-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
19 Февраль 2020, 14:47

Хыялһыҙға – хыял, ныҡыштарға илһам өҫтәр ынтылыш бар уның ролдәрендә

Татыу ғаиләләргә һоҡланып йәшәйем. Өлкән ағай-апайҙар үҙҙәренең бәләкәй туғандары алдында яуаплылығын белеп, өлгө булыусан. Абдуллиндар ғаиләһендә лә шулай: Гөлнара апаһы рус теле, уға эйәреп Радик ағаһы тарих уҡытыусыһы һөнәрен һайлай. Улар артынан ҡыуып килгән Радмир ҙа уҡытыусы булырға хыяллана. Үкенескә ҡаршымы, әллә бәхеткәме – ул хыял тормошҡа ашмай. Ҡабул итеү һынауҙарын үткәндә, тейешенсә балл етмәй, егет кире ауылға ҡайтып китергә мәжбүр була. «Киләһе йыл барыбер уҡырға инәсәкмен!» – тип йыуата үҙен. Әммә яҙмыштан уҙмыш юҡ, тигәндәй, ысынлап та икенсе йылға тиклем ныҡлап әҙерләнһә, әлбиттә, бөгөн Ейәнсура районының алдынғы уҡыу йорттарында эшләүсе шундай-шундай республика йәки бөтә Рәсәй конкурсында иң яҡшылар рәтенә сығыусы тарих, йә башҡорт теле, әҙәбиәте уҡытыусыһы тураһында мәҡәлә яҙылыр ине. Юҡ, был яҙма ана шул уҡ йылда «Йәшлек» гәзитендә сәнғәт институтына студенттар ҡабул ителеүе тураһындағы бәләкәй генә иғланға юлыҡҡан, үҙен һанап ҡына ҡарар өсөн Өфөгә юлланып, бөгөн республикабыҙҙың Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Радмир Абдуллин хаҡында.
– Иғлан күреп ҡалдым да, үҙемә урын таба алмайым. Баҡһаң, вокал бүлегенә ҡабул итәләр икән. Йөҙөмә сығармаһам да, эстән ҡыуандым: шул тиклем йыр яратам. Мәктәптә сығарылыш класында уҡығанда, бар ҡыйыулығымды йыйып, ауыл клубында йырлап ишеттергәйнем. Шунан концерттарға йөрөтә башланылар... Өфөгә атайым менән килдек. Яңғыҙым булһам, валлаһи, бер ҡайҙа барып тормайса вокзалдан кире тыуған ауылыма ҡайтыр инем. Баш ҡала тәү күргәндән оҡшаманы ла ҡуйҙы. «Атай, ҡуй, ҡайтайыҡ. Ауылды һағындым», – тиеберәк мыжыһам да, атайым ҡуйманы, кәрәк урынға алып барҙы. Имтиханға ла юхалап, әпәүләп кенә индереп ебәрҙе. Комиссия ағзалары, махсус белемең юҡ икән, тип күңелде төшөрҙө. Шулай ҙа, йырлауымды иғтибар менән тыңланылар. Бер ҙә генә, бармай, шыпа йырлай белмәйһең, тигән һүҙ булманы, драма актерҙары әҙерләү бүлегенә ҡоҙаланылар. Ул бүлеккә лә студенттар йыйған булғандар икән. Шулай итеп, баш ҡалала тороп ҡалдым, – тип көлә-көлә һөйләй бөгөн тормошоноң был күренешен Радмир.
Аңғармаҫтан ғына ижади һөнәр һайлау мөмкин түгел. Ейәнсура районының йәмле Үтәғол ауылы егете Радмир Абдуллин атаһының ике туған ағаһы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сөләймән Абдуллиндың моң донъяһын үҙ итә, йырҙарын тыңлап ҡына ҡалмай, үҙе лә өйрәнеп, ауыҙы эсенән генә йырлап йөрөп үҫә. Әммә был һөйөүен ул бер кемгә лә һиҙҙермәй. Ауыл балалары, нилектәндер шулай, асыла һалып бармай. Үҙе әйтмешләй, сығарылыш класта уҡығанда бер концертта ҡатнашып, йырлауы менән ауылдаштарын хайран итә. Хайран тигәндән, ошо урында ҡапыл ғына үҙем менән булған хәлде лә һүрәтләүем артыҡ булмаҫ. Интернет киңлектәрендә онотолоп халыҡ йырҙарын тыңлайым. «Боронғо йыр. Урал Иҙелбаев аранжировкаһы», тип кенә яҙылған берәүгә юлыҡтым. Ҡабат-ҡабат әйләндерәм. Телефонға күсереп алып, эшкә барып-ҡайтҡанда ла баяғыны ҡолаҡтан ысҡындырмайым. «Йырлап йәшәүҙәре лә бер ғүмер....» – тигән йыр һүҙҙәре, тап һүҙҙәре менән түгел (сөнки йыр менән танышмын), мөлдөрәмә тулы моңо менән йөрәккә үтеп инеп, хайран итте лә, сығып китмәй ҙә ҡуя! Йырсыһының тауышы шул тиклем яҡын, тик кем генә икәнен белә алмайым. Шулай аптыранып йөрөгәндә, үткән йылғы Шәйехзада Бабаич премияһын алыусы актер егеттәр менән һөйләшеү бәхете эләкте.
– Мин геройым тормошона байҡау яһап ҡына ҡалманым, уның кисерештәрен аңлап уйнаным. Халыҡ тейешенсә ҡабул итә алды икән – бик шатмын. Сөнки тарихи шәхестәрҙе сәхнәгә сығарыу – сауаплы эштер тип уйлайым. Уларҙы оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ, – тип минең ҡосаҡ-ҡосаҡ һорауҙарыма ябай ғына итеп яуап биргәйне Радмир Абдуллин. Ул «Бабич» кинофильмында Башҡортостан йәштәренең «Тулҡын» ойошмаһына нигеҙ һалыусы, башҡорт милли хәрәкәтен ойоштороусыларҙың береһе, шағир Ғәбделхай Иркәбаев – Шәйехзаданың көрәштәше ролен оҫта сығара алғаны өсөн был абруйлы премияға лайыҡ булды.
– Фамилияң йырлап тора, – тием, Радмирҙы һаман һөйләштерергә тырышып.
– Йырлап ҡарағаным бар, бына, тыңлап ҡарағыҙ, – тип, егет минең электрон почтаға ике йыр ташланы...
Үрҙәге хайран ҡалған йырымдың башҡарыусыһын шулай таптым. Артабан «Китап» нәшриәте үткәргән Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йылға ҡарата уның 10 томлығының презентацияһында Ришат Сәғитов көй яҙған әҙиптең «Мин килтерер инем» йырын Радмир Абдуллин башҡарыуында ишетеп, тағы ҡыуандым, уның моң бишегендә бәүелдем. Ысынлап та Абдуллин фамилияһын йөрөтөп тә йырламау – булмышыңа хыянат итеүгә тиң кеүек ҡабул иттем. Киләсәктә йәш актерға «Йырсы актер» исемен дә йөрөтөргә яҙһын ине.
Ә киноларға килгәндә, Радмир Абдуллин «Бабич»тан тыш, йәш режиссер Айсыуаҡ Байсыуаҡов төшөргән педагог Мөхәмәт Исҡужин тураһында ҡыҫҡа метражлы «Ныҡыш» фильмында төп ролде уйнаны. Заманында баш ҡалала милли мәктәп астырыу өсөн әллә күпме кәртәләр йырып, хыялын тормошҡа ашыра алыусы шәхес образын актер бик теремек, ысын итеп тасуирлап, ҡыҫҡа ғына фильм аша М. Исҡужин исемен халыҡ күңеленә еткерә алды.
Актер өсөн йөҙ ҡиәфәте лә, күҙ ҡарашы, атлау, йүгереү, һөйләшкән ваҡытта һәр өндә баҫым яһай белеүе, дөрөҫ тын алыуы ла мөһим. Был оҫталыҡтар тәбиғилектән тыш, махсус уҡыу йорттарында ғына бирелеп бөтмәй. Артист ғүмере буйы үҙ өҫтөндә эшләргә тейеш. Сәхнәлә сығарған һәр роль тамашасыға барып етһен өсөн ниндәй көс һалынғанын артист үҙе белә. Тамашасыға ул мөһим дә түгел. Радмир Абдуллиндың яйлап-яйлап танылыу алыуы бары үҙ хеҙмәте, талпыныуынан, көсөргәнешлелеге емеше.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Радмир 2004 йылдан эшләй. Төрлө жанрҙа, бер-береһенә оҡшамаған күп төрлө образдар сығара. Һуңғы йылдарҙа М. Буранғоловтоң «Башҡорт туйы» романтик драмаһында Әлекәй, М. Багаевтың «Ахрызаман көткәндә» комедияһында – Зәйни, М. Ладоның «Йәшәгән ти... » драмаһында – Хужа ролдәре бөгөнгө тамашасы күңеленә үтә яҡын. Театрҙың һуңғы ижад миҙгеленең балалар өсөн премьераларында ла ең һыҙғанып яңы образдар өҫтөндә эшләгәнлеге күренде. Хыялһыҙға – хыял, ныҡыштарға илһам өҫтәр ынтылыш бар уның эштәрендә. Бары дәрте һүнмәһен. Тәбиғи таланттары ысынбарлығы менән тамашасы хөкөмөнә еткерелеүен теләйем.
– Балалар – эскерһеҙ тамашасы. Беҙ уларҙы алдай алмайбыҙ. Шуға ла балалар өсөн ҡуйылған тамашаларҙа бер ялған ҡараш, яңылыш аҙым булырға тейеш түгел, – тип, йәш актер репетиция залына йүгерҙе.
Мәликә МОРТАЗИНА
Читайте нас в