“Сулпылар – 2017” конкурсында 1-cе урын яулаусы, “Йәшлек-шоу – 2017” фестивалендә ҡатнашыусы, “Юлдаш+”тың 2016–2019 йылдарҙағы хит-парадтарының еңеүсеһе Искәндәр Сөләймәнов:
“Донъялағы иң матур ҡалаларҙың береһе – Өфөлә тыуғанмын. Баш ҡаланың 6-сы лицейын тамамланым.
Музыка менән уҡыуҙы бер юлы алып барырға тырышам.
Әсәйем Резеда Әхмәтйән ҡыҙы – башҡорт теле буйынса белгес, ә атайым Илдар Нурхәниф улы хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләй. Бала саҡтан мин йыр-моңға ғашиҡмын. 3–4 йәшемдә ниндәйҙер байрамда бар ҡунаҡтар алдында Рафаэль Латыповтың “Ташлап китмә” йырын йырлап һәм бейеп йөрөгәнемде ата-әсәйем әле лә иҫкә төшөрөп тора. Мине һәр ваҡыт сәхнә үҙенә тартты.
Йәштәр – “Мөхәббәтле йәй”, “Яратмаҫлыҡ түгелмен”, ә ололар “Зарланмайыҡ”, “Аҡ болоттар” йырҙарымды яратып тыңлай.
Миңә бөтөн стилдәрҙә лә йырларға оҡшай. Ниндәй стилдә булһа ла йырлай алам – рок, рэп, блюз һ. б. Минең өсөн сикләүҙәр юҡ” – ти йәш йырсы.
Америкаға контракт буйынса йырларға саҡырһалар, барыр инеңме? – тигән, һорауыбыҙға Искәндәр:
– Әлбиттә! Әгәр ҙә саҡырһалар һәм Америкала башҡорт музыкаһын танытыр өсөн, әлбиттә, барыр инем – ти.
Яратҡан аш-һыуың: һалма ашы; Яратҡан фильмың: “Что гложет Гилберта Грейпа?”; Яратҡан китабың: Евгений Замятиндың “Мы” фантастик роман-антиутопияһы; Яратҡан төҫөң: кәйефкә ҡарап; Яратҡан өҫ кейемең: ирекле стилдәгеһе.