-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
1 Июнь 2021, 17:29

Башҡортостан сәнғәте –

йондоҙло көмбәҙ кеүек ул, береһенән-береһе яҡтыраҡ, сағыуыраҡ янған йондоҙҙар ҡалҡып ҡына тора. Күптән түгел генә ҡабынған, тырышлығы, таланты, аҡылы, һөйкөмлөлөгө менән күңелдәрҙе биләгән, заманса йырҙарҙы ла, халҡыбыҙҙың оҙон көйҙәрен дә берҙәй матур башҡарған йырсы булыуҙан тыш, үҙен «Юлдаш плюс» йәштәр интернет радиоһы етәксеһе итеп тә танытырға өлгөргән йәш, өмөтлө йондоҙҙарыбыҙҙың береһе – Илнур Рамаҙанов. «Тамаша» журналы өсөн әңгәмә ваҡытында Илнурға «Үҙеңде ике һүҙ менән генә нисек тасуирлар инең?» тигән һорауға

«Бөтәһенә лә ярҙам итеүсе» тине. Ысынлап та, Илнурҙың ярҙамын күп өлкәлә, күптәр үҙ иңендә тоя. Ололарға ла, йәштәргә лә бирер кәңәше, өйрәтер эш алымдары етерлек булдыҡлы егеттең.
Сәнғәткә илткән юлдар һәр саҡ тыуған йорт тупһаһынан, тыуған ауыл ҡапҡаһынан башлана. Мәҙәниәт өлкәһендә ҡайнап йәшәгән әсәһе Йәмилә Сабир ҡыҙы Илнурҙа йыр-моң донъяһына сабый саҡтан уҡ һөйөү уята. Бәләкәйҙән төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнаша йырларға яратҡан малай. Туғандар бергә йыйылышҡан саҡтарҙа ҡалаҡты микрофон итеп йырлап, ҡунаҡтарҙың күңелен аса, хатта йырҙың һүҙҙәрен белмәүенә лә аптырап тормай ул. Тыңлап ултырыусыларҙың хуплап, мәрәкәләп көлөүе лә ҡамасау булмай.
Балалар баҡсаһына йөрөгән саҡта, дүрт йәштәр тирәһендә, Күмертау ҡалаһында тәүге тапҡыр ҙур сәхнәгә сыға. Артабан әсәһе етәкселегендәге «Аҡбуҙат» фольклор коллективына йөрөй башлай. Башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен, халыҡ йырҙарын, йырҙың мәғәнәһен, моң ҡиммәтен бәләкәй саҡтан күңеленә һеңдереп үҫә.
Үҙе тыуып үҫкән Көйөргәҙе районында биш-алты йәштән сығыш яһай башлаһа ла, Илнурға призлы урындар эләгеп бармай. «Тыуған ер иң һуңғы булып таный», тигән әйтем үҙ көсөндә инде ул. 2003 йылда «Тамыр» ойошторған бәйгелә беренсе урынға лайыҡ булған саҡта Илнурға ете йәш кенә була. Ә инде республика кимәлендәге «Яҙғы тамсылар» йыр конкурсына сығыу менән беренсе урынды яулай.
2011 йылда үҙ көсөн һынап ҡарарға уйлай һәм Бөтә Рәсәй йыр конкурсында ҡатнашырға ҡарар итә. Һөҙөмтәлә – Гран-при яулағас, үҙенә-үҙе ышанмай тора хатта.
Артабан, был конкурста еңгәнгә күрә, Илнурҙы Сочиға Халыҡ-ара йыр конкурсына ебәрәләр. Бында ла һынатмай егет, «Халыҡ вокалы» номинацияһында ун йырсы араһында Гран-при яулай! 2014 йылда «Йәшлек-шоу»ҙа ҡатнашып, өсөнсө урынға лайыҡ булыуы егеттә үҙ-үҙенә ышаныс уятып, үҙен «йондоҙ» итеп тойорға ярҙам итә.
Башҡорт эстрадаһына 2015 йылда, йәғни 19 йәшендә аяҡ баҫа. (Мәҡәләне тулы килеш журналыбыҙың июнь һанында уҡырһығыҙ, дуҫтар).
Читайте нас: