+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Апрель , 23:00

Айһылыу Сәғитова: "Тәнҡитсе - ул театрҙың дуҫы"

Бөгөн төрлө техник, технологик процестар үҫешкән осор. Тиҙҙән донъяны яһалма интеллект яулап аласаҡ тиҙәр хатта. Әммә, миңә ҡалһа, беҙҙең һөнәр яһалма интеллектҡа ҡаршы тора ала. Ул мине еңә алмаясаҡ. Сөнки мин ижад, йәғни яһалма интеллект башҡара алмаған эш менән шөғөлләнәм. Беҙҙең профессия бер ун йылдан һуң бик кәрәк буласаҡ тип уйлайым. Донъяны, ысынлап та, яһалма интеллект яулап алһа, тап шул мәлдә яһалма интеллекттан көслөрәк, фекерләү ҡеүәһе юғары булған кешеләр кәрәк буласаҡ. Шуға ла йәштәргә технологик процес­тарҙы үҙләштереү менән бер рәттән, мотлаҡ ижади һәләттәрен үҫтереү ҙә кәрәктер тип уйлайым.

Айһылыу Сәғитова: "Тәнҡитсе - ул театрҙың дуҫы"
Айһылыу Сәғитова: "Тәнҡитсе - ул театрҙың дуҫы"

Үҙ һөнәренә мө­киб­­­бән бирелеп, хеҙмәте­нән йәм, тәм табып йәшәүселәр шул тиклем матур... Ҡояш кеүек тирә-йүнгә нур өләшә улар... Бөгөнгө әңгәмә­сем, театр белгесе, сәнғәт фәндәре кандидаты, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының тарих һәм теория кафедраһы мөдире, доцент, «Театр романы» Бөтә Рәсәй театр премияһы лауреаты Айһылыу Сын­тимер ҡыҙы Сәғитова үҙ тәғәйенләнешен тап­ҡан шундай бәхетле замандаштарбыҙҙың береһе.

Әйткәндәй, ул миңә Ишембай ҡала­һындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия­һында уҡыған йылдарынан уҡ таныш. Сығышы менән Маҡар ауылынан булған сая холоҡло, маҡсатлы, моңло тауышлы Юрматы һылыуы тип белә инем уны... Бөгөн, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, башҡорт театр сәнғәте даирәһендә генә түгел, хатта туғандаш халыҡтарҙың театр эшмәкәрҙәре араһында ла танылыу, ихти­рам яулаған шәхес булараҡ, әңгәмәсем үҙенең яратҡан һөнәре, ошо йүнәлештәге эҙләнеүҙәре, асыштары, ҡаҙаныш­тары, мөғжизәүи театр донъяһына ҡарата мөхәббәте хаҡында һөйләй.

– Айһылыу, шундай үҙенсәлекле, һирәк осрай торған һөнәр эйәһе һеҙ. Театр донъяһы менән ҡыҙыҡһыныуығыҙ нисек башланды? Һәм ни өсөн тап театр белгесе һөнәрен һайланығыҙ?

– Бәләкәйҙән ижадҡа ғашиҡ булдым. Әҙәбиәтте, театрҙы, киноны, йыр сәнғәтен яраттым. Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се һанлы гимназияһында белем алғанда төрлө концерттарҙа сығыш яһай инем, спектаклдәр ҡуя торғайныҡ, «Һылыуҡай» конкурстарында ла ҡатнаштым. Йырланым, үҙем йырҙар ижад иттем. Хатта тотош мәктәп алдында «сольный» концертымды ла ойошторҙом бер мәл. Әсәйем дә бик матур йырлай ине минең... Тәрбиәсем Рәмзиә Наил ҡыҙы ана шул сәнғәткә, ижадҡа ынтылышымды күреп, шул йәһәттән үҫтерергә тырышты. Ул үҙе лә матур йырлай, хисле итеп шиғырҙар уҡый торғайны. Тәрбиәсем генә түгел, рухташым да булды ул. Уның менән ижад, сәнғәт хаҡында ла йыш аралаштыҡ. Класс етәксем, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы Кәлимуллина иһә мине, 5-се класҡа тиклем рус мәктәбендә белем алған уҡыусыны, тиҙ арала башҡорт телендә матур итеп иншалар яҙыу кимәленә тиклем еткерә алды, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларға әҙерләп, ҡатнаштыра ине. Мине сәнғәткә ылыҡтырыуҙа уның да өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ул үҙе лә йәш кенә ине әле. Яңы университет тамамлаған сағы, милли костюмдар кейеп, үҙе яҙған шиғырҙарҙы уҡый, матур итеп бейей ҙә торғайны. Уға ҡарап һоҡланмау мөмкин дә булмағандыр. Тәрбиәсем Рәмзиә Наил ҡыҙы Йәғәфәроваға һәм уҡытыусым Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы Кәлимуллинаға сәнғәткә һөйөү уятыуҙары өсөн рәхмәтлемен.

Ул саҡта театр белгесе һөнәре хаҡында уйланғаным да юҡ ине, әлбиттә. Ундай профессияның барлығын да белмәнем. Йырларға яратҡас, үҙемсә көйҙәр ҙә ижад иткәс, 9-сы кластан һуң, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инергә ниәт ҡылдым. Тәрбиәсем Рәмзиә Наил ҡыҙы мине унда үҙе алып килде. Хор дирижерҙары әҙерләү бүлегенә инермен тип иҫәп тотҡайным. Тик ул йүнәлеш буйынса музыка мәктәбен тамамлаусыларҙы ғына алабыҙ тип, тауышымды тыңлап ҡарағас, вокал бүлегенә ҡабул иттеләр. Училищела мин Елена Борисовна Сәғәҙәтуллина класына эләктем. Икенсе әсәйемә әйләнде тип әйтһәм дә мөмкиндер уны, миңә ҡарата шул тиклем иғтибарлы булды. Ул мәлдә училищела директор урынбаҫары ла ине үҙе. «Айһылыу, тауышың матур, әммә һин аналитик фекерләү ҡеүәһенә лә эйәһең, музыка теорияһын да өйрән әле», – тип кәңәш итте ул. Тормошомда шундай минең булмышымды тоя белгән, үҙ мәлендә дөрөҫ йүнәлеш биргән кешеләр осрауына ифрат рәхмәтлемен. Шулай итеп, параллель рәүештә, ирекле тыңлау­сы булараҡ, музыка теорияһы бүлеге дәрестәренә лә йөрөй башланым. Теория ла ҡыҙыҡһындыра ине шул мине. Музыка белгесе булырмын, моғайын, тип тә уйлағайным хатта. Шул уҡ ваҡытта кистәрен театр­ҙарға йөрөүҙе ғәҙәт итеп алдым. Туҡһанынсы йылдарҙың аҙағы, ике меңенсе йылдарҙың башы ине... Үҙебеҙҙең Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрын айырыуса яраттым. Репертуарҙағы барлыҡ спектаклде лә ҡарап сыҡтым, һәм театр донъяһы үҙенә көндән-көн нығыраҡ арбай барҙы. Сәхнәләге тамаша һоҡландырып ҡына ҡалманы мине, актерҙарҙың режиссер менән берлектә спектакль өҫтөндә эшләү процесы, роль ижад итеү нескәлектәре, шул тиклем бирелеп уйнағандан, шундай тәрән образдар тыуҙырғандан һуң ниҙәр кисереүҙәре, нисек хәл алып, ҡабаттан ғәҙәти тормошҡа әйләнеп ҡайтыуҙары хаҡында ла уйландым. Театрҙың бына ошо ябай тамашасыға күренмәгән эске яғы ҡыҙығыраҡ тойолдо миңә. Бер мәлде телевизорҙан ниндәйҙер тапшырыу күреп ҡалдым. Унда Өфө сәнғәт институты профессоры Суфия Ғилман ҡыҙы Күсимова уҡыу йортоноң тарих һәм теория кафедраһында яңы йүнәлеш булдырылыуы, театр белгестәре әҙерләй башлауҙары хаҡында ла һүҙ йөрөттө. Был яңылыҡ мине бик ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Әйткәндәй, училищеның һуңғы курсында уҡ тормошҡа сыҡтым. Ул мәлдә миңә 18 генә йәш ине әле. Ошо тапшырыуҙы күргәс, декрет ялында булыуыма ҡарамаҫтан, әле һүҙ барған йүнәлеш хаҡында һорашайым, ниндәйерәк имтихандар тапшырырға кәрәк икәнен белешәйем тип, сәнғәт институтына килдем. Кафедрала Тамара Петровна исемле мөлә­йем генә уҡытыу­сы ҡаршы алды. Ул мине башта русса һөйләштереп ҡараны ла, ике телдә лә яҡшы аралашаһың икән тип хуплап, имтихандарға әҙерләнеү өсөн һорау­ҙар биреп ҡайтарҙы. Ул теҙмәнең оҙонлоғо! Хәҙерге абитуриенттар шуның яртыһын да уҡымайҙыр, моғайын. Шулай итеп, имтихандарға әҙерләнеү өсөн ярты йыл ваҡытым булды. Беренсе курсҡа мин тәүге ике йылда кәрәк буласаҡ барлыҡ материалды ла өйрәнеп килгәйнем. Улыбыҙ бәләкәй генә булыуға ҡарамаҫтан, нисектер уҡырға ваҡыт тап­ҡанмын инде.

– Икеләнеүҙәр, был һөнәрҙә йөҙөп йөрөп эшләй алырмынмы икән тигән уйҙар бөтөнләй булманы инде?

– Миңә барыһы ла ҡыҙыҡ ине. Дәрестәргә бик теләп йөрөнөм, йотлоғоп уҡыным. 2009 йылда ҡулыма диплом алып, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының әҙәбиәт бүлегендә эш башланым. Шул мәлдәрҙә аспирантураға ла индем. Үҙебеҙҙә был йүнәлеш буйынса аспирантура булмағас, белемемде Мәскәүҙә камиллаштырҙым. Бына шул осорҙарҙан алып ошо өлкәлә илһамланып эшләйем. Һәм бөгөн ышаныслы рәүештә шуны әйтә алам – мин үҙ урынымда.

– Был һөнәр бөгөн ҙур һорау менән ҡуллана тип әйтеп буламы?

– Бөгөн төрлө техник, технологик процестар үҫешкән осор. Тиҙҙән донъяны яһалма интеллект яулап аласаҡ тиҙәр хатта. Әммә, миңә ҡалһа, беҙҙең һөнәр яһалма интеллектҡа ҡаршы тора ала. Ул мине еңә алмаясаҡ. Сөнки мин ижад, йәғни яһалма интеллект башҡара алмаған эш менән шөғөлләнәм. Беҙҙең профессия бер ун йылдан һуң бик кәрәк буласаҡ тип уйлайым. Донъяны, ысынлап та, яһалма интеллект яулап алһа, тап шул мәлдә яһалма интеллекттан көслөрәк, фекерләү ҡеүәһе юғары булған кешеләр кәрәк буласаҡ. Шуға ла йәштәргә технологик процес­тарҙы үҙләштереү менән бер рәттән, мотлаҡ ижади һәләттәрен үҫтереү ҙә кәрәктер тип уйлайым.

Театр белгесе әлеге мәлдә һирәк осраған һәм шул уҡ ваҡытта юғалып барыусы һөнәрҙәр иҫәбендә былай. Ниндәйҙер ҙур аҡса килтерә торған профессия ла түгел ул. Ғөмүмән, үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ, сәнғәт – ул бөтөнләй аҡса тураһында түгел. Йөрәк һыҙланыуҙары, уйланыуҙар, эҙләнеүҙәр, зиһен байлығы емеше. Эйе, кеше бөтә нәмә өсөн дә түләргә тейеш тигән принцип хөкөм һөрә бөгөн. Әммә мин быны һәләкәткә илтеүсе тенденция тип иҫәпләйем. Сөнки донъяла бер ниндәй аҡсаға ла һатып алып булмаҫлыҡ рухи ҡиммәттәр бар...

Барлыҡ милли театрҙар ҙа бөгөн үҙ тамырҙарын эҙләү менән шөғөлләнә. Туған телеңде, мәҙәниәтеңде, традицияларыңды, ошо етеҙ тиҙлек менән үҫешкән донъяла үҙеңде нисек һаҡлап ҡалырға? Бөгөнгө милли театрҙарҙың алдында торған иң төп һорауҙар ҙа ошолор, моғайын...

Һәм был профессия театрға, кешеләргә, ижадҡа мөхәббәт тә талап итә. Ана шул мөхәббәт мине ошо өлкәгә алып килде лә инде. Ә театрҙы яратмаған кеше бында эшләй алмай. Беҙҙең һөнәрҙә фанатизм да кәрәк ул. Эйе, мин әле лә фанат. Күп тәнҡитселәрҙә тора-бара шул фанатизм юҡҡа сығалыр ҙа һәм улар ниндәйҙер уҫал бер белгескә әйләнәләрҙер тигән фекерҙәмен. Тәнҡитселәрҙе йыш ҡына ана шул уҫаллыҡтары өсөн яратып бармайҙар бит. Тәнҡитсе тиһәң, хатта ҡурҡып ҡуялар.

– Ошо һөнәрҙең тағы ла ҡайһы үҙенсәлектәрен билдәләп үтә алаһығыҙ? Ә һеҙ үҙегеҙ ниндәйерәк тәнҡитсе?

– Театроведение – ул театрҙың тарихын, бөгөнгө үҫешен, актер, режиссер оҫталығын өйрәнә торған фән. Эйе, театр тәнҡитсеһе күберәк сәнғәттең бөгөнгө көнө тураһында яҙа, әммә театрҙың тарихын белмәй тороп, уның бөгөнгөһөн аңлап һәм анализлап булмай. Театр сәнғәте белгесе актер оҫталығын да үҙләштерергә, режиссура нескәлектәре тураһында ла бик күп уҡырға тейеш. Хатта минең өс йыл дауамында музыка белгестәре менән бергә уҡыуым да сәхнәлә яңғыраған музыканы, актерҙарҙың тауышын, алдашыу-алдашмауын тойоу, анализлау йәһәтенән бөгөнгө эшемдә бик ныҡ ярҙам итә. Баяғы фекерҙе дауам итеп, тәнҡитсе тигән һүҙгә айырым туҡталып үткем килә. Күбеһе театр тәнҡитсеһен ниндәйҙер ҡурҡыныс, туҡтауһыҙ етешһеҙлектәр эҙләй торған кеше тип ҡабул итә. Был һис тә дөрөҫ фекер түгел. Тәнҡитсе – ул тәү сиратта аналитик. Күп спектаклдәр ҡарарға тейеш. Хатта үҙ ҡалаһы, үҙ республикаһы, үҙ иле менән генә лә сикләнмәһен ул. Ултыраҡ тормош менән йәшәһәң, һин үҫешмәйһең. Шуға ла беҙгә төрлө кимәлдәге фестивалдәрҙә, лабораторияларҙа ҡатнашырға кәрәк. Һәм һинең ҡыҙыҡһыныуың да көслө булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына үҫешәһең һәм фекерең менән иҫәпләшәсәктәр, һине ихтирам итәсәктәр. Сөнки күберәк сәхнә әҫәрҙәрен ҡараған һайын, сағыштыра аласаҡһың, теге йәки был спектаклгә ҡарата үҙеңдең объектив фекереңде мотлаҡ белдерәсәкһең. Ә тәнҡитсе оҡшай йә оҡшамай тигән кимәлдә генә фекер йөрөтөргә тейеш түгел. Ул сәхнә әҫәренә баһа бирмәй, бары анализлай. Әйтәйек, мин үҙем спектакль алама булған осраҡта ла баһаламайым. Ә бына проблеманы билдәләргә тырышам. Тик труппа менән һөйләшкәндә үҙемде әллә кемгә ҡуймайым. Сөнки аңлайым: тәнҡитсе – уҡытыусы ла, баһалаусы ла түгел. Тәнҡитсе – ул театрҙың дуҫы. Труппа шуны аңларға тейеш: мин уларға ярҙам итергә теләйем. Әйтәйек, ни өсөн ижади коллектив сифаты түбән, заманса булмаған спектакль сығарған? Шуны анализлайым һәм объектив баһамды, кәңәштәремде еткерәм. Миңә шуныһы ҡиммәт: ғәҙәттә, тап ана шул урынлы тәнҡит, тейешле анализ өсөн күбеһе рәхмәт әйтеүсән. Тәнҡитсе режиссер ҡуйғанды аңлай икән, режиссер ҙа бәхетле.

Һуңғы йылдарҙа халыҡ-ара фестивалдәргә лә йыш йөрөйөм. Шөкөр, саҡырып торалар. Былтыр көҙгөһөн генә ете фестивалдә жюри ағзаһы булараҡ эшләнем. Шуларҙың дүртеһе Ҡаҙағстанда, икәүһе Ҡырғыҙстанда үтте. Бынан тыш Хакасияла һәм Сыуашстанда булдым. Ошо фестивалдәр барышында йәмғеһе етмешкә яҡын спектакль ҡарап, аналитик күҙлектән тикшерҙем.

– Был эштә сыҙамлылыҡ та кәрәк бит...

– Эйе, көсөргәнешле генә эш ул. Ғәҙәттә, жюри ағзаһын, эксперт булараҡ саҡыралар. Төндә юлда булып, иртән килеп төшәһең дә, шунда уҡ спектакль ҡарарға китәһең. Профессионализм ғына түгел, һис шикһеҙ, физик сәләмәтлек тә, рухи йәһәттән ныҡлы булыу ҙа талап ителә. Сөнки дөрөҫөн әйтеү еңел түгел. Эйе, тураһын әйтергә ҡыймаған тәнҡитселәр ҙә була. Әммә үҙем һәр ваҡыт дөрөҫөн әйтәм инде. Ниндәй ҙә булһа сәхнә әҫәрен анализлау кимәлем өсөн оят булғаны юҡ әле.

Ә икенсе яҡтан, театрҙың шундай ғәжәп һыҙаты ла бар – ул терапевтик эффектҡа, йәғни дауалау көсөнә эйә. Ҡайһы берҙә эштән һуң йонсоп театрға бараһың һәм күңелеңә ял алып ҡайтаһың. Рус театры актеры Марат Шәрипович Ҡорбанғәлиев: «Сәхнәгә температура менән сыҡһаң, спектакль барышында температура төшә, ауырыған кеше һауыға», – тип әйтә торғайны. Театрҙы мин, моғайын, шул кешегә энергия, йәшәү көсө биргәнгә лә яратамдыр ул. Театр­ҙың тарихы – ул ритуалдарға, йолаларға, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәренә барып тоташа. Әйтәйек, Алтай төрки театрының нигеҙе ул – шаманизм. Шуға ла мин буласаҡ актерҙарға ла: «Һеҙ – шамандар бит», – тим. Ысынлап та, актер – ул сәхнәгә сығып, үҙ тамашасыһын, үҙ стихияһын яулаусы шаман. Ғәжәп бит... Бер кеше сәхнәлә пәйҙә була ла, тотош залды арбап ала һәм һин шул йоғонтоға биреләһең. Әгәр ҙә тамашасы спектаклдән күңеленә илһам алып, рухланып сыға икән, тимәк, актер үҙ эшен башҡарған...

– Спектаклгә барып, ошо ла булдымы әҫәр тип, бөтөнләй кәйефегеҙ төшөп ҡайтҡан саҡтарығыҙ буламы?

– Була... Бигерәк тә, арзан, мәғәнәһеҙ, примитив шаяртыуҙар менән халыҡтың күңелен күтәрер­гә тырышһалар, кәйефем төшә. Ниңә был әҫәрҙе ҡарап ултырам әле мин тип уйлайым...

– Репертуар сәйәсәте буйынса ниндәйҙер талаптар бармы бөгөн?

– Талап берәү генә – сәхнә әҫәре тормошсан булһын...

Бер мәлде башҡорт драматургияһы юҡ тип әйтәләр ине. Әммә драматургияға бәйле проблема беҙҙә генә түгел ул. Бөгөн проза әҫәрҙәренән инсценировка яһау тенденцияһы әүҙемләште. Был йәһәттән уңышлы ғына эшләгән сценарий авторҙары бар. Шулай ҙа драматургтар үҫтереү йәһәтенән дә эштәр алып барыла беҙҙә. Режиссер Зиннур Сөләймәнов һәм Әлиә Яхина ойошторған драматургия һәм режиссура үҙәге лә уңышлы ғына эшләп килә.

– Һеҙҙән, театр белгестәренән, рецензиялар, фестивалдәрҙә күргән-кисергәндәрегеҙҙе яҙып баҫтырыу ҙа талап ителә бит инде...

– Һәр фестиваль хаҡында мотлаҡ рәүештә мәҡәлә яҙырға тырышам. Ҡайһы берҙә социаль селтәрҙәрҙә ҡыҫҡа ғына баһаламалар ҙа теркәп ҡуйғыла­йым. Теге йәки был сәхнә әҫәренә ҡарата яҙылған рецензияларым да донъя күреп тора. Кинәнеп яҙышыр өсөн ваҡыт самалыраҡ, әлбиттә. Институтта дәрес­тәрем бар. Кафедра эштәрен дә алып барырға кәрәк. Студенттар менән эшләү ҙә күп энергия талап итә. Эйе, институтта ғына эшләргә лә мөмкин. Әммә ул осраҡта һин үҫешмәйһең. Сит илдәргә, сит республикаларға сығып, фестивалдәрҙә жюри ағзаһы булараҡ ҡатнашып ҡайтыу мине һөнәри, рухи йәһәттән ба­йытты тип әйтә алам. Яңы танышлыҡтар булдырыр­ға ярҙам итте. Ифрат талантлы театр эшмәкәрҙәре, режиссерҙар менән аралашыу мөмкинлеге бирҙе. Башҡа илдәрҙә ниндәй театрҙар барлығын күрҙем. Төрки телле илдәргә Рәсәйҙән мине генә саҡырыуҙары ла үҙе бер мәртәбә кеүек. Ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ телдәрен, төрки халыҡтарҙың менталитетын яҡшы аңлаған өсөн дә улар мине саҡыралыр, моғайын. Эйе, рус телендә сығыш яһайым, әммә уларҙы тәржемәсеһеҙ ҙә аңлайым бит. Анализ яһағанда ҡайһы берҙә үҙем дә һиҙмәҫтән ҡаҙаҡ теленә лә күсеп киткән осраҡтарым була. Иҫ киткес ҡыҙыҡлы эш ул. Спектаклдәрҙе анализлау ҙа, яҙышыу ҙа миңә оҡшай. Минең стихиям – ошо.

Эйе, театровед тәнҡитсе генә лә, ғалим ғына ла була ала. Мин үҙ эшмәкәрлегемдә ошо ике йүнәлеште берләштерергә тырышам.

– Шул хаҡта ла мотлаҡ әйтеп үтергә кәрәк: йәш кенә булыуығыҙға ҡарамаҫтан, ике күләмле китап авторы ла һеҙ. Ошо китаптарҙы яҙыу өсөн күпме ваҡыт талап ителде?

– 2019 йылда институттағы коллегам Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы Саламатова менән берлектә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт акдемия драма театрының 100 йыллығына китап сығарҙыҡ. 2017 йылда театрҙың ул саҡтағы художество етәксеһе Олег Закир улы Ханов ошо тәҡдим менән мөрәжәғәт иткәйне. Ә минең ул осорҙа диссертация яҡлаған тынғыһыҙ ғына мәлем ине. Шуға ла был тиклем ҙур хеҙмәтте атҡарып сыға алырмынмы икән тип икеләнеберәк тә ҡалғайным. Шулай ҙа тотондом был эшкә. Әммә тора-бара үҙемә генә йырып сығыуы ауыр буласағын аңлап, Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙына мөрәжәғәт иттем. Сөнки беҙҙең башҡорт драматургияһы бу­йынса белгес булараҡ, уға ышана инем. Рәхмәт инде, ул да бик ихлас һәм дәррәү рәүештә китапҡа тотоноп китте. Икәүләп бик ҙур эш атҡарып сыҡтыҡ. Китап нәшер ителеп, презентацияһы үтте. Һәм был китап беҙгә шуныһы менән дә ҡәҙерле – Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте уны Мәскәүҙә ойош­торолған «Театр романы» тип аталған конкурсҡа тәҡдим иткән. Һөҙөмтәлә, беҙ ул конкурста лауреат исемен яуланыҡ. Был ваҡиға мине шул тик­лем илһамландырҙы. Шул мәлдә, ысынлап та, үҙ урынымда икәнлегемде аңланым. Сөнки, ғәҙәттә, кешеләр премияларҙы үҙҙәре юллап йөрөп ала, ә беҙҙең осраҡта ул үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Ундай премия барлығын хатта белмәй ҙә инек.

– Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына тигәндәре шулдыр инде...

– Шулайҙыр... Әммә китапҡа материал туплауы, архивты өйрәнеү анһаттан булманы. Ул китапҡа ярайһы ҙур көс һалынды инде. Ошо эште атҡарып сыға алғас, мин Олег Хановтың үҙе тураһында китап яҙыу ниәте менән яна башланым. «Минең Һеҙҙең хаҡта ла китап яҙғым килә», тигәс, Олег Закир улы, бик тыйнаҡ кеше булараҡ, уңайһыҙлана биреп: «Ҡуйсәле, Айһылыу, еңел эш түгел бит ул», – тип кенә ҡуйһа ла, башлап ҡарарға ниәтләнем. Әлбиттә, ул эшем оҙағыраҡҡа һуҙылып китте. Сөнки пандемия мәленә тура килде һәм бер ҡайҙа ла архивтар эшләмәне. Әммә ул осорҙо ла мин бушҡа үткәрмәнем. Туплап өлгөргән материалымды өйрәнеп, китапты яҙа башланым. Геройымдың бала сағы тураһында бер бүлекте тамамлап ҡуйҙым. Һуңынан инде эштә нагрузкалар өҫтәлде, проректор вазифаһын да йөкмәтеп ҡуйҙылар, байтаҡ ара китапҡа әйләнеп ҡайтырға ваҡыт тапмайыраҡ йөрөлдө. Ул китапты барыбер ҡасан да булһа тамамлап ҡуйырымды белһәм дә, Олег Закир улы алдында бер аҙ уңайһыҙлыҡ кисерҙем инде. «Китапты мотлаҡ тамамлаясаҡмын, ҡабаттан тотоноп китергә генә ваҡытым етмәйерәк тора», – тип әйтә йөрөнөм мин уға күрешкән һайын. Ә ул иһә: «Китап яҙыу еңел эш түгел, мин барыһын да аңлайым, Айһылыу», – ти торғайны. Ваҡыт үтә торҙо, шул арала ВГИК-та киноведҡа уҡып сығып, диплом яҡларға ла өлгөрҙөм әле. 2022 йылдың йәйендә, ниһайәт, был китапҡа ҡабат әйләнеп ҡайттым. 2023 йылда баҫмаға әҙерләп тапшырҙым һәм былтыр йыл аҙағында уның презентацияһы үтте.

Бер китап сығарһаң, тағы ла китап сығарғы килеп тик тора икән ул... Әле бына башта тағы ла бик күп идеялар ҡайнай. 2023 йылда йөрөгән юлдарыма бәйле, фестивалдәр хаҡында мәҡәләләр серияһы яҙам. «Ебәк юлы буйлап» («По шелковому пути») тип атаным мин уны. Улар Рәсәй кимәлендә донъя күргән «Сәхнә» («Сцена») журналында баҫыла килә. Хоҙай насип итһә, уны ла айырым бер китап итеп баҫтырыр­ға тигән ниәтем бар.

– Был тиклем эште атҡарып сығыу өсөн теүәллек тә, сабырлыҡ та, ултырып ҡына эшләй белеү ҙә кәрәк инде...

– Эйе. Бала саҡтан уҡ башлаған эште тамамларға ғәҙәтләнгәнмен. Өләсәйем шулай өйрәтте. Шунһыҙ күңелемдә тыныслыҡ юҡ минең. Ҡайҙалыр барып, фестивалдәрҙә ҡатнашып, эксперт булараҡ сәхнә әҫәрҙәренә анализдар яһап ҡайтҡанмын икән, уйҙарым, үҙем өсөн яһаған асыштарым хаҡында теркәп ҡуйырға ла, хеҙмәтемде күрһәтә белергә лә тейешмен. Белгән-күргәндәремде яҙып, туплап бара торған бик яҡшы ғәҙәтем бар.

Шул хаҡта ла әйтеп үтергә теләйем: бөгөн театр тормошон яҡтыртҡан блогерҙар юҡ кимәлендә. Үҙем иһә, алдыма театр белгесе булараҡ, театр тураһында тулы ҡанлы аналитик мәҡәлә яҙыу бурысы ҡуйғанмын. Әммә ундай мәҡәләләрҙе бик һирәктәр уҡый. Ә блогерҙар һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Шуға театр хаҡында, профессиональ кимәлдә булмаһа ла, күберәк яҙһындар, күберәк һөйләһендәр ине тигән теләгем бар. Театрға күберәк тамашасы йәлеп итеү йәһәтенән отошло булыр ине был.

– Һеҙҙең бүлеккә уҡырға, ғәҙәттә, кемдәр килә? Театр, сәнғәт, журналистика өлкәһендә ниндәйҙер тәжрибәһе булған кешеләрме, әллә яңы ғына мәктәп тамамлағандармы?

– Театр ғилеме менән ҡыҙыҡһынған кешеләр күп. Мәктәптән һуң да, ниндәйҙер ижади һөнәргә эйә булып килеүселәр ҙә бар. Әммә шуныһы насар – беҙгә дүртенсе йыл инде бюджет урындары бирелмәй. Элек өс йылға бер тапҡыр булһа ла ике бюджет урыны бирелә ине әле.

– Бының сәбәбе ниҙә һуң?

– Төрлө критерийҙарға бәйле инде ул. Беренсенән, уны юғалып барыусы һөнәрҙәр иҫәбендә тип әйттек бит инде. Икенсенән, был һөнәрҙе илебеҙҙең Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек эре ҡалаларында ла үҙләштереү мөмкинлеге бар тип уйлайҙарҙыр, күрәһең. Әммә үҙ тәжрибәм буйынса шуны әйтә алам – бик кәрәкле һөнәр ул. Ошо йүнәлештә уҡып сығып, мотлаҡ театр белгесе булаһың тигән һүҙ түгел. Беҙҙә уҡып сыҡҡандар төрлө өлкәлә эшләй, магистратурала башҡа йүнәлеш буйынса уҡыуын дауам итә ала. Театр ғилемен өйрәнеүселәр йөҙөп йөрөп телевидение өлкәһендә, гәзит-журналдарҙа эшләү мөмкинлегенә лә эйә. Ғөмүмән, театроведение ул ҙур база бирә. Күҙ алдына килтерәһегеҙме, беҙҙә дүрт йыл дауамында әҙәбиәт тарихы өйрәнелә. Шуға ла әҙәбиәт белгестәре, сәнғәт белгестәре өсөн дә яҡшы мәктәп ул.

– Театр белгестәре актер оҫталығын да белергә тейеш тинегеҙ?

– Эйе, программала актер оҫталығы дәрестәре лә бар. Беҙҙең студенттар актерҙар менән берлектә спектаклдәрҙә ҡатнашып, имтихан да тапшыралар. Үҙҙәрен актерлыҡ оҫталығы йәһәтенән дә һынап ҡарай алалар.

– Ә актер булып та эшләй аламы һуң театр белгесе?

– Беләһегеҙме, Европала театрға ҡағылышлы һөнәрҙәрҙе бүлеп ҡарау юҡ. Унда драматург, режиссер, актер һөнәрен дә бер юлы үҙләштерәләр. Һайлау алдына ҡуйһалар, үҙем дә барлыҡ ижади һөнәрҙәрҙе бер юлы үҙләштерә алыу яҡлы булыр инем. Әйтәйек, беҙҙә театр ғилеме менән шөғөлләнергә теләүсе актерҙар ҙа бар. Бер ҡыҙ – актерҙар әҙерләү, икенсеһе режиссура бүлеген ҡалдырып, беҙгә күсте. Уларға аналитика ҡыҙығыраҡ тойола башлаған, күрәһең. Үҙемдең студенттарыма һәр саҡ шулай тим: бөгөн беҙ шундай ваҡытта йәшәйбеҙ – кеше бер юлы төрлө һөнәр менән шөғөлләнә ала. Үҙемде генә алғанда ла, вокалды ла, музыка теорияһын да, театр ғилемен дә үҙләштерҙем. Ахыр сиктә, пандемия осоронда, кино белгесе һөнәренә лә уҡып сыҡтым. Сөнки институтта кинематография тарихы буйынса ла дәрестәр алып барам. Был йәһәттән миңә өҫтәмә белем кәрәклеген аңлай инем. Кем белә, киләсәктә, бәлки, үҙемде кино өлкәһендә лә һынап ҡарармын әле. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, дипломды Ҡаҙағстанда фестиваль мәлендә онлайн рәүештә яҡланым. «Һин нисек улай булдыра алаһың ул?» – тип һорайҙар минән йыш ҡына. Ә миңә ҡыҙыҡ... Ошо сәнғәт өлкәһе, киреһенсә, энергия, һәр ваҡыт ижади процеста булыу мөмкинлеге бирә. Студенттар менән эшләгәндә лә ана шул ижади фекерләүемде эшкә ҡушам. Төрлө ылыҡтырғыс ысулдар уйлап табам. Студенттар минең лекциянан арып, йонсоп сыҡмаһын, киреһенсә, энергия, илһам алһын тип тырышам. Шуға ла беҙҙең дәрестәр ҙә үҙенә күрә бер спектакль һымаҡ үтә. Билдәле актер Юрий Васильевич Яковлев актер тормошона ҡарата «вся наша жизнь – сплошное хулиганство» тип әйткән бит. Актерҙар йонсоп уҡырға тейеш түгел. Студенттар менән эшләүе күңелле ул. Улар ыңғайына һин үҙең дә һәр саҡ йәш килеш ҡалаһың. Ғөмүмән, беҙҙең институтта дуҫтарса, ижади мөхит хөкөм һөрә. Коллективта ла бер-беребеҙгә ихлас мөнәсәбәттәбеҙ.

Ғәфү итегеҙ, фекерем бер аҙ бүленеп китте, шикелле. Бөгөнгө заманда бер юлы төрлө профессия менән шөғөлләнергә мөмкин тип әйттем бит инде. Был, ысынлап та, шулай. Элек кеше 50 йәштә хаҡлы ялға китә ине. Ә бөгөн тормош шул тиклем үҙгәрҙе. Беҙ 50 йәштә яңы һөнәр үҙләштереп, яңы тормош башларлыҡ хәлдә булырға тейеш. Шуға ла үҙебеҙгә физик йәһәттән дә, аң-зиһен йәһәтенән дә ҡартайыр­ға юл ҡуйырға тейеш түгелбеҙ. Яратҡан авторҙарымдың береһе, Израиль профессоры Юваль Ной Харариҙың «XXI быуат өсөн 21 кәңәш» тигән китабында ла ошо хаҡта бик урынлы фекерҙәр бар. Журнал уҡыусыларға ана шул китапты уҡып сығырға кәңәш итәм.

Уйлап ҡараһаң, миңә 50 йәшкә тиклем 10 йылдан ашыу ваҡыт бар. Кем белә, бәлки, тағы ла берәй һөнәр үҙләштерермен әле...

– Театрҙан, ижадтан, сәнғәттән тыш тағы ла нимәләр ҡыҙыҡһындыра Һеҙҙе?

– Һуңғы йылдарҙа сәскәләр, бигерәк тә раузалар үҫтерергә ғәҙәтләнеп киттем. Ғөмүмән, үҙемде һәр саҡ формала тоторға тырышам. Йога, фитнес менән шөғөлләнәм. Мода менән дә ҡыҙыҡһынам. Һәйбәт эмоциялар менән бүлешергә яратам. Пессимистарҙан алыҫ йөрөргә тырышам. Бер ҡасан да, бер кемгә лә көнләшмәйем. Тормошто, ғаиләмде яратам. Ижади фекерләгән, тәрән шәхестәр менән аралашыуҙы үҙ итәм. Рухи үҫештәмен...

– Һеҙҙең кеүек төрлө йәһәттән үҫешкән шәхес­тең, моғайын, пьеса яҙып ҡарарға ла теләге барҙыр ул. Әгәр ҙә пьеса яҙһағыҙ, ул нимә тураһында булыр ине?

– Ысынлап та, ундай уйҙар ҙа юҡ түгел...

Бөгөн кино, театр өлкәһендә туҡһанынсы йылдарҙы сағылдырыу популяр булып китте. Классик әҫәрҙәрҙе лә хәҙер ана шул осорға яраҡлаштырып сәхнәләштерәләр. Минең дә үҫмер йылдарым шул туҡһанынсы йылдарға тура килде. Бик үҙенсәлек­ле осор булды ул. Интернат тормошо үҙе генә ни тора! Мин, моғайын да, үҙемдең үткән юлым, ошо ҡыҙ баланың еңел булмаған, әммә ифрат ҡыҙыҡлы тормошо хаҡында яҙыр инем. Быға әле әҙер түгелмен. Әммә күңелемдә шундай хыял тип әйтәйемме, әллә талапмы бар...

– Ә шул ҡыҙыҡай, шул бәләкәй генә Айһылыу бына ошондай уңыштарға өлгәшә алырмын, ошондай матур ижади эшмәкәрлек алып барырмын тип күҙ алдына килтерә инеме?

– Тәнҡитсе булырмын, китаптар яҙырмын тигән уйҙар юҡ ине ул. Әммә шәхес булырға хыялландым. Йә табип, йә композитор һөнәрен һайлармын тип уйлай торғайным. Кем генә булһам да, кешелек сифаттарын юғалтмау ине минең теләгем.

– Бик күп халыҡ-ара фестивалдәргә йөрөгән, төрлө кимәлдәге сәхнә әҫәрҙәрен ҡараған кеше булараҡ, үҙебеҙҙең театрҙың кимәлен нисек тип билдәләйһегеҙ?

– Милли театрҙар хаҡында һүҙ йөрөтһәк, үҙемдең күҙәтеүҙәрҙән сығып, шуны әйтә алам: театр йәһәтенән иң үҫешкән илдәрҙең береһе – ул Ҡаҙағстан. Татарстан Республикаһында ла театр бөгөн үҫеш кисерә тип әйтә алам. Уларҙа фестивалдәр беҙгә ҡарағанда йышыраҡ үткәрелеп тора. Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт драма театры даими рәүештә «Нәүрүз» фестивале, төрлө белем биреү форумдары ойоштора. Бындай саралар театрҙың үҫешенә йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә. Уларҙа драматургия йәһәтенән дә эштәр әүҙемерәк алып барыла. Татар телендәге драма әҫәрҙәре йыйынтыҡтары донъя күрә. Камалдар ғына түгел, Татарстандың йәш тамашасы театры ла, ҡурсаҡ театры ла, рус театры ла, башҡа ҡалаларҙағы театрҙар ҙа үҙ фестивалдәрен үткәрә. Беҙҙән айырмалы рәүештә, уларҙа тормош ҡайнап тора. Һәм шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, беҙҙең режиссерҙар ҙа унда барып, шундай уңышлы, шәп спектаклдәр сәхнәләштереп ҡайта. Ә беҙ, үкенес­кә күрә, торғонлоҡ кисерәбеҙ тип әйтер инем. Ә бит талантлы режиссерҙарыбыҙ ҙа, иҫ киткес шәп спектаклдәребеҙ ҙә бар! Тик үҙ-үҙебеҙҙе презентациялай, күрһәтә белмәйбеҙ. Беҙ бер аҙ йоҡомһорайбыҙ шул... Театр фестивалдәренең һирәк үткәрелеүенең касафатылыр, күрәһең... Был йәһәттән беҙ күпте юғалттыҡ, шикелле. Әммә яҡын киләсәктә республикала театраль хәлдәрҙең яҡшырырына өмөт бар. Аллаға шөкөр, быйыл Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировтың өс йыл һайын «Туғанлыҡ» фестивале уҙғарыу тураһында указы донъя күрҙе. Һәм бына май айында ошо фестивалде үткәрергә әҙерләнәбеҙ.

– Тормош иптәшегеҙ Салауат Тәлғәт улы менән икегеҙ ҙә шул тиклем эшлекле, тынғыһыҙ кешеләрһегеҙ. Ғаиләгә лә дөрөҫ ваҡыт бүлә белергә кәрәк бит әле... Барыһына ла нисек өлгөрәһегеҙ?

– Эйе, иптәшем менән икебеҙ ҙә тынғыһыҙ ижад кешеләре тип әйтергә мөмкин. Өлкән улыбыҙға егерме йәш. Ул беҙҙән айырылып сыҡты инде хәҙер. Студент. Мәскәүҙә Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында уҡып йөрөй. Дөрөҫөн генә әйткәндә, улыбыҙҙың мәктәпте тамамлап, өйҙән сығып китеүе миңә ауырыраҡ тәьҫир итте. Нисектер көтөлмәгәнсә булды ул. Үҙем дә тынғыһыҙ тормош менән йәшәгәс, туҡтауһыҙ уҡып та йөрөгәс, йәшлек менәндер инде, баламдың үҫеп буй еткергәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Юҡ, балама ваҡытты әҙ бүлдем тип әйтмәйем. Әммә әсәй кешегә балаһының тыуған йортто ҡалдырып китеүе лә ныҡ йоғонто яһай икән. Шул осорҙа кәйефем төшөнкөрәп тә йөрөлдө, илап та ала инем. Әммә бер ни тиклем ваҡыттан һуң, халыҡ-ара фестивалдәргә лә саҡыра башлағастар, нисектер тормошомда икенсе этап башланғанын аңланым. Барыһы ла дөрөҫ, шулай булырға тейеш тип ҡабул иттем. Аллаға шөкөр, ҡыҙыбыҙ ҙа үҫеп килә. Ул 4-се класта уҡып йөрөй әле.

Минең өсөн ғаилә тормошоноң һәм ғаилә бәхетенең сере – ул бер-береңә үҫешергә ҡамасауламауҙа, терәк була белеүҙә. Хис хис менән ул... Әммә ғаилә татыулығының сере – бер-береңә ихтирам күрһәтеп, ярҙам итеүҙә. Шул булһа, ике кеше лә үҫешә, ғаиләлә тыныслыҡ, матур мөнәсәбәттәр хөкөм һөрә ала.

Эшкә йәки ғаиләгә генә бирелергә ярамай. Һәр йәһәттән дә баланс кәрәк. Мин шул балансты һаҡларға тырышам.

– Бер уйлаһаң, бала ғына килеш шундай зыялы ғаиләгә килен булып төшкәнһегеҙ... Яңы тормошҡа өйрәнеп китеүе лә еңел генә булмағандыр инде...

– Улай уҡ ауыр булды тип әйтә алмайым. Сөнки ҡәйнәм – Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитова һәр йәһәттән дә ярҙам итте...

– Һәм, яҙмыш ҡушыуы буйынса, һеҙ хәҙер коллегалар ҙа...

– Эйе, шулай килеп сыҡты инде... 18 генә йәштә ошо матур ғаиләгә килен булып төштөм. Тормош иптәшемдән, ҡайным менән ҡәйнәмдән шул тик­лем уңдым. Ҡәйнәм мине хужабикә, ҡатын булырға ғына өйрәтеп ҡалманы, һөнәри йәһәттән дә үҫешкә әйҙәне тип әйтә алам. Бына ошо фестивалдәргә саҡырыу­ҙар килә башлағас та, барырғамы-юҡмы икән тип, иң тәүҙә уның менән кәңәшләштем. «Саҡыралар икән, һис шикһеҙ, бар, йөрө, үҫеш», – тине. Ғөмүмән, Тәлғәт Ниғмәтулла улы менән Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы – беҙҙең ғаиләнең моторы. «Уҡығыҙ, эшләгеҙ, үҫешегеҙ» тип кенә торалар. Әйткәндәй, өләсә­йем дә шулай тип әйтә торғайны... Эйе, мин үҙемсә көслөмөн, маҡсатлымын, характерым да, һәләттәрем дә барҙыр. Шулай ҙа уларҙан алған мотивация күберәккә өлгәшергә ярҙам иткәндер, тим. Икеһенә лә 80 йәш хәҙер. Һәм улар беҙҙең өсөн бөгөн дә төп мотиватор. 80 йәштә мин дә ҡайным менән ҡәйнәм кеүек булырға теләр инем ул...

– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Айһылыу! Яратып башҡарған хеҙмәтегеҙҙең матур емештәрен татып йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ! Һеҙҙең кеүек заман менән бергә атлаған, маҡсатлы шәхестәр менән аралашыу үҙе бер кинәнес. Йәшәү рәүешегеҙ, тормош принциптарығыҙ, матур кәңәштәрегеҙ, моғайын, журнал уҡыусыларҙы ла күп нәмәгә яңыса ҡарарға әйҙәр, ниндәйҙер яңы башланғыс-тарға дәртләндерер...

 

Гөлшат ҠАҺАРМАНОВА

""Тамаша" журналы, №2-2024 й.

 

Айһылыу Сәғитова: "Тәнҡитсе - ул театрҙың дуҫы"
Айһылыу Сәғитова: "Тәнҡитсе - ул театрҙың дуҫы"
Айһылыу Сәғитова: "Тәнҡитсе - ул театрҙың дуҫы"
Айһылыу Сәғитова: "Тәнҡитсе - ул театрҙың дуҫы"
Айһылыу Сәғитова: "Тәнҡитсе - ул театрҙың дуҫы"
Айһылыу Сәғитова: "Тәнҡитсе - ул театрҙың дуҫы"
Айһылыу Сәғитова: "Тәнҡитсе - ул театрҙың дуҫы"
Автор:
Читайте нас: