Алмаз. Атай, бала сағыңда атай-әсәйең һине яратыуҙарын нисек күрһәтә ине?
Илгиз Тайфур улы. Атайым тракторсы-комбайнер, әсәйем шәфҡәт туташы – һәр ваҡыт эштәге кешеләр. Беҙҙе, өс балаһын яратыуҙарын уларҙың беҙҙең менән мөғәлләмә итеүенән аңлай инек. Ихтирамлы, һәр һүҙебеҙгә иғтибарлы булдылар. Кәрәк сағында баштан һыйпаһалар ҙа күңел үҫеп китә ине. Апайым, һеңлем менән йәш айырмаһы ике йәш. Бер-беребеҙҙән өйрәнеп, өй эштәрен бергәләп эшләп үҫтек. Атай яғынан тәртип булһа, әсәй яғынан наҙ бирелде. Әсәйем район үҙәгенә йөрөп эшләй торғайны. Уның эштән ҡайтыр ваҡытын белеп, беҙ ҡаршы сығабыҙ. Ошо юлда уның һөйләгән хәбәрҙәре иҫемдә, миңә ҡарап, атайың кеүек тура атлап йөрө, һин – егет кеше, кәүҙәң дә матур булыр, тиер ине. «Атайың кеүек», тиеүе генә үҙе ни тора! Шулай бала саҡтан улар аша ғаиләлә үҙ-ара мөнәсәбәткә аҡыл биреүе лә ошо ғына миҫалда күренә. Ә атайым көслө булырға өйрәтте, үҙ-үҙеңде яҡлауға әҙерлек дәрестәрен тап унан алдым. Әсәйҙән күргән – тун бескән, атайҙан күргән – ат еккән, тигән халыҡ һүҙе тап беҙҙең ғаилә хаҡында.
Беҙҙе атай-әсәй иркәләтеп үҫтермәне. Әле аҡыл кергән мәлдә, хәтеремдә, ауылға автобуста ҡайтып төшкәс, минең йәштәш малайҙы атаһы ҡаршы алғайны. Уларҙың ҡосаҡлашып күрешеүен күреп, уйланып алдым, атайҙы ҡосаҡлау бәхетме икән, тип.
Алмаз. Бәхет. Беҙ һине ҡосаҡлап, үҙебеҙҙә ышаныс, көс тоябыҙ. Һин үҙең беҙҙе, «яратам», һүҙен әйтергә өйрәтеп үҫтерәһең. Атай булараҡ, әйт әле, балаңды ҡосаҡлау – бәхетме?
Илгиз Тайфур улы. Эйе, улым, оло бәхет. Мин яратыуҙың артыҡ булыуынан да ҡурҡмайым. Балалар менән бергәләп ултырып кино ҡарау, тәбиғәттә ял итеү, китаптар уҡыу ҙа бәхеттең тап үҙе.
Алмаз. Тормошҡа ашҡан ниндәй бала саҡ хыялы эсендә йәшәйһең?
Дуҫтар, оҙаҡламай сығасаҡ апрель һанындағы мәҡәләнән өҙөк булды. Әле гәзит-журналдарға яҙылыу башланды. "Тамаша" ға яҙылырға онотмағыҙ зинһар)