+12 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Инсультты асыҡлау өсөн нимә эшләргә?

Өс төп алым бар, ул "УЗП " тип атала. Зыян күреүсенән һорарға:

Инсультты асыҡлау өсөн нимә эшләргә?
Инсультты асыҡлау өсөн нимә эшләргә?

У — улыбнуться (йылмайырға). Инсульт осрағында йылмайыу ҡыйыш килеп сыға, ирен сите өҫкә түгел, ә аҫҡа йүнәлтелә.

З — заговорить (һөйләшергә). Мәҫәлән: "Бөгөн ҡояшлы көн" тип артығыҙҙан ҡабатларға ҡушығыҙ. Инсульт осрағында йыш ҡына телмәр боҙола, әммә һәр ваҡыт түгел.

П — поднять обе руки (ике ҡулын да өҫкә күтәрергә ҡушығыҙ). Ҡулдар бер төрлө күтәрелмәһә, инсульт билдәһе булыуы мөмкин.

Өҫтәмә диагностика алымдары:

Зыян күреүсене телен күрһәтеүен һорағыҙ. Әгәр теле тигеҙ туры түгел һәм бер яҡҡа ҡыйшайған булһа, был инсульт билдәһе.

Зыян күреүсене ус төптәрен өҫке ҡаратып, ике ҡулын өҫкә һуҙырға һәм күҙҙәрен йоморға ҡушығыҙ. Берәй ҡул ҡырын йәки аҫҡа китһә, был инсульт билдәһе.

Был талаптарҙы үтәй алмаһа, зыян күреүсегә ашығыс ярҙам саҡыртырға кәрәк. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Симптомдар юғалған булһа ла, госпиталләштереү талап ителә.

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

 

Автор:
Читайте нас: