-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
4 Июль 2020, 11:13

Һәләтле йәштәр «ZAINETDIN» проекты донъяны яулармы?

Бөгөнгө көн геройы Заһир ЗӘЙНЕТДИНОВТАН сабыйҙарса ихласлыҡ, башҡорт егеттәренә генә хас көс-дарман, мең кешегә етерлек тырышлыҡ, талант, мөләйемлек урғыла. Шуға ла сәхнәгә сығыу менән тамашасылар күңелен һә тигәнсе яулай. Дүрт йәшендә Өфө сәхнәһендә бейеп, республика башлығы ҡулынан бүләккә милли кейем алған кеше тап шулай булырға тейеш тә.– Заһир, һинең Мәсетле районында тыуып үҫеүеңде беләбеҙ. Данлыҡлы Зәйнетдиновтар нәҫеленең дауамыһың...

– Эйе, атайым Зөфәр Миңләхмәт улы ҙур, татыу ғаиләнең унынсы балаһы. Балалар, килен-кейәүҙәр, ейән-ейәнсәрҙәр менән һанағанда, ике туғандар ғына 74 кешебеҙ. Арабыҙҙа уҡытыусылар ҙа, спортсылар ҙа, башҡа һөнәр эйәләре лә бар. Әммә бөтәбеҙ ҙә сәнғәткә, йыр-бейеүгә ғашиҡ, халыҡ ижадын, ҡурай-ҡумыҙ моңдарын яратабыҙ. Райондың барлыҡ сараһында ғаилә ансамбле менән сығыш яһайбыҙ, республика байрамдарында ла йыш ҡатнаштыҡ. Ә әсәйем яҡлап мин – Ейәнсура егетемен. Ул Үтәғол ауылында тыуып үҫкән. Өләсәйем дә сәнғәткә битараф түгел, оҙаҡ йылдар «Йәмһибә» фольклор ансамблен етәкләне. Атай-әсәйемдәр Күмертау педагогия училищеһында уҡығанда танышып, ғаилә ҡорған.
– Сәхнә тураһында ҡасан хыяллана башланың?
– Мин хыялланманым, ә шунда үҫтем. Ә бына атайымдың артист булырға теләге көслө булған. Йәш сағында бейеү менән сит илдәрҙә лә сығыш яһаған.
Әммә төрлө сәбәп менән хыялын тормошҡа ашыра алмағас, мин тыуыу менән ул үҙенә, улымды артист итәм, тигән маҡсат ҡуйған. Сәңгелдәктән ошо йүнәлештә тәрбиәләндем. Атайым ҡурай уйнап йоҡлатыр булған. Һөйләшә белмәгәндә лә йырлап өйрәнгәнмен, хатта «Уйыл», «Томан» кеүек оҙон көйҙәрҙе көйләп маташа инем. Тәпәй баҫыу менән атайым гармун уйнап бейетә башланы. Талапсан булды. «Нығыраҡ баҫ! Күҙҙәрең янып торһон! Арҡаңды тура тот!» – тип һәр ваҡыт шелтәләрен әйтә ине. Үксәм ауыртҡас, аяғыма ойоҡбаш кейеп шөғөлләндем. Дүрт йәшем тулғас, ҡурай, ҡумыҙ уйнарға, тип атайымды аптыратҡаным иҫемдә. 1988 йылда, «Ғаилә мозаикаһы» республика конкурсында I урын яуланыҡ. Ҙур сәхнәләге тәүге сығышым булды ул. Мин дә музыканы ныҡ яраттым, көн һайын иртәнсәк уҡыуға тиклем бер сәғәт ваҡытымды яңы көй өйрәнеүгә бүлә инем. Тәнәфес ваҡытында ла музыка дәресе кабинетына йүгерә торғайным.
Фанаттарса яратыу булған ул. 4-се класты тамамлағас Өфөгә, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия- интернатының тромбон
класына уҡырға килдем. Ҡурай түңәрәгенә, вокал дәрестәренә, Рәшиҙә Туйсина етәкселегендәге бейеү ансамбленә йөрөнөм, спорт менән ныҡлап шөғөлләндем. Ун йәштәр тирәһе булғандыр, «Нефтселәр» мәҙәниәт һарайында репетициялар бара, беҙҙең бейеү ансамбле, үҙ сиратын көтөп, залда ултыра. Шул саҡ ниңәлер сәхнәгә ҡарап күңелдә: «Ҙурайғас бына ошо сәхнәлә концертым буласаҡ!» тигән хыял барлыҡҡа килде. Ул йылдар үтеү менән маҡсатҡа әйләнде һәм, Аллаға шөкөр, уны тормошҡа ашырҙым.
– Ә ҡулыңдан килмәгән берәй эш бармы?
– Әлбиттә, улар күп. Тик мин күберәк күңелемә оҡшаған, ҡулымдан килгән
эштәр менән генә шөғөлләнәм. Шуға ла булдыҡлы, һәр яҡтан килгән егет кеүек күренәмдер. Ә нимәлер килеп сыҡмай икән, яңылышлыҡтарҙан, хаталарҙан һабаҡ алам, тәжрибә туплайым.
Сәнғәт кешеһен мин бизнесмен менән сағыштырам: туҡтауһыҙ эҙләнә, яңы проекттар уйлап сығара. Ә уның өсөн фантазия кәрәк. Ижадта тотороҡлолоҡ та, режим да юҡ. Стандарттарға һыйып булмай, нимәлер килеп сыҡмай. Уңышһыҙлыҡтан күңел төшмәй, ә киреһенсә, сәм уяна, нимәнән уңыш яулап була тип, икенсе юл эҙләй башлайһың.
– Ижад кешеһенең дуҫтары күп була, тиҙәр...
– Күп түгел. Сөнки аралашыу, ҡунаҡҡа йөрөшөү урынына күберәк музыка һәм спорт менән шөғөлләнәм. Сәхнәлә дәртем урғылып торһа ла аралашыуға тыныс, бер аҙ йомоҡ кешемен. Ышанған, ауырлыҡтарҙы ла, шатлыҡтарҙы ла бергә күтәргән ысын дуҫтар бар. Уларһыҙ йәшәп булмай. Тик улар һанаулы ғына.
– Һин уңышҡа ҡапыл ғына түгел, ә эҙмә-эҙлекле хеҙмәт менән яйлап өлгәштең. Күңелең төшкән саҡтар булдымы?
– Тәүге осорҙа ундай ваҡыттар йыш ҡына булды: ижадым баһаланып етмәгән кеүек ине. Аҙаҡ уға икенсе күҙлектән – тыңлаусылар яғынан ҡараным һәм ҡарашым бөтөнләй үҙгәрҙе. Быға тиклем мин бит күңел өсөн эшләнем – миңә нимә оҡшай. Ә тамашасы өсөн ул ҡыҙыҡмы? Был эшемде кемгә тәҡдим итергә? Ошоно аңлау үҫешкә этәргес булды.
– Кеше һүҙе, ғәйбәт, урынһыҙ тәнҡиткә ҡарашың нисек?
– Шатланам, һис алдамай әйтәм. Ғәйбәт, насар һөйләү ҙә ҡай саҡта реклама ла булып ҡуя бит. Кеше һәр ваҡыт һөйләй: яҡшы эшләһәң дә, насар булһаң да ғәйепләүсе табыла. Нимәһе ҡыҙыҡ: матур йыр яҙҙырып, уға клип төшөрөп, ҡайҙалыр сығыш яһаһаң, бармаҡ менән генә һанарлыҡ кеше маҡтап ҡуя. Маҡтауҙар ҙа күберәк: «Һәйбәт булған, афарин!» – тиеүҙән үтмәй. Ә стандарт булмаған берәй нимә эшләһәң – башлана! Мәҫәлән, минең йырҙа ҡыҙҙар ҡыҫҡа итәк менән бейей. Шул яҙманы күргәс, нимә генә яҙып бөтмәнеләр! «Башҡорт ҡыҙҙары улай йөрөмәгән», «Быны эфирға сығарырға ярамай!» һәм башҡа, һәм башҡалар. Ныҡ шатландым: ниһайәт, миңә иғтибар булды! Сәсемде үҫтергәйнем, тағы әрләндем: былай матур түгел, тиҙәр. Элек мин дә матур йөрөргә кәрәк, тип уйлай инем. Тик матур булһаң – иғтибар юҡ, шуға үҙенсәлекле һәм стилле булыу мөһим икәнен аңланым. Кемдәрҙер шундай тәнҡиттән ҡурҡа, матур булып күренергә теләй. Был йәһәттән мин Алтынай Вәлитовты билдәләп үтер инем: ижады ла, имиджы ла үҙенсәлекле. Классик костюм-салбар кейеп, моңло ғына лирик йыр башҡарһа, уны кем күрер ине икән?
– Бөгөнгө көндә үтә популяр булған «Zainetdin» проектына ҡасан нигеҙ һалынды? Ауырлыҡтар булдымы?
– Барыһы ла маҡсаттан башлана. Мәктәп йылдарында уҡ үҙ аллы булырға тырыштым, аҡса эшләү юлдарын эҙләй инем. Студент ваҡытта ла эшләп йөрөнөм. 18 йәштә Сочи ҡалаһына сығып киттем, үҙ эшемде астым. Әлбиттә, тәжрибәһеҙ кеше булараҡ, уңышһыҙлыҡҡа осрап, булған аҡсамды юғалттым. Депрессияға ла бирелеп алдым, тормош тураһында ныҡлы уйландым. Шул саҡта бала саҡ хыялым иҫкә төштө. Сальто эшләп сәхнәгә сығам да, бейей-бейей йырлай башлайым, араһында ҡурай, ҡумыҙ уйнайым. Ә тамашасылар миңә ҡушылып бейей. Ошоно тормошҡа ашырырға, үҙ- үҙемде табырға кәрәклеген аңланым. Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр бүлегенә уҡырға инеп, йыл буйы уҡып, актер оҫталығы, режиссер һөнәре, байрамдар, тамашалар ойоштороу буйынса белем алдым да, артабан ситтән тороп уҡыуға күстем. Төп нигеҙҙе аңлағас, йылдар буйы бер йүнәлештә генә эшләп, парта артында ултырғым килмәне. Профессиональ кимәлдә бейер өсөн бала саҡтан яратып ҡараған, Хәлил Ишбирҙин нигеҙ һалған Стәрлетамаҡ бейеү театрына киттем. Махсус белемемде һораған етәксегә үҫмерлек максимализмы менән: «Диплом бейемәй бит, кеше бейей!» – тигән яуабым өсөн генә һынамаҡҡа эшкә алындым. Профессионалдар менән бер кимәлдә сығыш яһау өсөн әҙерләнергә өс ай ваҡыт бирелде. Теләк шул тиклем ҙур ине, көнө-төнө бейенем. Репертуарҙы өйрәндем, репетициялар яһаным. Башҡалар ҡайтып китә, мин ҡалып, балалар менән бергә классик бейеү буйынса дәрестәр алам. Кискеһен үҙ аллы өйрәнәм. Бер йылдан солист булараҡ та сығыш яһай башланым. Шул осор ике дуҫ егет менән тамада булып туйҙар, юбилейҙар үткәреп тә йөрөнөк. Быныһы инде аҡса табыу ысулы булды. Күңелле итеп алып барабыҙ, заказдар күп. Тәүге машинамды шул йылда һатып алдым.
Тағы ла гимназияла уҡығанда «Ҡыҙыҡ мажор» тигән команда туплап, башҡортса КВН-«Шаяниум»да еңеү яулағайныҡ. Аҙаҡ Марсель Мөхәмәтйәнов мине үҙҙәренең «Бытбылдыҡ» командаһына саҡырҙы. Стәрлетамаҡҡа күскәс тә уларҙы ташламаным. Көндөҙ бейеү театрының репетициялары тамамланғас, автобус менән Өфөгә киләм, КВН-ға әҙерләнәбеҙ ҙә, Марселгә барып йоҡлап, иртәнге сәғәт 6-лағы автобус менән Стәрлетамаҡҡа кире ҡайтып китәм. Эш көнө башланыуға бейеү менән шөғөлләнергә тотонабыҙ. Был режимды ла күтәрә алдым.
Былар барыһы ла минең өсөн бары башланғыс этап – әҙерлек кенә булды. КВН юморҙы аңларға, артист талантымды асырға ярҙам итте, театрҙа бейергә өйрәндем. Тамада булыу ҙа еңел түгел: матур итеп һөйләргә, көтөлмәгән хәлдәрҙән сығырға, кешеләр менән уртаҡ тел табырға ярҙам итте.
– Һин тағы ла танылған артистар – Рөстәм Ғиззәтуллин һәм Айҙар Ғәлимовтар менән эшләнең...
– Стәрлетамаҡта барыһы ла яйға һалынып, эштәр көйлө генә бара ине, тынғылыҡ белмәгән күңелем артабан үҫеш эҙләп Өфөгә ынтылды. Сәхнә кешеһенә сәнғәт донъяһын өйрәнеү өсөн остаз кәрәк. Шуға ла Айҙар Ғәлимов студияһына саҡырыу булғас, ҡуш ҡуллап ризалаштым. Беренсенән, театрҙа халыҡ бейеүе менән сығыш яһаһаҡ, бында башлыса заманса стиль өҫтөнлөк итә. Хореографтар менән ошо йүнәлештә эшләнек. Икенсенән, уның командаһы 25 йыл дауамында тамашасыны ылыҡтырып тора, тулы зал йыя. Концерттар ойоштороу, гастролдәр графигы төҙөү, командала эшләү кеүек ҙур багаж тупланым. Бер йылда 150-нән ашыу концертта ҡатнашып, ил буйлап гастролдәргә йөрөп, профессиональ яҡтан үҫтем.
Шул саҡта Рөстәм Ғиззәтуллин менән таныштыҡ, параллель рәүештә уның менән гастролдәргә йөрөйөм. Тәүге йырҙарҙы яҙҙырҙым, клип төшөрҙөк. Тик ул минеке түгел ине. Рөстәм ағайға хыялымды һөйләгәс: «Әйҙә студияға кил. Нимә беләһең, нисек теләйһең, барыһын да уйла», – тине. Заманса композициялар эшләнек. Ҡурай, думбыра, ҡумыҙ һәм башҡа музыка ҡоралдары алып килеп, уларҙы уйнап, яҙҙырҙым. Бейеү урындары ҡалдырҙыҡ. Белгестәргә, дуҫтарға тыңлатабыҙ – оҡшай, тиҙәр. Үҙебеҙгә лә һәйбәт кеүек. Бөгөн һәр кем йырҙарын интернет селтәренә һалып популярлыҡ яулай. Ә мин интернет селтәренә инеп, төрлө халыҡ-ара фестиваль тураһында мәғлүмәттәр эҙләй башланым.
Шулай итеп, Республика халыҡ ижады үҙәгенең ярҙамы менән Алтайҙа сығыш яһау бәхетенә ирештем. Ул саҡта аҡса юҡ ине, руль артына үҙем ултырып, 2,5 мең саҡрым юл үтеп барҙыҡ. Яңы форматтағы тәүге сығыш, ун мең кешелек стадион, аншлаг, алҡыштар, журналистар, фанаттар. Һайлаған юлымдың дөрөҫ икәнен, артабан да ошо йүнәлештә эшләргә кәрәк икәнен аңланым. Шундағы сығышымдан һуң Ҡырғыҙстанда үткән Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарына саҡырыу алдым. Артабан республиканың мәҙәни сараларында, Төркиәлә сығыш яһаным. Минең турала һүҙ сыҡты, популяр булып киттем. Проект барлыҡҡа килгәндән алып бөгөнгө көнгә тиклем һигеҙ илдә сығыш яһаным. Өс йылда барлығы 700 концерт бирҙек. Рөстәм ағай менән беҙҙең хеҙмәттәшлек хәҙер ҙә дауам итә: ул «Zainetdin» проектының продюсеры. Барлыҡ уңыштарым уның менән бергә яуланды, рәхмәтем ҙур.
Һәйбәт аранжировка, сифатлы итеп тауыш яҙҙырыу ҙур сығымдар талап итә. Мәскәү, сит ил музыканттары менән танышып, улар менән хеҙмәттәшлек итәм. Бер ваҡытта ла эшләп биргән вариантҡа риза булып ултыра торған кеше түгелмен. Мотлаҡ төҙәтеүҙәр индерәм, идеяларымды, теләктәремде еткерәм.
– Башҡорт халыҡ ижады бик бай, нимәгә тотонһаҡ, шул бар: эпостар, музыка ҡоралдары, йырҙар, бейеүҙәр, ҡобайырҙар һәм башҡалар. Әммә башҡа халыҡтар кеүек этно йүнәлешендә донъяны яулай алмайбыҙ. Бының сәбәбе нимәлә? Ғөмүмән, милли уйын ҡоралы булған ҡурай менән ҡумыҙҙы заманлаштырырға кәрәкме икән?
– Беҙҙең халыҡ тик үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап өйрәнгән. Мин дә ошо «уңайлы зонала» ғына эшләй алам. Йырлап, бейеп, ҡурай тартып, йыйылма (солянка) концерттарҙа ҡатнашып, Башҡортостан буйлап гастролдәрҙә йөрөһәм дә бик популяр булыр инем. Тик мин үҙемде лә, башҡорт халҡының ижадын да донъя кимәленә сығарғым килә. Сит илдәге йәштәштәрем дә беҙҙең ҡурайҙы, ҡумыҙҙы, йырҙарҙы тыңлаһын, бейеүҙәрҙе, кейемдәрҙе күрһен, башҡорт тигән милләт барлығын белһен, тигән теләк менән йәшәйем. Лезгинка кеүек, башҡорт көйөн ишетеү менән башҡа халыҡтар ҙа бейергә төшөп китһен ине. Ун йәштә «Башҡортостан» концерт залы тураһында хыялланһам, 20 йәштә инде минең икенсе, ҙурыраҡ маҡсаттар булырға тейеш һәм улар бар.
Классика өсөн филармония бар, виртуоз музыканттар, мәшһүр йырсылар эшләй, бынамын тигән хор капеллаһы, оркестрҙар концерт ҡуя. Тик классиканы үҙ итмәгән тамашасылар, йәштәр өсөн эстрада формаһында үҙ
сәнғәтебеҙҙе тәҡдим итергә тейешбеҙ. Балаға елән кейеп оҙон көй уйнаған ҡурайсы ҡыҙыҡ түгел икән, әйҙә этностилдәге йырҙарҙы, заманса эшкәртелгән композицияларҙағы ҡурай моңдарын тыңлаһын. Уның донъя
кимәлендә танылыу яулауын күреп, үҙе лә уйнарға өйрәнһен. Шунан яйлап оҙон көйҙәргә, йырҙарға ла ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килер. Беҙҙең милләт тә заман менән бергә атларға тейеш.
– Тик был йүнәлеште ҡайһы бер тамашасылар, хатта сәнғәт белгестәре лә хупламай...
– Һәр тауарҙың үҙ ҡулланыусыһы булған кеүек, һәр йырҙың, йырсының үҙ тыңлаусыһы була. Китап оҡшамаһа – уҡымайым. Йыр күңелемә ятмай икән
– тыңламайым. Әммә уны башҡалар оҡшата бит. Тимәк, ул булырға тейеш! Нимәгә иғтибар иттем: сит төбәктәрҙә миңә ҡыҙыҡһыныу көслөрәк. Ә беҙҙең менталитет шундай: «Үҙебеҙҙең егет бит!» Бер осор «текә» егет булып алдым. «Йондоҙ ауырыуы башланған», – тигән һүҙ сыҡты. Тик мин ижадым менән икмәк тапҡанымды, шуның менән йәшәгәнемде аңлатҡым килде.
– Йәш ижадсылар менән ҡыҙыҡһынаһыңмы? Һинең менән эшләргә теләүселәр күпме?
– Ғөмүмән сәнғәтте күҙәтеп барам: йәшен-ҡартын, төрлө йүнәлештәген, жанрҙағын. Башҡортостан, Рәсәй, сит ил, башҡа төбәк йырсылары ҡыҙыҡһындыра. Яңылыҡтарын белергә тейешмен, сөнки ул минең ижадыма ла йоғонто (солянка) концерттарҙа ҡатнашып, Башҡортостан буйлап гастролдәрҙә йөрөһәм дә бик популяр булыр инем. Тик мин үҙемде лә, башҡорт халҡының ижадын да донъя кимәленә сығарғым килә. Сит илдәге йәштәштәрем дә беҙҙең ҡурайҙы, ҡумыҙҙы, йырҙарҙы тыңлаһын, бейеүҙәрҙе, кейемдәрҙе күрһен, башҡорт тигән милләт барлығын белһен, тигән теләк менән йәшәйем. Беҙҙең командала эшләргә теләүсе йәштәргә ярҙам итәбеҙ, ниндәй йүнәлештә эшләргә кәңәш бирәбеҙ. Бының өсөн Рөстәм Ғиззәтуллин менән бергәләп «Girza-мюзик» тигән продюссерлыҡ үҙәге астыҡ, лейбл булдырҙыҡ. Тик кешелә ялҡаулыҡ көслө, хатта ул миндә лә бар. Үҙемде әрләп-әрләп, мәжбүр итеп эшләргә тура килә. Сөнки беләм – үҙ-үҙеңде йәлләмәй эшләгәндә генә уңышлы булаһың. Донъяла генийҙар бик-бик күп, тик уларҙың күбеһен белмәйбеҙ. Сөнки уларға үҙҙәрен күрһәтеү өсөн тырышлыҡ та кәрәк. Идеялар ҙа күп, тик уларҙы тормошҡа ашырыусылар һирәк. Мин 25 йәштә өй һатып алдым. Уның менән маҡтанырға теләмәйем. Әммә әйткем килә: ялҡауланмағыҙ, эшләгеҙ, кәрәкһә өйрәтәм. Мөмкинлектәр бар! Һеҙ ҙә шулай уңышлы булығыҙ!
– Бөгөнгө тығыҙ эш графигында ялға, шәхси тормошҡа ваҡыт бүленгәнме? Күптән түгел интернет селтәрендә кәләш эҙләү маҡсатында шоу ойошторҙоң, шикелле.
– Өләсәйемдәр күптән инде, ейәндәр һөйгө килә, тип өйләнеү тураһында һүҙ ҡуҙғата башланы. Бер көндө үҙәк телеканалдарҙың тәжрибәһе буйынса бәләкәй генә проект башлап ебәрҙек. Ниңә кәләш эҙләүҙе шундай форматта үткәрмәҫкә? Иғлан бирелгәс, 200-ләп ҡыҙ ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ҡатнашыусылар күп булғас, конкурсты бер нисә этапта үткәрергә тура килде. Иң әүҙемдәргә бүләктәр бирҙек. Тик өйләнергә тигән ниәт килеп сыҡманы. Никах сәғәтем етмәгәндер. Хәйер, миңә ғаилә ҡорғансы ижади хыялдарҙы тормошҡа ашырырға, тағы ла ҙурыраҡ кимәлдә танылыу яуларға кәрәктер. Башҡорт ҡыҙына өйләнергә, балаларымды милли рухта тәрбиәләргә тигән маҡсатым бар. Алла бирһә, был киләсәктә ысынбарлыҡ булыр.
– Ялға ваҡытың ҡаламы?
– Мөмкинлек булһа, йоҡо туйҙырып алам да, ҡабат музыка донъяһына сумам. Оҙайлы ял минең өсөн түгел, киреһенсә, арый башлайым. Һәр ваҡыт хәрәкәттә, эштә булырға тейешмен, күңелем алға ынтыла.
– Коронавирус пандемияһы һинең ижади пландарыңды бер аҙ ҡаҡшатып алды. Һин тамашасыларға бик ҙур шоу-тамаша әҙерләй инең. Ҡасан күреү насип булыр икән?
– Эйе, был эпидемия бер ни тиклем уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы. 29 мартта «Тинкофф-холл» сәхнәһендә донъя кимәлендә күрһәтерлек «Neo vision» шоу-программаһының презентацияһы булырға тейеш ине. Карантин сәбәпле ул БЮТ телеканалында онлайн форматта ғына үтте. Кемдәр ҡараған, үҙҙәренең фекерҙәрен еткерҙе, уларға ныҡ оҡшаған. Ҡазан, Мәскәү һәм башҡа ҡалалар сират көтә ине, Ҡытай һәм Төркиәләге концерттар ҙа кисектерелде. Уға беҙ 3-4 ай буйы әҙерләндек, бейеүҙәр һалдыҡ. Юлия Косяк, Екатерина Захарова, Марина Борисова кеүек Рәсәйҙә танылыу яулаған модельерҙар миллион ярымлыҡ сәхнә костюмдары текте. Төрлө йылдарҙа Леди Гага, Риана, Дженнифер Лопестарға программалар эшләгән Алексей Балашты шоуға режиссер һәм хореограф итеп саҡырҙым. Ҡыҫҡаһы, мине тамашасыларға бөтөнләй икенсе яҡтан асырлыҡ тамаша ине. Был концертты ойоштороуҙа ярҙам иткән өсөн Республика Хөкүмәтенә, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға рәхмәтлемен. Уларҙың тәҡдиме менән тамаша «Ритмы и сердце Урала» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Ҙур мәҙәни саралар үткәрергә рөхсәт булыу менән шоуҙы сәхнәлә күрһәтәсәкбеҙ. Рәсәй һәм донъя буйлап гастролдәр ҙә булыр тип өмөтләнәм.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Заһир! Хыялдарың тормошҡа ашып, башҡорт халҡының аҫыл хазинаһы булған ҡурайҙы бөтә илдәрҙең сәхнәһендә уйнау насип булһын!
Гөлнур ҠЫУАТОВА
әңгәмәләште
Читайте нас: