+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
19 Декабрь 2020, 15:47

ЯБАЙ МАЛАЙ

Ябай малайҙың бөтәбеҙ ҙә яратып тыңлаған “Буран” йырын йөрәге аша үткәреп йырлап тетрәндергән малайҙы эҙләп табып, бәйләнешкә индек. Моңло бала – Заһир Шәйәхмәтовтың йырына ғына түгел, ябай ғына яуаптарына ла күңел тула... Дауамы сайтта.

Заһир, сәләм!
Һине "Тамаша" журналы борсой.
Бөтәбеҙҙе лә илатҡансы йырланың да, Урал төпкөлөнөң тыныс ауылында һиҙҙермәй генә йәшәп ятҡан тормошоңдо бимазалап, һинең менән ҡыҙыҡһыныусылар күбәйҙе. Йондоҙҙар ана шулай ҡабына инде ул.
Заһир, үҙең һәм ғаиләң менән таныштырып үтсе.

– Һаумыһығыҙ! Миңә 12 йәш. Әлеге мәлдә Учалы районы Ураҙ ауылы мәктәп-лицейында 6-сы класта уҡып йөрөйөм. Минең ике апайым һәм бер ағайым бар. Өлкән апайым Фирүзә Магнит ҡалаһында йәшәй. Тормош иптәше менән ике малай үҫтерәләр. Ағайым Илсур 27 йәштә, Учалы ҡалаһында тиҙ ярҙам машинаһында водитель булып эшләй. Бер ҡыҙы бар. Кесе апайым Гөлсәсәк Өфө ҡалаһында, БГПУ ның 1-се курсында уҡып йөрөй.

Һин йырларға яратаһыңмы? Тағы ла ниндәй йырҙарҙы яратып башҡараһың?

– Мин йырларға бик яратам. Әсәйемдең һөйләүе буйынса 3–4 айлыҡ ҡына сағымда уҡ мәрхүм атайым гармун уйнаған сағында әсәйемдең устарында бейеп, көйләп-йырлап торғанмын. Мин һүҙҙәре мәғәнәле, тормошсан йырҙарҙы яратам. Һәм дә мине йырларға өйрәтеүсе уҡытыусым Лилиә Нияз ҡыҙы Моратшинаға рәхмәтлемен.

Гитарала уйнарға өйрәндеңме? Тағы ниндәйҙер музыка ҡоралында уйнайһыңмы?

– Гитарала мин карантин ваҡытында үҙем уйнарға өйрәндем. Хәҙерге ваҡытта Ураҙ музыка мәктәбендә Жеүәйрә Наил ҡыҙында дәрестәр алам. Мин уға йырларға өйрәнергә йөрөйөм.

Ябай малай Йәмил Баймырҙин менән аралашып алманыңмы әле? Уның әйтеүе буйынса, ул был йырҙы бик күптәр яратып йырлағанын ишеткәне бар, әммә һинең йырың кеүек күңелдең иң нескә ҡылдарына ҡағылып, күҙгә йәш, тамаҡҡа төйөр тығылдырыр тойғолар кисергәне булмаған...

– Инстаграмм селтәрендә видеомды күреп ҡалғас, мин рәхмәт һүҙҙәремде еткереп Йәмил Баймырҙинға комментарийға яҙҙым, ә ул яуап итеп миңә ҙур уңыштар теләне.
Был йырҙы ниндәй концертта, ҡайҙа йырланың? Был матур йырыңды ишеткәс, әсәйең бик йөрәкһеп, ҡыуанғандыр инде?

– Был йырҙы мин беренсе тапҡыр үҙебеҙҙең Ураҙ ауылы мәҙәниәт йортонда башҡарҙым. Ә был видео Уральск ҡасабаһында "йырсы ауыл" конкурсында төшөрөлдө. Әлбиттә, әсәйем был йырҙы йырлағанда иланы.
Әсәйем Шәйәхмәтова Нәркизә Ғабдрахман ҡыҙы, Ураҙ ауылында китапханала төп китапханасы булып эшләй. Атайым үлеп ҡалғас, әсәйемдең иңбаштарына донъя ауырлыҡтары төштө. Мин уның уң ҡулы, беренсе ярҙамсыһы булып ҡалдым. Мал тотабыҙ, әсәйемә мал ҡарашам, өй эсендәге эштәрҙе лә эшләшергә тырышам: бешерергә лә, өйҙө лә йыйыштырырға өйрәндем.
Әсәйем дә бик талантлы, сәхнә кешеһе, концерттар ойоштороп, "Ураҡсы ҡыҙ" төркөмө менән үҙебеҙҙә һәм күрше ауылдарҙа спектаклдар, концерттар менән сығыш яһайҙар, мин дә күп концерттарҙа ҡатнашам.

Заһир, беҙ һиңә уңыштар, Хоҙай биргән һәләтеңде арымай-талмай камиллаштырып, киләсәктә башҡорт сәхнәһе күген яҡтыртыусы яҡты йондоҙ булып үҫеүеңде теләйбеҙ. Ғаиләңә ҙур рәхмәт! Барығыҙ ҙа имен-һау булығыҙ! Етеп килгән Яңы йыл менән!
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: