+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
14 Май 2020, 12:16

Һәләтле балалар – йәмғиәт ҡиммәте

Тәбиғәт кешегә сикһеҙ мөмкинлектәр биргән. Шуға ла һәр бала тыумыштан нимәгә булһа ла һәләтле була. Был һәләттәрҙе ваҡытында күреп, уны үҫтерә белеү зарур. Кешелә һәләт булһа, ул юл ярып сыға, тормоштоң һәр этабында асыла ала. Һәләтлелектең бик аҙ өлөшө беҙҙең гендарға һалына, кешенең ҡыҙыҡһыныуы, мауығыуы, нимәнелер башҡаларға ҡарағанда яҡшыраҡ башҡарыуы булып сағыла, әммә 99% кешенең үҙ һәләте өҫтөндә эш алып барыуынан тора, шул саҡта ғына таланттар һәм даһиҙар үҫеп сыға.
Һәләтле бала үҙенең фекерләү ҡеүәһе, ҡыҙыҡһыныусан булыуы менән башҡаларҙан айырылып тора. Ғәҙәттә, уларҙың хәтере яҡшы үҫешкән, фекерләүе үҙенсәлекле була. Улар бөтә фәндәрҙән дә яҡшы өлгәшә, төрлө түңәрәктәргә йөрөй, мәктәптә, ҡала һәм республика кимәлендә үткәрелгән төрлө сараларҙа, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша.
Башҡортостан балалары был йәһәттән бик бәхетле. Тәбиғәт биргән һәләттәрен йүнәлешле үҫтереп, йәш быуында милли ғөрөф-ғәҙәттәргә, туған телгә таянған тәрбиәүи эште ойошҡан рәүештә алып барыусы «Тамыр» студияһы эшләй беҙҙең республикала.
«Тамыр» балалар студияһы – «Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы»ның махсус студияһы ул. 1992 йылдың 2 мартында «Сәңгелдәк» тапшырыуы менән асылған студияның әлеге ваҡытта телевидениела – 14, радиола 17 тапшырыуы бар. Тапшырыуҙар Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашып бик күп тапҡыр лауреат булдылар. «Ҡоралай» фильм-әкиәте (авторы Г.Ҡолһарина, режиссеры Р.Фәтхиев) «ТЭФИ» төбәк-ара – 2005 юғары телевизион премияһына лайыҡ булды. «Ҡамыр батыр» әкиәте (сценарийын Гөлназ Ҡолһарина яҙған, режиссеры Айгөл Малбаева) «Включайся» Халыҡ-ара балалар телевидениеһы фестиваленең «Нәфис фильм» номинацияһында еңеү яуланы. Унан башҡа бик күп фестивалдәрҙә лауреат булды.
«Тамыр»ҙа ҡанат нығытып, уның ҡыҙыҡлы тапшырыуҙарын алып барыусы һәләтле үҫмерҙәр Алмаз ТАҺИРОВ, Рөстәм ТӨХБӘТОВ, Айгөл ИШБАЕВА менән әңгәмәгә рәхим итегеҙ.
– Кескәй йондоҙҙар, һеҙ ҡайһы мәктәптә уҡыйһығыҙ? Бөтә Башҡортостан балалары һәм хатта оло кешеләре лә яратып ҡараған тапшырыуҙарҙың төп геройҙары һәм алып барыусылары ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
Алмаз:
– Мин Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының 8-се класында уҡыйым. Бала сағымдың бик күп сағыу мәлдәре «Тамыр» студияһы менән бәйле. «Сулпылар» тапшырыуының даими алып барыусыһы булдым. Әле быйыл да жюри ағзаһы булып ултырам. Шулай уҡ бик ҡыҙыҡлы «Әлләсе» тапшырыуында ҡатнаштым. Балалар көнө уңайы менән төшөрөлгән «Сәләм» тапшырыуын алып барыуым бик иҫтә ҡалырлыҡ булды. Йәмил Баймырҙиндың «Буран микән» клибында төп роль башҡарҙым. Шулай итеп, мәктәптә барған байрамдарҙа ла, кластан тыш сараларҙа ла шиғыр һөйләп, бейеп йәки алып барыусы булараҡ әүҙем ҡатнашырға яратам.
Айгөл:
– Мин Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының 9-сы класында уҡыйым. Мин дә үҙ тормошомдо телевидениеһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. «Сулпылар» тапшырыуын 2013–2017 йылдарҙа алып барыусы булдым. Хәҙер «Тау-тау хәбәр»ҙе алып барам һәм унда корреспондент та булып эшләйем. «Сәләм», «Әлләсе», «Портрет» тапшырыуҙарында ҡатнаштым. Яңыраҡ «Тамыр» телеканалы «Бөтә Рәсәй балалары Үҙәге» лагерына – Анапаға юллама бүләк иттеләр. Миңә унда бик ныҡ оҡшаны. Беҙ унда ял итеп кенә ҡалманыҡ, шулай уҡ төрлө һөнәрҙәргә уҡыныҡ. Мин үҙемә актерлыҡ факультетын һәм «Алып барыусы мәктәбе»н һайланым.
Рөстәм:
– Мин Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының 10-сы класында уҡыйым. Миңә лә тапшырыуҙар алып барыу бик оҡшай. Тамыр телеканалының «Тау-тау хәбәр» тапшырыуын, «Артыҡ бала булмай» проектында алып барыусы булып эшләйем. Тағы ла «Юлдаш» радиоһында һәр дүшәмбе «Тау-тау хәбәр»ҙең радиовариантын алып барам. Бынан алда «Сулпылар» бәйгеһендә, «Ҡымыҙ юлы» проектында эшләп алдым. Яратҡан эшем – тура эфирға сығыу. Белгестәр әйтеүенсә, алып барыусыларҙың тура эфирға сыҡҡанда һәм космонавттарҙың йыһанға осҡанда йөрәк тибеше һаны бер үк. Ысынлап та, бөтә республикаға хатаһыҙ, дөрөҫ итеп хәбәрҙәр, яңылыҡтар һөйләү – оло яуаплылыҡ. Дикцияны һәр ваҡыт тейешле кимәлдә тотор кәрәк, төрлө тиҙәйткестәр әйтәм, ғөмүмән, дуҫтарым менән башҡортса аралашырға тырышам. Ун биш минутлыҡ тапшырыуҙар һә тигәнсе үтә лә китә. Телевидение өлкәһенә яҡын тағы ла бер шөғөлөм – видеолар төшөрөргә яратам. Уларҙы монтажлап, төрлө Бөтә Рәсәй бәйгеләренә ебәреп ҡарағаным бар.
– Алып барыусы һөнәре, роле оҡшаймы? Был өлкәлә ниндәй уңыштарығыҙ бар? Тағы ла нимәләр менән мауығаһығыҙ?
Алмаз:
– Радиола сығыш яһау һәм һәм телевидение тапшырыуҙарында төшөү бик оҡшай. Мин унда барырға ашҡынып торам. 8 йәшемдән алып спектаклдәрҙә ҡатнаша башланым. Бөгөнгө көндә Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры ҡуйған «Йәләлетдин атай» спектаклендә Михаил Ҡуянов булып төп ролде уйнаным, «Ғәйфи ағай, өйлән давай!» спектаклендә балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе ролен башҡарам.
Бөйөк Еңеүҙең юбилей йылына арналған, 2010 йылда Хәниә Фәрхиҙең «Һине көтәм, ғәзиз балам» исемле йырына төшөргән видеоклибында атайым менән төштөк. Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған «Ал да сәс нур халҡыңа» асыҡ интернет конкурсында лайыҡлы сығыш яһаған өсөн I дәрәжә дипломы менән бүләкләндем һәм «Бабич», «Беренсе Республика» фильмдарында уйнаным.
Шулай уҡ иң яратҡан шөғөлдәремдең береһе – футбол уйнау. «Динамо» стадионына спорт секцияһына йөрөйөм. Ҡала кимәлендәге футбол уйындарында яулаған ике миҙалым бар.
Рөстәм:
– Инглиз телендә баш ҡалабыҙ Өфө тураһында видео төшөрөп, еңеүсе булдым. Яңыраҡ тамырҙар менән «Смена» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә булып, кино серҙәренә өйрәндек. Унда ҡыҫҡа ғына ролик төшөрөп дүрт статуэтка – «Ҡанат»тарҙы Өфөгә алып ҡайттыҡ. «Иң яҡшы социаль ролик» номинацияһында еңдек, үҙем «Иң яҡшы монтажер» исемен алдым. Телевидение өлкәһендә Бөтә Рәсәй конкурс, фестивалдәре лауреаты булып ҡыуандым. Уҡыған мәктәбемдә «Йыл уҡыусыһы» бәйгеһендә еңеүсе булдым, «Гимназия ғорурлығы» исеменә лайыҡлы тип табылып премия алдым.
Айгөл:
– Бейергә, йырларға, фото төшөрөргә һәм интернет селтәрендә гиҙергә яратам. Буш ваҡытымда ҡул эштәре менән шөғөлләнергә тырышам. Торт, кекс бешерергә бигерәк тә яратам. Сәхнә тормошо бик оҡшай. Төрлө тапшырыуҙар алып барыу, уға әҙерлек барышы, тапшырыуҙар барышында һәм унан һуң тыуған тәьҫораттар бик тулҡынландыра һәм ҡанатландыра. Кинофильмдарҙа төштөм, телевидениела бик күп концерттарҙа, Президент шыршыһы байрамдарында алып барыусы булдым. Уңышлы сығыштарым – сәхнәгә һөйөүем емештәре тип уйлайым.
– Киләсәккә ниндәй хыялдар менән йәшәй икән кескәй йондоҙҙарыбыҙ?
Рөстәм:
– Киләсәктә мәктәпте яҡшы итеп тамамлап, университетта уҡып, башҡорт кешеләрен, мәҙәниәтен лайыҡлы итеп донъя кимәлендә күрһәткем килә. Бөгөнгө көндә мине башҡорт теленең торошо борсой, йәштәштәрем, класташтарым күбеһенсә башҡорт телендә һөйләшмәй. Үҙемә маҡсат ҡуйҙым, ғаиләм донъяның ҡайһы илендә йәшәһә лә, балаларым мотлаҡ башҡорт телен белергә тейеш. Ата-әсәйем өйрәткән телде онотоу – минең өсөн башҡа һыймаҫлыҡ хәл.
Алмаз:
– Әлеге мәлдә шәп, бөтә донъяға танылған футболсы булыу теләгем көслө. Киләсәктә хыялдарҙың үҙгәреп китеүе лә бар, әлбиттә. Мин үҙемдең яҡшы исемемде тарихта ҡалдырырға ине, тигән теләк менән йәшәйем.
Айгөл:
– Киләсәктә уҡыуымды яҡшы билдәләргә тамамлап, режиссер йәки актер булырға хыялланам. Шулай уҡ алып барыусы профессияһын дауам иткем килә.
Һәләтле балалар – йәмғиәт ҡиммәте. Донъяның яҡты киләсәге ошо балалар ҡулында. Һәр яҡлап үҫешкән, әүҙем, бар ергә лә өлгөр шәхестәр үҫеп килеүе бик ҡыуандыра. Үҙҙәрен һәр яҡлап асырға, үҫтерергә ынтылған бөгөнгө әңгәмә геройҙарына арымай-талмай, ҡанатланып ижад итергә яҙһын.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: