+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
19 Апрель , 08:39

Милли кейем “теле”

Башҡорттоң милли кейеме уны “уҡый” белгәндәр өсөн үҙе бер бай тарихлы китап кеүек ул.

Милли кейем “теле”
Милли кейем “теле”
Уның ысын өлгөләрен хәҙерге быуындарға фәҡәт музейҙарға барып ҡына тамаша ҡылырға тура килә. Башҡорттарҙың милли кейеме халыҡтың философик-этик ҡараштарына, тормош шарттарына, меңәр йыллыҡ тарихына, ырым-йола, традицияларына ныҡ бәйле. Кейеменә ҡарап, кешенең ниндәй социаль ҡатламға ҡарауы, ғаилә хәле тураһында (айырыуса ҡыҙҙарҙың, кейәүгә сыҡҡан килендәрҙең) мәғлүмәт “уҡырға” мөмкин булған. Мәғәнәүи йәһәттән баш кейемдәренең ҡәтғи үҙ дәрәжәһе, үҙ тәғәйенләнеше барлығы ла мәғлүм. Мәҫәлән, өлкәнерәк ҡатындар баштарына киндер йә ситсанан аҡ яулыҡ – таҫтар ябынған, дәрәжәле, бай ҡатындары яулыҡ өҫтөнән ҡама йәки ҡамсат бүрек кейгән. Ә бына ҡашмау – кейәүгә сыҡҡан ҡатындар өсөн генә тәғәйенләнгән баш кейеме. Йәш ҡыҙҙар ҡашмау кеймәгән, сәстәренә тәңкәле сулпылар, үрместәр таҡҡан, елкә соҡоро тапҡырында ҡайын туҙынан өсмөйөшләп яһалған сәс ҡыҫтырғыс йөрөткән. Әйткәндәй, уның да ҡыҙ баланы күҙ тейеүҙән, сихырҙан һаҡлау функцияһына иғтибар биргәндәр. Шул уҡ ваҡытта халыҡ кейеме йәмғиәт үҫешенең социаль, матди һәм техник кимәлен дә күрһәтеп торған һәм эстетик йәһәттән биҙәүестәрҙең геометрик концепцияһында сағылыш тапҡан. Милли кейем “теле” һөйләү телмәре менән бер рәттән, йәмғиәттең аң-белем даирәһен киңәйткән һәм киләсәкке быуындар өсөн мәғлүмәт тапшырыу сараһы ла булып хеҙмәт иткән. Унан һуң, кейемдәге деталдәр, биҙәктәр яман көстән, яман күҙҙән һаҡланыу саралары булараҡ та билдәле. Ырыу, йорт ҡотон һаҡлаусы ҡатын-ҡыҙ кейемдәрендә был символдар айырыуса асыҡ сағылыш тапҡан, сөнки бала имеҙеүсе әсәләрҙе, йәш кенә килендәрҙе боҙомдан ҡурсығандар, сит-ят күҙҙән һаҡлағандар. Мәҫәлән, башҡорт ҡатын-ҡыҙының туй костюмы тулы комплектында 30 кг-ға тиклем ауырлыҡта булған. Үҙегеҙ белеүегеҙсә, ул күлдәктән генә тормаған, әлбиттә. Ҡашмау, һаҡал, түшелдерек, сәсүрместәр, камзулдар көмөш тәңкәләр, мәрйен, аҡыҡ, гәрәбә, фирүзә кеүек аҫыл таштарҙан эшләнгән төрлө биҙәүестәр менән биҙәлгән. Ғөмүмән, милли кейемдәргә баштан-аяҡ мәғәнә һалынып эшләнгән, тигәйнем, сөнки ысынбарлыҡ серҙәрен төшөнөүгә ынтылыш, кешелек донъяһының мәғәнәһен һәм ҡиммәттәрен эҙләүгә яуап рәүешендә Ислам дине барлыҡҡа килгәс, донъя моделенең символик һүрәтләнеше булараҡ, ул мәҙәниәттә, шул иҫәптән милли кейемдәрҙә лә сағылыш тапмайынса ҡалмаған. Боронғо кейемдәрҙә донъяуи ысынбарлыҡ өс ҡатлы булараҡ айырым-асыҡ сағылыш алған: йыһан, ер һәм ер аҫты донъяһы. Элгәре бик популярлыҡ менән файҙаланылған аяҡ кейеме – сарыҡҡа ана шул ер аҫты донъяһына инеү элементы булараҡ ҡараш йәшәгән һәм уның ҡуныстары ла милли орнамент символикаһы, төрлө сигеү өлгөләре менән биҙәлә торған булған. Ғөмүмән, башҡорт милли кейемдәре хаҡында бик оҙаҡ һөйләргә булыр ине, сөнки хәҙер кеше сәхнәләрҙә сығыш яһау өсөн стилләштереп тегелгән концерт костюмдарынан ғына сығып фекер йөрөтә. Айырыуса йәштәр был хаҡта бер ни ҙә белмәй. Башҡорт милли кейемдәре, уларҙың тарихы, символикаһы ентекләп өйрәнелгән, ҡыҙыҡһыныусылар өсөн материалдар бик күп хәҙер, уларҙы табып, уҡып, танышып барырға кәңәш итәм.
 
Гүзәл ҠАЗБУЛАТОВА, философия фәндәре кандидаты
Автор:
Читайте нас: