+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
29 Март , 12:05

Гастролдә булған хәл

Концерт менән ҡайһы районға барһалар ҙа, ауыл егеттәре сәхнәлә әкиәт һылыуындай бейеп йөрөгән ҡыҙға ғашиҡ була ла ҡуя икән. Бер ауылда Рәшиҙә апайҙы урлап булһа ла алып ҡалырға план ҡора башлайҙар.Быны һиҙенеп, концерт бөтөр-бөтмәҫтән, Рәшиҙә апайҙы, кеше күҙенән йәшертеп, төшкән фатирына алып китәләр. Концерт бөтөүгә сибәр ҡыҙ күренмәгәс, егеттәр, артистар төшкән фатирға килеп, хужаларҙан да тартынып тормай, ишекте дөбөрҙәтә башлай. Йорт хужалары эштең нимәлә икәнлеген һиҙенеп, Рәшиҙә апайҙы тиҙ арала йәшерергә ҡарар итә. Тик ҡайҙа? Баҙға? Шкаф эсенә? Һәм уйлап табалар.

Гастролдә булған хәл
Гастролдә булған хәл
Карауаттың юрған ҡатламы араһына бейеүсенең тал сыбығындай кәүҙәһен һуҙып һалалар ҙа, өҫтөнә юрған-түшәк өйөп, мендәрҙәрҙе ҡабартып, йыйыштырып та ҡуялар. Егеттәр, өйгә атылып килеп инеп, Рәшиҙә апайҙы таптыра башлай. Беҙ уны алып ҡалабыҙ, тиҙәр.
Рәшиҙә апайҙың ул ваҡытта буласаҡ ире Әнүәр Ишбирҙин менән дуҫлашып ҡына йөрөгән мәле була. Егеттәрҙең һөмһөҙлөгөн күреп, Әнүәр ағайҙың күҙҙәре маңлайына менеп үк китә. Утынлыҡта торған балтаны ала ла, өйгә инеп:
– Табанығыҙҙы хәҙер үк ялтыратмаһағыҙ, үлемегеҙ ошонда буласаҡ! – тип уҫал итеп, ҡысҡырып ебәрә. “Ҡыйыу” егеттәр күҙ асып йомғансы юҡ була. Ошо ваҡиғанан һуң: “Һинән ҡолаҡ ҡаҡһам, нисек йәшәрмен был донъяла?” – тип, егет һөйгән ҡыҙына ғүмерлек йәре булырға тәҡдим яһай.
Автор:
Читайте нас: