Заһир Иҫәнсурин: “Ағиҙелдән китеп барам” йыры осраҡлы тыуҙы. Ҡатыным Рита социаль селтәрҙә яҡташ шағир Роберт Миңнуллиндың шиғырын күреп ҡалған да, был матур һүҙҙәрҙән шәп йыр сығыр, тип миңә ебәрҙе. Күп тә үтмәй Рөстәм Ғиззәтуллин менән күрештек. Уға шиғырҙы күрһәттем, көй яҙыуын һораным. Йырға төшөрөлгән клип сценарийының авторы ла – Рөстәм Ғиззәтуллин. Бер үкенес тороп ҡалды: клипта йылғала йөҙөп китеп барған, кеше ғүмерен һынландырған сәңгелдәкте иң аҙаҡтан Роберт ағай тотоп алырға тейеш ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ауырып дауаханаға эләкте һәм бөтөнләйгә арабыҙҙан китеп барҙы...
Заһир Иҫәнсуринға "Башҡортостандың халыҡ артисы" исеме бирелеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ! Артабан да ныҡлы һаулыҡ, тулы залдар, ижади үрҙәр теләйбеҙ!