+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

«Эләгә-йығыла, абына-һөрлөгә үҙемә-үҙем юл һалдым инде...»

Уның концерттарына халыҡ ағылып йөрөй... Бер аҙ моңланып та, һағышланып та, үҙебеҙсә рәхәтләнеп бейеп күңел асып та ҡайта... Тамашасыһының күңелен тоя, кәйефен күтәрә белә шул йырсы. Бөрйән егете, башҡорт эстрадаһының иң сағыу, иң даланлы йондоҙҙарының береһе Иҙел Нурғәлин менән әңгәмә ҡорҙоҡ был юлы.

«Эләгә-йығыла, абына-һөрлөгә үҙемә-үҙем юл һалдым инде...»
«Эләгә-йығыла, абына-һөрлөгә үҙемә-үҙем юл һалдым инде...»

Иҙел, тулы залдар йыйыусы бик-бик һирәк башҡорт йырсыларының береһе тиҙәр һине... Аңлашылып тора, был өҙлөкһөҙ хеҙмәт, тырышлыҡ емеше. Шулай ҙа үҙендең бына ошондай матур уңыштарға өлгәшеүендең сере ниҙә тип уйлайһың? Һәм ни өсөн бөгөн күптәр тамашасы йыя алмай? Башҡорт эстрадаһына үҫеш өсөн нимә ҡамасаулай?

– Бының әллә ни сере бар тип әйтмәҫ инем! Үҙегеҙ телгә алғанса, бары тик хеҙмәт һәм тырышлыҡ талап иткән критерий ғына. Ойоштороу сифаты, етеҙлек, бар яҡлап мәғлүмәтле була белеү ҙә мөһим! Шулай ҙа сикһеҙ күп көс һәм хеҙмәт түккән артистарҙың һәммәһе лә шәп йырсы тигән һүҙ түгел инде ул. Бары тик ауырлыҡтарға бирешмәй, уңышһыҙлыҡҡа баш эймәй, сит-яттар тәнҡитенә иғтибар итмәй, маҡсатҡа ынтылыу булғанда һәм ҡул һелтәп ҡуймай дауам итә белгәндә генә емеш бирә былар. Әммә башҡорт эстрадаһы хаҡында фекерем үтә хөрт минең. Эстрадабыҙ бөгөн үҫеш юлында тип әйтергә булалыр тим. Шулай ҙа үтә яй темп менән, әлбиттә... Яҡшы ойоштороусылар, шәп продюсерҙар юҡлығының касафатылыр инде был. Һәр артист үҙе нисек булдыра ала, шулай эш итергә мәжбүр бөгөн. Шул уҡ ваҡытта, йыр һәм клиптарҙың, сифат йәһәтенән, кимәле лә яҡшыраҡ булыуы мөһим.

Үҙеңден остаздарың тип кемдәрҙе әйтә алаһың? Вокал йәһәтенән... Концерт эшмәкәрлеге йәһәтенән...

– Остаздарға килгәндә... Мин профессиональ йырсы-вокалист түгел. Ул яҡтан мин остаздарҙан мәхрүм кеше. Баянсы һөнәрен үҙләштерҙем. Һәм шуның менән бәхетлемен дә. Музыкаль грамотаны белеүем йыр ижад иткәндә бик кәрәк. Концерт ойошторорға ла төртөп күрһәтеп өйрәткән кеше булманы. Эләгә-йығыла, абына-һөрлөгә үҙемә-үҙем юл һалдым инде...

Тамашасы концертҡа йөрөмәй тип ғәйеп ташлау дөрөҫмө ул?

– Хәҙерге заманда бер кем бер кемгә бер нимә лә тейеш түгел. Концертҡа халыҡ килмәй икән, бында халыҡ түгел, ә артист үҙе ғәйепле.

Ҡайһы бер башҡорт йырсыларының татар телендә йырлауына нисек ҡарайһың?

Һинеңсә, ни өсөн беҙҙең халыҡ татар йырсылары концертына өҫтөнлөк бирә?

 

Иҙел Нурғәлин менән ҡыҙыҡлы әңгәмәне тулы килеш "Тамаша" журналының яңы апрель һанында уҡырһығыҙ. 

Автор:
Читайте нас: