+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
26 Март 2021, 20:49

Танылған башҡорт вайнеры, йәш актер Фәнил Ҡарасурин:

“Был идея һиңә ҡайҙан килде? Ни өсөн тап өләсәй образын һайланың? Сюжетты үҙең уйлап сығараһыңмы? Мәфтүхә әллә Ғабдулла роле яҡынмы” – тигән һорауҙарҙы йыш бирәләр. Әйҙәгеҙ, “Тамаша”ның сайтына, шунда вис һөйләп бирәм))

– Вайндар төшөрөү, әлбиттә, төп эшем түгел, хобби. Төп эшем – театрҙа.
Был идея театрҙа эш булмаған ваҡытта килеп сыҡҡайны, шикелле. Театрҙа шундай ваҡыт була ул, рәхәтләнеп, бирелеп, яңы роль, яңы спектакль өҫтөндә көн‑төн эшләйһең һәм бер кис, тулҡынланып, рәхәтләнеп премьераны уйнағандан һуң, иртәгеһенә донъя туҡтап ҡалған кеүек була. Театрға барырға кәрәкмәй, репетиция юҡ, тынлыҡ, алйый башлайһың. Шундай көндәрҙә күңелдәге бушлыҡты тултырыр өсөн вайндар төшөрә башланым да инде.
Минең әле институтта уҡығанда уҡ бабай-әбейҙәр образы уңышлы, көлкөлө килеп сыға торғайны. Ә иң мөһиме, өлкәндәр – улар бит шул уҡ бала кеүек. Улар инде донъя артынан ҡыумай, ниндәйҙер аҫтыртын уйҙары юҡ, эсендәге тышында. Шуға күрә уларҙың образын эшләү минең өсөн күпкә ҡыҙығырак.
Сюжетты башлыса үҙем уйлап табам. Вайндың идеяһын ғына табыуы ҡыйыныраҡ, ә бөтөн шаяртыуҙар, сюжет, башы‑аҙағы үҙенән‑үҙе ижад ителә. Ҡайһы ваҡыт сюжеттарҙы тамашасыларым, таныштарым тәҡдим итә. Бер нисәүһе менән хатта Башҡортостандың халыҡ артисы Вәлит Илембәтов ярҙам итте.
Ике ролде бер юлы башҡарыу бик ҡыҙыҡ ул. Шулай ҙа Ғабдулла ролен уйнауы күпкә еңелерәк. Бабай бер ҡатлы, уның фекер йөрөтөүе лә ирҙәрсә, ябай. Ғабдуллаға артыҡ нәмә лә кәрәкмәй, үҙе әйтеүенсә, сәй менән ҡоймаҡ булһа – етә.
Ә бына Мәфтүхә менән хәлдәр икенсерәк. Был әбейҙә мин ҡатын‑ҡыҙҙың бөтөн сәйер һыҙаттарын сағылдырыға тырышам: уларҙың көнләшеүе, үс даулаусанлығы, тиҙ генә ҡыҙып китеүе һ.б. Шулай ҙа быларҙы мин ҡатын‑ҡыҙға мөхәббәт аша башҡарам.
Читайте нас: