+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
25 Ноябрь 2020, 16:00

Үҙемде Гөлфиәһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым

Университет та уҡый башлаған ғына ваҡыт. Бер дәрес эсендә уҡытыусы ҡушҡан тема буйынса һүрәт эшләргә кәрәк ине. Мин һүрәт төшөрөүгә Гөлфиәгә ҡарағанда оҫтараҡмын. Гөлфиәнеке килеп сыҡмай ҙа ҡуя, шунан тиҙ генә, үҙемдекен эшләп бөттөм дә, урындарҙы алмаштырып ултырып, Гөлфиә булып та төшөрөп ҡуйҙым. Дәрес аҙағында, уҡытыусы тикшергәндә иҫе китте, төркөмдәштәр ҙә йыйылып китте беҙҙең һүрәт алдына. “Ҡарағыҙ әле,

Әбйәлил һылыуҙары, модельер-дизайнерҙар Әлфиә менән Гөлфиә Хамматовалар республикабыҙ ҙа рухлы милләттәштәребеҙ булараҡ танылды. Билдәле йырсы-бейеүселәрҙең кейемдәрендә лә табырға була уларҙың “эҙен”, төрлө конкурс-фестивалдәрҙә лә күрәбеҙ. Аллаға шөкөр, һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙ араһында миллилекте күрһәтеп йөрөүсе абруйлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ етерлек. Әлфиә менән Гөлфиә лә ошо эштә ҙур өлөш индерә.
Әбйәлил районының Буранғол ауылында тыуғанбыҙ. Ҙур ғаиләнең төпсөк ҡыҙ ҙары булып, атай-әсәйебеҙҙең йылы ҡосағында наҙланып, апай-ағайҙарыбыҙға иркәләнеп, бәхетле бала саҡта үҫтек.
Игеҙәк булып тыуғаныбыҙға шатланып бөтә алмайбыҙ, яңғыҙлыҡ тойғоһо юҡ беҙ ҙә. Бәләкәйҙән татыубыҙ, бер-беребеҙ ҙе һәр һүҙҙән һәм ҡараштан аңлап торабыҙ. Балалар баҡсаһында ла, мәктәптә лә гел бергә булдыҡ, бер парта артында ултырҙыҡ.
Үҙемде Гөлфиәһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Кешеләр беҙгә һүҙ ҡушҡанда ла, Әлфиәнән һуң мотлаҡ Гөлфиә әйтелергә тейеш кеүек. Әлфиә-Гөлфиә тип, бер исем кеүек итеп өндәшә әсәйебеҙ менән атайыбыҙ ҙа.
Мәктәптән һуң икебеҙ ҙә бер йүнәлеш буйынса киттек. Өфө дәүләт сервис һәм иҡтисад академияһының дизайн һәм технология факультетында уҡыныҡ. Милли кейемгә, уны стилләштереүгә беҙҙең ҡыҙыкһыныу өсөнсө курста, коллекция өҫтөндә эшләгәндә, уянды. Һәм бөгөн дә тап ошо йүнәлештә ижад итәбеҙ.
Уҡыу осоронда төрлө ҡыҙыҡлы хәл_ваҡиға лар ға ла күп тарыныҡ. Бер-беребеҙ өсөн зачет, имтихандар тапшырған осраҡтар ҙа булғыланы. Ҡайһы бер һиҙгерерәк уҡытыусылар икебеҙ ҙе бер юлы баҫтырып һорау алғанда ла, кемебеҙ белә – шул, алдан ҡысҡырып, яуап биреп, ҡото ла торғайныҡ.
Университет та уҡый башлаған ғына ваҡыт. Бер дәрес эсендә уҡытыусы ҡушҡан тема буйынса һүрәт эшләргә кәрәк ине. Мин һүрәт төшөрөүгә Гөлфиәгә ҡарағанда оҫтараҡмын. Гөлфиәнеке килеп сыҡмай ҙа ҡуя, шунан тиҙ генә, үҙемдекен эшләп бөттөм дә, урындарҙы алмаштырып ултырып, Гөлфиә булып та төшөрөп ҡуйҙым. Дәрес аҙағында, уҡытыусы тикшергәндә иҫе китте, төркөмдәштәр ҙә йыйылып китте беҙҙең һүрәт алдына. “Ҡарағыҙ әле, улар хатта һүрәтте лә бер төрлө төшөрә” тип хайран ҡалдылар. Урындарҙы алыштырып, бер кеше эшләгәнен әйтеп торманыҡ инде, бер-беребеҙгә ҡарашып, эстән генә көлдөк тә ҡуйҙыҡ.
Әлфиә ХАММАТОВА.
Читайте нас: