошо көндән башланды тип әйтергә лә хоҡуғым барҙыр, моғайын. Ҡыҫҡаһы, эшмәкәрлегебеҙ 2009 йылда башланды. Илһамланып, дәртәленеп, сәмләнеп тотондом мин был эшкә. Тәүҙә ул фольклор театр ансамбле тип атала ине. Тора-бара халыҡ театры кимәленә күтәрелдек. Исеменә күрә – есеме, тиҙәр бит. Халыҡ театрына атама табыу ҙа анһат ҡына булманы. Рухлы ла, яңғырашлы ла, сәм өҫтәрлек тә булырға тейеш ине ул. Был тәңгәлдә студенттар менән күмәкләшеп уйланыҡ. Һәм бер көндө Гөлназ Әбелғазина исемле ҡыҙыбыҙ ошо атаманы тәҡдим итте. Шунда уҡ күңелгә ятты ул. Аллаға шөкөр, исемебеҙгә тап төшөргәнебеҙ юҡ. Һис ниндәй ҡаршылыҡтарға, ауырлыҡтарға, көрсөктәргә бирешмәй алға барабыҙ. Әлбиттә, режиссерға төрлө йүнәлеш буйынса белем алыусы студенттар менән эш итеүе анһат түгел. Улар бит махсус әҙерләнеп, актер һөнәрен

үҙләштерергә тип килмәгән. Әммә «Ҡорос» театрында шөғөлләнеүселәргә 5-се курсты тамамлап, диплом алған саҡта «Өҫтәмә белем биреү педагогы» таныҡлығы ла бирелә. Йәш уҡытыусылар, актерҙар кеүек үк, мәктәптәрҙә театр түңәрәктәре ойоштора ала. Үҙ мәлендә был хаҡта хәстәрлек күргәне өсөн университеттың элекке ректоры Рәил Мирвай улы Әсәҙуллинға рәхмәт! Ул бер ваҡытта ла йылы һүҙҙәрен йәлләмәне. Хеҙмәтебеҙҙе баһалай ҙа, сәмлендерә лә белде. Беҙгә ышанды ул. Башҡорт дәүләт педагогия университетының хәҙерге ректоры Салауат Тәлғәт улы Сәғитов иһә ҙур ғына суммаға синхрон тәржемә итеү аппараты бүләк итеп ҡыуандырҙы. Уға ла ҙур рәхмәт! Әйткәндәй, мәҙәниәт министрлығы тарафынан да иғтибар ҙур беҙгә. Билдәле булыуынса, театрыбыҙ күптән түгел Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы исеменә лайыҡ булды. Ошондай ҙур награда өсөн мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡоваға ла оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Сөнки нимә генә тиһәң дә, хеҙмәтебеҙҙе үҙ мәлендә күреп, баһалап тороуҙары миңә генә түгел, студенттарға ла стимул, көс бирә.

Мин бик талапсан кеше. Режиссерға шунһыҙ ярамай ҙа. Студенттарҙы йәлләп тормайым. Профессиональ актерҙарҙан нимә талап ителә, шуны талап итәм, тип әйтһәм дә, бәлки, дөрөҫ булыр. Быға хаҡым да бар. Һәм һөҙөмтә лә күренә. Миндә шөғөлләнгән студенттар һөнәр генә алып сыҡмай, тормош тәжрибәһе туплай, шәхес булараҡ үҫешә, ҡоршауҙарҙан, комплекстарынан ҡотола, ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә, эшкә яуаплы ҡарарға өйрәнә. Бының өсөн күптәр рәхмәт һүҙҙәрен етркерә. Әммә талапсанлығымды дөрөҫ аңламаусылар ҙа бар, әлбиттә. Төрлө хәлдәр була. Шулай ҙа аңлы кешеләр барыһын да дөрөҫ ҡабул итә: халыҡ театрында уйнау –яуаплылыҡ, күңел һалып эшләүҙе талап итә. Шуға ла театрға студенттар һайлағанда үтә лә талапсанмын. Театрҙа шөғөлләнеү өсөн егет-ҡыҙҙарҙың талантлы булыуы ғына түгел, уның тырышлығы һәм маҡсатҡа ынтылыусанлығы ла кәрәк. Хатта йыр-бейеүгә һәләте үтә мөһим түгел, иң тәүге сиратта креатив фекерләһен, янып эшләргә теләге булһын. Шуға ла һөҙөмтә лә бар. Улар актер булараҡ та үҫешә, тормош һынауҙарын да лайыҡлы үтергә өйрәнә. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, матур-матур еңеүҙәребеҙ ҙә етерлек. Республикала ғына түгел, халыҡ-ара конкурстарҙа ла беренсе урындар яулайбыҙ. Үҙебеҙҙең уҡыу йорто ғына түгел, тотош республика өсөн дә оло мәртәбә был. Шуныһы үҙенсәлекле – хәҙер сәхнә әҫәрҙәре өсөн сценарийҙарҙы ла, пьесаларҙы ла үҙебеҙ яҙабыҙ, эҙләнәбеҙ, һәр яҡлап үҫешәбеҙ. Әйтәйек, төн йоҡоларҙы ҡалдырып, хәләл көсөбөҙҙө түгеп, Мостай Кәримдең йөҙ йыллығына арнап, «Һинән башҡа, донъям япа-яңғыҙ» тигән спектакль ҡуйып, Башҡортостанда беренсе тапҡыр уның йыйынтыҡтарынан яңы проект эшләнек. Әлфиә Мостай ҡыҙы ул сарала үҙе лә булды. Йылы теләктәрен белдерҙе. Бынан тыш, Фәнис Янышевтың документаль тарихына нигеҙләнеп, Мифтахетдин Аҡмулла хаҡында ла пьеса яҙҙым. Ул сәхнә әҫәре менән дә ҙур еңеүҙәргә өлгәштек. Әле иһә Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тыуыуына арнап, төрлө йыйынтыҡтарҙы өйрәнеп, бөйөк мәғрифәтсенең бөтөн тормош юлын, ижадын берләштергән тағы ла бер пьеса әҙерләйбеҙ.

Шуныһы ҡыуаныслы, «Ҡорос» халыҡ театрының үҙ йөҙө, үҙ тамашасыһы бар. Ҡайҙа барһаң да яратып, хөрмәтләп ҡаршы алып, оҙатып ҡалалар. Ана шулай яйлап ҡына беҙ үҙ бейеклегебеҙгә күтәреләбеҙ. Киләсәккә ҡуйған пландарыбыҙ, идеяларыбыҙ бик күп. Беҙ яулайһы үрҙәр алда әле, дуҫтар!

2011–2013 йылдарҙа «Ҡорос»ҡа хеҙмәт иткән Гөлзифа Абзалова:

Тормошоңда булған иң сағыу мәлдәреңде һанап үт әле тиһәләр, мин исемлеккә мотлаҡ рәүештә «Ҡорос» халыҡ театрында шөғөлләнеүемде лә индерер инем. Сөнки студент йылдарында булған иң сағыу, иң мөһим ваҡыт ине ул.

«Ҡорос» театры минең өсөн ябай түңәрәккә йөрөү генә булманы, күпкә әһәмиәтлерәк ине ул. Сөнки театр мине сыныҡтырҙы, тормош мәктәбе бирҙе. Актриса булыу, сәхнәлә сығыш яһау бала саҡ хыялым ине. Тик сәнғәт юлынан китмәнем, шулай ҙа «Ҡорос» ярҙамында театрҙа сығыш яһау бәхете тейҙе һәм мин шуның менән бәхетлемен.

Театрҙа актерлыҡ һәләтен үҙләштерергә, үҙебеҙҙе төрлө яҡлап асырға булышлыҡ иткән етәксебеҙ Илнур Флүр улына сикһеҙ рәхмәтлемен. Ул беҙҙе сәхнәлә сығыш яһарға ғына түгел, оло тормош юлына әҙерләне, үҙенең миҫалында бер ниндәй ҙә ауырлыҡтарға, ҡаршылыҡтарға бирешмәҫкә, ҡуйған маҡсаттарыңа тоғро ҡалырға өйрәтте.

Әлеге көндә «Ҡорос» халыҡ театры оло еңеүҙәр, яңынан-яңы үрҙәр яулай икән, был юҡтан түгел. Сөнки театрға нигеҙ һалынғас та ауырлыҡтар аша үтергә тура килде. Тәүге ҡаршылыҡтар театрға исем һайлағанда уҡ килеп тыуҙы, күптәр «Ҡорос» исемен үҙ итмәне, урыҫ телендә яңғырайышһыҙ тиеүселәр ҙә булды. Хатта театрҙы сәхнәгә сығармаҫҡа тырышҡан ваҡыттар ҙа булғыланы. Тик «Ҡорос» һәр ваҡыт һүҙендә ныҡ торҙо, бер нимәгә ҡарамай үҙ юлын дауам итте һәм бында Илнур Флүр улының тырышлығы баһалап бөткөһөҙ. «Ҡорос» театры бөгөн бихисап студенттар әҙерләп сығарҙы һәм мин һис шикһеҙ уларҙың һәр береһенең күңелендә театр ҙур урын алып тора тип әйтә алам. «Ҡорос» беҙҙе сыныҡтырҙы!

Театрға киләсәктә лә яңынан-яңы еңеүҙәр, бейегерәк үрҙәр теләйем. «Ҡорос» һәр ваҡыт исеменә, ҡуйған маҡсаттарына тоғро булып ҡалһын!

Нәргизә Асҡарова, 4-се курс студенты:

«Ҡорос» халыҡ театрында инде 4 йыл дауамында шөғөлләнәм. 1 курстан алып үҙебеҙҙең театрҙа тауыш операторы вазифаһын башҡарам. Эшемдән уңдым, сөнки «Ҡорос»тар миңә ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә. Был халыҡ театры менән күп ерҙәрҙә гастролдәрҙә булырға, Өфө ҡалаһының ҙур-ҙур майҙандарында эшләргә тура килде. «Ҡорос» – театр коллективы ғына түгел, ул күпкә тәрәнерәк, күпкә ҙурыраҡ төшөнсә. «Ҡорос» – ул ғаилә. Хөрмәтле Илнур Флүр улы беҙҙең барыбыҙ өсөн дә атай ул, ҡырҡтан ашыу баланың күңелен аңлай белә, һәр беребеҙҙе үҙ балаһы кеүек ярата. Уның йылы мөнәсәбәте беҙҙе бер ғаилә итте лә инде. Ниндәй генә ерҙәрҙә

булманыҡ, ниндәй генә кешеләр менән танышманыҡ. Сығыштарыбыҙҙы ректорыбыҙ Салауат Тәлғәт улы, министрҙар, депутаттар, артистар ҡараны. Хатта Республика башлығы Радий Фәрит улы алдында ла сығыш яһау бәхете тейҙе.

Үҙемдең 1-се курста уҡыған сағымды иҫкә төшөрәм дә, күңелгә йылы булып китә. «Ҡорос»тоң һайлап алыу турына барғаным өсөн һөйөнөп бөтә алмайым. Күңелемә өйҙә, ауыл мәҙәниәт йортонда, мәктәбемдә һалынған йүнәлеште күреп, Илнур Флүр улы дөрөҫ йүнәлеш биреп, үҫтерә алғандыр тип уйлайым. Етәксебеҙҙең эш алымы башҡаларҙыҡынан айырыла. Бәлки, ҡатыраҡ һәм талапсандыр ҙа ул, әммә ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшергә теләһәң, шунһыҙ булмай. Беҙҙең юғары наградаларыбыҙ дәлил быға. Барыһы ла Илнур ағайҙың гениаль режиссер, талантлы уҡытыусы булыуынан ғына түгел, ә беҙҙең, бала күңеленең сафлығын аңлап, уны дөрөҫ итеп сәхнәлә күрһәтә алыуынан, ысын Кеше булыуынан киләлер, тип уйлайым. «Ҡорос» – үҫтерә, көслө шәхес итеп тәрбиәләй. Илнур Флүр улы янында тик көслө кешеләр генә шөғөлләнә ала. «Ҡорос»тоң һәр бер актер, актрисаһы иҫ китмәле, тәрән, таҙа күңелле кешеләр, тырыш студенттар, һәммәбеҙ ҙә төрлө беҙ, ләкин күңел торошобоҙ менән оҡшашбыҙ.

Театрыбыҙ хәҙер 11 йыл дауамында Башҡортостаныбыҙҙың үҙенсәлекле бер биҙәге булып тора. Хатта үҙебеҙҙең Башҡорт дәүләт педагогия университетына ла ҡайһы бер абитуриенттар: «Ҡорос» театры хаҡында беләм, унда шөғөлләнгем килә», – тип уҡырға инә. Беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс был. Сөнки һөнәри ориентация эштәре менән район, ҡалаларҙа күп йөрөйбөҙ. «Ҡорос»тарыма, етәксебеҙ Илнур Флүр улына оло рәхмәтемде белдерәм. Шундай ғаиләм булғанға сикһеҙ шатмын.

Салауат Заманов, 4-се курс студенты:

«Ҡорос» халыҡ театрына 2017 йылда килдем. Ул ваҡытта мин 1-се курста ғына уҡый инем. Театр менән бала саҡтан ҡыҙыҡһындым. Хатта Мәскәүҙәге Щепкин университетына ла документтарымды биреп, кастинг үтеп уҡырға саҡырыу алғайным, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында Өфөнөң Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға килдем. Тәүге көндәрҙә үк «Ҡорос» халыҡ театрына барып яҙылдым. Был театр хаҡында социаль селтәрҙәрҙә, төрлө матбуғаттарҙа күп ишеткәнем бар ине. Килеүем менән театр етәксеһе, режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ильнур ағай Лоҡманов миңә «Тиле йәшлек» спектаклендә роль тапшырҙы. Ҡурҡыуҙарым булды, әммә Илнур ағай сәйнәп биргәнде сәхнәләштерә алмау оят булыр ине. Ошо бәләкәс кенә ролдән башланып китте минең театрҙағы хеҙмәтем. Бына хәҙер 4-се йыл. Ошо ваҡыт эсендә Республикабыҙҙың, күрше төбәктәрҙең барлыҡ сәхнәләрен күреп өлгөрҙөм. Төрлө ролдәр сығарылды. Минең өсөн иң мөһимдәре: «Ике һайыҫҡан» әкиәтендә төп ролде башҡарыу, университетыбыҙҙың визит картаһы «Аҡмулла» спектаклендә Аҡмулла ролен башҡарыу. Милли йәштәр театры актеры менән эшләү, көн дә күрешеү, уның биргән дәрестәрен, тормош кәңәштәрен ишетеү минең өсөн

әле лә ҡыуаыс. Ул биргән дәрестәрҙе, төрлө күнекмәләрҙе мин театр сәхнәһенән тыш, КВН уйындарында ҡулланам. Шулай уҡ актер оҫталығымды Тамыр телеканалы төшөргән «Бирешмә» сериалында ҡулландым. Әле «Юлдаш», «Юлдаш плюс» йәштәр интернет радиоһының, «Тамыр» телеканалының алып барыусыһы булараҡ эфирҙар алдынан театрҙағы дикцияны яҡшыртыу күнекмәләрен эшләп алам.

Зөлфирә Баймырҙина, 3-сө курс студенты (Тарих, хоҡуҡи һәм социаль-гуманитар белем биреү инстиуты):

– «Ҡорос» халыҡ театрында быйыл өсөнсө йыл шөғөлләнәм. Ул – минең өсөн ижад диңгеҙе, тамашасыларҙың алҡыштары, дәртле, мәғәнәле спектаклдәр һәм сағыу образдар ғына түгел, ул үҙ өҫтөмдә эшләргә, кеше алдында юғалып ҡалмаҫҡа, башҡарған эшемә яуаплы ҡарарға өйрәтеүсе оло сәнғәт донъяһы ла. Бигерәк тә беҙгә, буласаҡ педагогтарға, актер оҫталығы серҙәрен белеү мөһим, сөнки уҡытыусы балаларҙың иғтибарын йәлеп итергә, шулай уҡ етеҙ уҡырға, һәр бер өндө дөрөҫ әйтергә, телмәр тотҡанда дөрөҫ һулыш ала белергә тейеш. Быларҙың барыһына ла беҙ режиссерыбыҙ етәкселеге аҫтында эшләгән телмәр аппаратына тәғәйенләнгән артикуляцион гимнастика һәм башҡа төрлө маҡсатҡа ярашлы күнегеүҙәр ярҙамында ирешәбеҙ. Студент йылдарым ошолай ижадты ысын күңелдән һөйгән, сәнғәткә мөккибән ғашиҡ кешеләр менән бергә ҡыҙыҡлы һәм шул уҡ ваҡытта театр ярҙамында буласаҡ һөнәребеҙ өсөн туплаған тәжрибә менән файҙалы үтеүенә бик ҡәнәғәтмен.

Гөлшат ҠАҺАРМАНОВА

Читайте нас: