+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
21 Октябрь 2020, 13:45

Һаумыһығыҙ! Был мин!

Сәхнәлә өйөрмә ҡупты тип торам.... Аһ-аһ! Берсә терһәк осонда, берсә түбәһендә орсоҡ кеүек бер егет өйөрөлә икән! Эйййе, ул сәй эсә-эсә ҡойондай зыррр өйөрөлөп бейеүҙәре, хаҡлыҡ өнөн тығырға маташҡандарҙан микрофонды тартып алып йырлауҙары менән генә түгел, асылмаған ауыҙ менән дә бер майҙан кешеләрҙең йөрәген дәртләндереп, шау-гөр итеп йырлай белеүе һәм һынған яңаҡ менән нәҡ “Тамаша” өсөн генә интервью биреүе менән дә хайран итә.

Уның тураһында бер нимә лә белмәйенсә, тәүге тапҡыр ишеткәндә үк был егет иң беренсе үҙенсәлекле исеме менән иғтибарҙы йәлеп итә. Бөрйән егете, башҡорт егеттәренә хас мыҡты тәбәнәк кәүҙәле, сая ҡарашлы, ихлас мут йылмайыуы, күп яҡлы таланты менән һәр кемде әсир итә алыр йәш йырсы Алтынай Вәлитов менән әңгәмәгә рәхим итегеҙ.
- Исемең бигерәк тә ир-егеттәр араһында һирәк ишетелгән исем. “Алтынай”- ул һинең ысын исемеңме, әллә псевдоним-ҡушаматыңмы?
- Мин 1992 йылда, яҡты донъяға килгән саҡтарҙа Алтынай исеме бик киң таралмаған булған. Минең атай-әсәйемдәр ул исемде бөтөнләй ишеткәндәре булмаған. Башҡорт ир-егеттәре исеме тартынҡы хәрефтәргә бөтә бит инде, мин тыуғас, улар ят ҡына ирҙәр исеме ҡушайыҡ тип, һап-һарыҡай ғына зәңгәр күҙле малайҙарына Алтынай тип исем ҡушалар. Шунан һуң, бер нисә йыл үткәс, “Сәңгелдәк” программыһында Алтынай Ибраһимова тигән ҡыҙҙы күрһәтә башлағандар ине, шул ваҡытта был исем беҙҙә ҡыҙҙар исеме булараҡ таралып китте. Мин бер осор Төркиәлә йәшәнем, ул илдә Алтынай тик ир-егеттәр исеме. Күп исемдәр уртаҡ бит ул. Ҡаҙаҡтарҙа мәҫәлән Айнур, Айназ да ҡыҙҙар исеме. Беҙҙә, башҡорттарҙа бына хәҙер миңә күптәр әйтәләр инде, улым тыуһа Алтынай тип ҡушасаҡмын, тиеп.
- Әлбиттә шулай, Алтынай! Сулпан, Фирҙәүс, Әнүәр тигән бик күп уртаҡ исемдәре бар башҡорттоң. Был урында “исем кешене биҙәйме, әллә кеше исемдеме?” тигән бик фәһемле һөйләшеү ҙә алып барырға булыр ине. Алтынай, ә ниңә һин ауыҙыңды асыр-асмаҫ ҡына һөйләшәһең?
- Сөнки миңә һөйләшеүе әлеге мәлдә бик ҡыйын. Мин яңағымды һындырҙым. Аҫҡы яңаҡты өҫкөһөнә беркетеп ҡуйҙылар. Егет кешеләрҙә бындай хәлдәр була торған эш, тип иҫәпләйем. Мин үҙем кешегә юҡҡа-барға бәйләнеп йөрөмәйем, әммә дөрөҫлөктө юллап, ялған-яһалманың аяғын ҡыҫҡартыр өсөн, тел менән әйткәнде аңламаған әҙәмдәргә йоҙроҡ менән аңлатҡан саҡтарым була. Әлеге осраҡта ла аңлатыу алымы итеп был ысулды ҡулланырға тура килде.
Рух көсө һынмаһа, һынған яңаҡ менән дә бирешмәҫкә була икәнде иҫбатлап, сәхнәгә сығып, хатта ауыҙҙы ла асмайынса йырлап күрһәттем әле. Ауыҙҙы яптырырға теләүселәр күп, әлбиттә. Әммә мин бит башҡорт егете, дуҫтар, таяныс булыр дәртле йәштәр һәм ололар булғанда ундай ғына һынауҙарҙы еңел үткәреп була икәнгә тағы бер ҡат инандым.
- Башҡорттоң телен ҡырҡып та, яңағын һындырып та еңеп булмай икәнен онотоусыларға бер ишара булды инде был аҙымың. “Евразия йөрәге” шоу-концерттағы сығышың да тамашасылар тарафынан бик йылы ҡабул ителеп, иҫ киткес ҙур уңыш яуланы. Ғөмүмән, шундай ҙур кимәлдәге концертта сығыш яһау хоҡуғына эйә булыу ауыр булдымы?
- Әлбиттә, бындай ҙур майҙандарҙа сығыш яһап, йырҙарыңды, ижад емештәреңде, йөрәк һүҙеңде халыҡҡа ишеттерер өсөн ҙур тырышлыҡ, ҙур әҙерлек кәрәк. Ҡуштауыбыҙҙы яҡлап, илебеҙҙә барған сәйәси ваҡиғалар ваҡытында үҙ һүҙемде әйткәс, миңә һаҡлыҡ менән, хатта хәүеф менән ҡараусылар булды. “Евразия йөрәге” шоу-концертына сығарырғамы-сығармаҫҡамы тигән икеләнеүҙәр ҡуйырҙы. Әммә абруйлы шәхестәр, артистар мине яҡлашып, арҡалап үҙ һүҙҙәрен әйттеләр. Сығышым ысынлап та бик ялҡынлы булды. ундай һалҡын ямғыр яуып торған мәлдә кешеләр йөрәгендә усаҡ, дәрт тоҡандырыр өсөн әлбиттә үҙ йөрәгеңдәге ялҡын көслө булыуы мотлаҡ. Бейеүҙәр менән оҙатылған сығыштар эшләү өсөн бик ҙур әҙерлек кәрәк. Көнө-төнө тренировкалар, имгәнеүҙәр, һыҙланыуҙар... Ҡарап тороуға ғәжәп матур күренгән “орсоҡ кеүек баштүбән әйләнеп” бейеүҙәр хаҡы бына шулай юғары була.
“Башҡорт сәй эсә” йыры тураһында Алтынай менән тотош бер самауыр сәйлек һөйләшеү булды. Тәмле генә итеп, уныһын да яҡын көндәрҙә уҡырһығыҙ.
Йондоҙҙарыбыҙ менән ихлас һөйләшеүҙәр күп була беҙҙә, ҡушылығыҙ!
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: