+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
16 Ноябрь 2020, 13:19

Һәләтле балалар – йәмғиәт ҡиммәте. Рөстәм ТӨХБӘТОВ

Алып барыусыларҙың тура эфирға сыҡҡанда һәм космонавтарҙың йыһанға осҡанда йөрәк тибеше һаны бер үк...

Һәләтле үҫмер Рөстәм ТӨХБӘТОВ Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының 10-сы синыфында уҡый. Миңә тапшырыуҙар алып барыу бик оҡшай, - ти ул. Тамыр телеканалының “Тау-тау хәбәр” тапшырыуын, “Артыҡ бала булмай” проектында алып барыусы булып эшләй. Тағы ла “Юлдаш” радиоһында һәр дүшәмбе “Тау-тау хәбәр”ҙең радиовариантын алып бара. Бынан алды “Сулпылар” бәйгеһендә, “Ҡымыҙ юлы” проектында эшләп ала. Яратҡан эшем – тура эфирға сығыу, - ти ул. Белгестәр әйтеүенсә, алып барыусыларҙың тура эфирға сыҡҡанда һәм космонавтарҙың йыһанға осҡанда йөрәк тибеше һаны бер үк. Ысынлап та, бөтә республикаға хатаһыҙ, дөрөҫ итеп хәбәрҙәр, яңылыҡтар һөйләү – оло яуаплылыҡ. Рөстәм: "Дикцияны һәр ваҡыт тейешле кимәлдә тотор кәрәк, төрлө тиҙәйткестәр әйтәм, ғөмүмән, дуҫтарым менән башҡортса аралашырға яратам. Ун биш минутлыҡ тапшырыуҙар һә тигәнсе үтә лә китә. Телевидение өлкәһенә яҡын тағы ла бер шөғөлөм – видеолар төшөрөргә яратам. Уларҙы монтажлап, төрлө Бөтә Рәсәй бәйгеләренә ебәреп ҡарағаным бар”.
Инглиз телендә баш ҡалабыҙ Өфө тураһында видео төшөрөп, еңеүсе була. Тамырҙар менән “Смена” Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә булып, кино серҙәренә өйрәнә. Унда ҡыҫҡа ғына ролик төшөрөп дүрт статуэтка – “Ҡанат”тарҙы Өфөгә алып ҡайталар. “Иң яҡшы социаль ролик” номинацияһында еңәләр, үҙе “Иң яҡшы монтажер” исемен ала. Уҡыған мәктәбендә “Йыл уҡыусыһы” бәйгеһендә еңеүсе була, “Гимназия ғорурлығы” исеменә лайыҡлы тип табылып премия ала.
Читайте нас: