+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
10 Август 2020, 22:00

МИНЕ ҠАТЫН-ҠЫҘ ҒЫНА ИЛАТА АЛА

“Өфөнән һөйөү менән” фильмындағы төп ролдәрҙең береһе – Фәритте уйнаған йәш актер Эмиль Әмировты күреү өсөн романтик комедияны ҡабат-ҡабат килеп ҡараусы ҡыҙҙар ҙа була. Эмиль ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата үҙе бик иғтибарлы. Уны ҡатын-ҡыҙ ғына илата ала икән:

Ҡатыным илаһа, мин дә илайым. Ғөмүмән, миңә ҡатын-ҡыҙ йәл, шикелле. Уларҙы аңғармаҫтан ғына рәнйетһәм дә, үҙемде кисерә алмайым.Фильмда ҡатнашыуға кәләшем Ангиза дәртләндерҙе (Эмиль өйләнгән. Икеһе лә актер һөнәрен үҙләштергән. Кәләше Эмилдең үҙе кеүек талантлы шәхес, үҙенсәлекле фекерләүсе йәш драматург – Ангиза Ишбулдина).Фильмдағы Фәрит образы менән беҙҙең арала темпераментта бер аҙ оҡшашлыҡ барҙыр, бәлки. Әммә мин “бабник” түгел. Һәм була алмам. Намыҫым ҡушмаҫ... Ҡатын-ҡыҙға ҡарата хөрмәтем ҙур.
Читайте нас: