+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
27 Октябрь 2020, 23:32

ЯЛҠЫНЛЫ "ЯЛҠЫН"ДАР

"Ялҡын" өлгөлө коллективы тураһында ишетмәгән кеше һирәктер. Ялҡынлы сығыштары менән хайран итә был йәш кенә һәләтле төркөм.Етәксеһе -

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, йырсы Илнур Лоҡмановтан йәш, талантлы "Ялҡын"дар тураһында һөйләүен үтендек.- 2010 йылдың 1 сентябренән Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыкаль гимназияла был төркөмдө туплап, эш башланым. Бындағы күҙҙәренән дәртле осҡон сәсеп торған балаларҙы күргәс тә, театр түңәрәгенә "Ялҡын" тигән исем бирергә тәҡдим иттем. Был төркөм миңә шул тиклем яҡын - улар ташып торған энергиялы ҡанатлы хыяллы бала сағымды хәтерләтә. Хисле-моңло бала күңелем менән күреп-кисергәндәрем күҙ алдымдан үтә.Улар ҙа тыуған ерҙәренән, ата-әсәләренән алыҫта, һәләттәрен үҫтереү маҡсатында, тырышып сит ерҙә уҡып йөрөйҙәр. Нимәһе ҡыҙыҡ, улар мине "атай!" тип ҡаршы алалар, ҡайһылары "әсәй!" тип тә ысҡындырып ебәрә. Быйылғы йылда беҙгә 10 йәш тула, Аллаға шөкөр! Беҙ бик күп төрлө эштәр башҡарабыҙ. Беҙгә ышаналар, өмөт бағлайҙар икән, ышанысты аҡларға тырышабыҙ.
2018 йылда "Өлгөлө коллектив" исеменә лайыҡ булдыҡ. ШАЯНИУМдарҙа, шаян, көлкөлө уйындарҙа ла ҡатнашып 4 йыл буйы беренселекте бирмәнек. Беҙҙең команда "ҠЫҘЫҠ-МАЖОР" исемле. Йыл һайын гимназияны тамамлаған беҙҙең төркөм уҡыусыларынан бер-нисә кеше Өфө, Ҡазан, Мәскәү сәнғәт институттарына уҡырға инеп торалар, һәм был минең өсөн дә оло бәхет!
Ошо көндәрҙә юбилей кисәһенә әҙерлек башланыҡ. Алда беҙҙе "Театраль Волга буйы" тип аталған ҙур округ фестивале көтә. Гимназия директоры Халиков Ринат Риф улы фатихаһын биреп, һәр яҡлап ярҙам итергә теләген белдергәс, был ҙур бәйгелә ҡатнашырға ең һыҙғанып әҙерләнәбеҙ, ялҡынланып янып торабыҙ. Әгәр ҙә беҙ шулай ҡулдан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙып торһаҡ, киләсәк быуындың һәләтле, үҙ һүҙен әйтә белгән, ҡыйыу егет-ҡыҙҙары күп булырына иманым камил. Илебеҙ, телебеҙ, халҡыбыҙ киләсәгенә битараф булмаған йәштәр үҫер, Иншалла. Ошондай татлы уй-ниәт, хыялдар менән янып хеҙмәт итәбеҙ "Ялҡын"дар менән. Беҙҙең тырышлыҡты күреп, баһалап, күтәрмәләп тороусы Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡоваға, БР мәғариф министры Айбулат Вәкил улы Хажинға һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең театр сәнғәте бүлеге етәксеһе Ҡалмурзина Тәнзилә Сәғит ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: