+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
31 Май 2021, 16:30

"Ете егет" проекты 3-сө сезонда ҡатнашыусыларға кастинг иғлан итте!

Төп приз - башҡорт тоҡомло ат була. Бәйгелә ҡатнашыуға ғаризаны 15 июнгә тиклем ебәрергә мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта.

Быйыл атты ҡайһы батыр йүгәнләр?
Тамашасыларҙың һорауы буйынса Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Ете егет» проектының дауамы - өсөнсө миҙгеле төшөрөләсәк. Әле кастинг бара, бәйгелә ҡатнашыуға илленән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Тапшырыуҙың яңы миҙгеленә эләгергә теләүселәр көндән-көн арта. Кастинг талаптарына ярашлы, 20-28 йәшлек егеттәрҙән ғариза ҡабул ителә, шулай уҡ башҡорт телен белеү мотлаҡ.
«Ете егет» проекты 2019 йылда Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм «Ҡурай» каналында күрһәтелә башлағайны, тапшырыуҙың тәүге миҙгеле еңеүсеһе тип Әбйәлил районынан Салауат Хафизов билдәләнһә, икенсеһендә Белореттан Ғәҙел Дәүләтов башҡорт тоҡомло атты йүгәнләне. Егеттәр билдәләүенсә, реалити-шоуҙа ҡатнашыу – үҙе бер мәктәп.
Проекттың өсөнсө миҙгелендә төп приз ғәҙәттәгесә, башҡорт тоҡомло ат була. Бәйгелә ҡатнашыуға ғаризаны 15 июнгә тиклем ебәрергә мөмкин. Кастингты уңышлы үткән ете егет июль уртаһында республиканың Урал аръяғына юлланып, халыҡ кәсептәренә, яңы шөғөлдәргә өйрәнәсәк. Тапшырыуҙың төп маҡсаты - йәмғиәттә көслө заттарҙың абруйын күтәреү.
Әлегә проектты ойоштороусылар буласаҡ һынауҙарҙы, кәсептәрҙе сер итеп һаҡлай. Шулай ҙа быйыл ҡатнашыусыларҙың эске донъяһын асыуға төп иғтибар йүнәлтелеүен билдәләнеләр.
Читайте нас: